-Үҙемде белгәндән бирле уҡырға яраттым. Апайым менән миңә әсәйем гел генә балалар матбуғаты яҙҙырҙы, яңы китаптар алып торҙо. Уҡырға төшкәс, мәктәп, ауыл китапханаһына яҙылдым, мәктәп программаһы талап иткән әҙәбиәтте лә, нәфис әҙәбиәтте лә уҡыныҡ. Энциклопедиялар, билдәле рәссамдарҙың репродукциялары тупланған төҫлө альбомдарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай торғайным. Китап – белем шишмәһе тиҙәр бит, китап уҡып ҡына ла төрлө мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы яңы мәғлүмәттәр белергә була. Китапханасы булыу – үҙең белгәнде кешегә еткереү өсөн дә мөмкинлек бирә.