Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ноябрь 2020, 09:36

Театрға тоғро ине

Бөгөн күренекле яҡташыбыҙ, БАССР-ҙың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Суфиян улы Вәлитовтың тыуыуына 80 йыл.

Бөгөн күренекле яҡташыбыҙ, БАССР-ҙың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Суфиян улы Вәлитовтың тыуыуына 80 йыл. 1940 йылдың 1 ноябрендә Вәлит ауылында донъяға килгән малай бала саҡтан актер булырға хыяллана. Йомағужа урта мәктәбен тамамлағас, ул Өфө сәнғәт училищеһының актерҙар бүлегенә уҡырға инә. Белем алғандан һуң Сибай башҡорт драма театрында актер булып эш башлай. Йәш актер шул йылдарҙа танылыу яулай, һөнәри яҡтан ныҡлап үҫешә, илһамланып ижад итә, режиссерҙар ҙа уның һәләтен юғары баһалай, бөтә спектаклдәрҙә тиерлек төп ролдәрҙе ышанып тапшыра. 1970 йылда Заһир Суфиян улын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡыралар. Ситтән тороп Өфө сәнғәт институтын тамамлай. Заһир Вәлитов төрлө жанрҙарға ҡоролған спектаклдәрҙә уйнай, төрлө характерҙағы ролдәрҙе оҫта башҡарыуы менән тамашасы күңеленә үтеп инә. Тотош актерлыҡ тормошонда ул йөҙҙән ашыу образ тыуҙыра. Улар араһында трагик һәм героик, комедик һәм төплө персонаждар, ыңғай һәм кире образдар бар. Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы роле өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Баязит Бикбайҙың “Аҡҡош йыры”нда - Сахай, Сыңғыҙ Айтматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” мелодрамаһында Ильяс һәм башҡа ролдәр менән танылыу яулай. Әлбиттә, актерлыҡ тормошонда Заһир Вәлитов бихисап наградалар менән билдәләнә, шулай ҙа халыҡ һөйөүе, сираттағы спектаклдән һуң тамашасының аяғүрә баҫып алҡышлауы – уның өсөн иң ҙур баһа булып тора. Заһир Суфиян улына 75 йәш тулған көндәрҙә беҙ уның менән театр, ижад, тормошо, актерлыҡ эшмәкәрлеге тураһында әңгәмә ҡорғайныҡ. Күренекле яҡташыбыҙҙы хәтергә алып, ошо әңгәмәнән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. -
-Заһир ағай, кеше аҡһаҡал, ағинәй ҡорона еткәндә генә түгел, ғөмүмән, йәш өҫтәлгән һайын үтелгәндәргә бер әйләнеп, эшләнгән эштәрҙе байҡап, тормошона баһа биреүсән... һеҙҙең күңелегеҙҙе ниндәй хис –тойғолар биләй? - Ғүмерҙең был үренә еткәс, кешене ниндәй уйҙар биләргә мөмкин һуң?.. Үткән ғүмер бушҡа үтмәне, ижад өҫтөндә ҡайнап йәшәлде. Хәҙер инде олоғайып, һаулыҡ яғы ла самалы ҡалғас, ҡалған ғүмерҙе лә бирешмәйсә, ҡулдан килгәнсә ижад менән янып, йәштәр менән аралашып, уларға кәңәштәр биреп, йүнәлештәр күрһәтеп йәшәргә кәрәк, тип уйлайһың инде.
- Актер менән әңгәмә күп осраҡта “Нимә ул һеҙҙең өсөн сәхнә, театр?” тигәнерәк традицион һорауҙан башлана... Актерлыҡ йәш саҡта күңел талабы булһа, олоғая килә, тормош асылына төшөнөп, үҙ булмышыңды тапҡандай булғас, театр, сәхнә - йәшәү рәүешенә әйләнә, тиҙәр...
- Ысынлап та, сәхнәгә, театрға, ғөмүмән, ижадҡа, тәүҙә мауығып киләһең. Әле театрҙың нимә икәнлеген дә белеп бөтмәйһең, ә ул һине арбай. Ул һиңә еңел һымаҡ тойолһа ла, ысынбарлыҡта сәхнә –ҡатмарлы төшөнсә. Сәхнәгә тәү күтәрелгәс тә, ул һине ҡабул итте тигән һүҙ түгел. Ижад итә-итә, йәшәй-йәшәй, театр менән һин бер тулҡында тирбәлә башлайһың, ул һинең йәшәү рәүешеңә әүерелеп китә... Театр ул изге урын. Унда алдашып та, яраҡлашып та булмай. Уға ысын күңелдән хеҙмәт итергә кәрәк.
-Бөйөк Шекспир әйткән: “Тормош –ул театр, ә кешеләр –актерҙар”. Был ҡанатлы һүҙҙәр тураһында һеҙҙең дә фекерҙе ишетке килә.
-(Уйлана...) Шулайҙыр ул... Кеше тормошҡа яраҡлашып йәшәй. Ниндәй генә заманда ла, ниндәй генә ауырлыҡтар-ҡатмарлыҡтарҙа ла, көн итергә, йәшәргә кәрәк. Ҡайһы саҡта, ысынлап та, актер булырға тура килә. Йөрәгең илаһа ла, йөҙөңдә – йылмайыу. Йә иһә киреһенсә...
-Һеҙ ижадҡа етмешенсе йылдарҙа ғына ныҡлап тотонғанһығыҙ. Ошо осорға күҙ һалып, ижад юлығыҙҙы ла байҡап сығайыҡ әле.
- Ижадтың төрлө баҫҡыстары була. Минең тәүге баҫҡыс – Сибайҙа башланды. “Ай тотолған төндә” трагедияһында – Аҡъегетте, Баязит Бикбайҙың “Аҡҡош йыры”нда Сахайҙы уйнаным, был да бер үҫеш баҫҡысы булып торҙо. Әйтергә кәрәк, был осор минең өсөн иң мөһим мәлдәрҙең береһе булғандыр, тием. Һәр ваҡыт героик образдарҙы һынландырҙым. Шуға ла, театрҙағы эшмәкәрлегем баштан уҡ уңышлы башланды, уңышлы барҙы. Етмеш өсөнсө йылдарҙа академияға килгәс тә, ижадҡа башкөлләй сумдым. Тағы ла шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтер инем: кемдер классиканы уйнай, ә мин башҡорт драматургтарының әҫәрҙәрен сәхнәләштереүҙә һөҙөмтәле эшләнем. Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Баязит Бикбай, Рафаэль Сафин, Әсҡәт Мирзаһитов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре миңә уңыш килтерҙе. Уларҙың актив яҙған, башҡорт әҙәбиәтенең, ғөмүмән, башҡорт сәнғәтенең ныҡлы үҫешкән мәле ине ул. Яҙыусыларҙың тәүге әҫәрҙәре, минең дә тәүге образдар. Бергәләшеп ижад иттек, бер һуҡмаҡтан атланыҡ. Шул осорҙа йәшәүем, ижад итеүем менән уңдым тип һанайым. Актер өсөн иң мөһиме – сәхнәгә тоғролоҡ. Театрҙан йыраҡлашҡан һайын, күңел театрға тартыла. Әле булһа мин башҡара алмаған ролдәр, мин һынландыра алмаған образдар бар...
- Нимә илһамландыра һеҙҙе был тормошта? - Ижад. Театр. Әҙәбиәт. Ошо илһам тулҡындарында бәүелә-бәүелә, әлеге мәлдә китап яҙыу менән мәшғүлмен. Сәхнәне генә түгел, әҙәбиәтте, бигерәк тә, башҡорт әҙәбиәтен яратам.
-Хәҙерге заман театрын нисек баһалайһығыҙ? Театрҙы мәҙәниәт тормошонан ҡыҫырыҡлаусы күренештәр юҡмы? Мәҫәлән, кино сәнғәте йә булмаһа интернет...
-Әлбиттә, бөгөн кеше тормошона килеп ингән интернет, телевидение кино сәнғәтен дә бер аҙ ҡыҫырыҡлай төштө. Ә театр –ул бөтөнләй икенсе донъя. Шуға күрә ул йәшәйәсәк әле. Театр кешене фекерләргә, йәшәргә өйрәтә.
- Ғөмүмән, театр бөгөн кем ҡулында?
-Тамашасыһыҙ театр юҡ. Нисек кенә булмаһын, ниндәй генә яҡшы актерҙар уйнамаһын, тамашасыһыҙ булмай. Әҙәбиәттә уҡыусыһыҙ булмаған кеүек, театрҙа ла шулай: һинең ижадыңды баһалап, алҡышлап, һөйөнөп йә иһә көйөнөп ҡабул иткән тамашасың булырға тейеш.
Читайте нас: