Зәңгәр сатыр ҡорған ине кисә-
Бөгөн - тимгел һорғолт быяла.
...Юҡһынамы икән хәтфә сағын
Йәйрәп кенә ятҡан буҙ ялан?
Һағынамы икән зөмрәт сағын-
Һағыш баҫҡан һары ҡайынды.
Салт көмбәҙҙә йондоҙ тоноҡланған
- Илай микән Зөһрә-ай ҡыҙы?..
Күк торналар осто хушлашмайса,
(Ҡайтыр микән ҡабат яҙҙарын?)
...Буш кәмәлә бейей, эй, моңһоҙ ел,
Үкһеҙ ҡалған йылға ярҙары...
Һағынамы таллыҡ һандуғасын-
Һиллек баҫҡан урман ҡосағын...
...Бер нуры бар шыҡһыҙ миҙгелдең дә-
Ипкен бөркә балан усағы...