Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Октябрь 2020, 18:29

Тәүге ҡарҙар яуҙы

Тәүге ҡарҙар яуҙы...Һуңламаны... Шулай килә ҡыштар йыл һайын... Тик ниңәлер, япраҡтары менән Ҡаршы алды ҡышты аҡ ҡайын. Бирешмәйсә әсе елдәргә лә, Һары япраҡтарын ҡойманы. Әллә һаман ниҙер өмөт итте, Әллә ҡыш еткәнен тойманы... Ҡарҙар ятты һары япраҡтарға, Ергә эйелделәр ботаҡтар... Япраҡтарҙы түгел, өмөттәрҙе Күмде, ахры, тәүге ап - аҡ ҡар... ... Мин үҙем дә ана шул ҡайындай, Көтөп кире ҡайтмаҫ кистәрҙе, Һаман йөрәтәмен күңелемдә Һарғайып та бөткән хистәрҙе... Сәкинә Тотманова. Тәүге ҡарҙар яуҙы...Һуңламаны... Шулай килә ҡыштар йыл һайын... Тик ниңәлер, япраҡтары менән Ҡаршы алды ҡышты аҡ ҡайын. Бирешмәйсә әсе елдәргә лә, Һары япраҡтарын ҡойманы. Әллә һаман ниҙер өмөт итте, Әллә ҡыш еткәнен тойманы... Ҡарҙар ятты һары япраҡтарға, Ергә эйелделәр ботаҡтар... Япраҡтарҙы түгел, өмөттәрҙе Күмде, ахры, тәүге ап - аҡ ҡар... ... Мин үҙем дә ана шул ҡайындай, Көтөп кире ҡайтмаҫ кистәрҙе, Һаман йөрәтәмен күңелемдә Һарғайып та бөткән хистәрҙе... Сәкинә Тотманова.

Тәүге ҡарҙар яуҙы...Һуңламаны...
Шулай килә ҡыштар йыл һайын...
Тик ниңәлер, япраҡтары менән
Ҡаршы алды ҡышты аҡ ҡайын.

Бирешмәйсә әсе елдәргә лә,
Һары япраҡтарын ҡойманы.
Әллә һаман ниҙер өмөт итте,
Әллә ҡыш еткәнен тойманы...

Ҡарҙар ятты һары япраҡтарға,
Ергә эйелделәр ботаҡтар...
Япраҡтарҙы түгел, өмөттәрҙе
Күмде, ахры, тәүге ап - аҡ ҡар...

... Мин үҙем дә ана шул ҡайындай,
Көтөп кире ҡайтмаҫ кистәрҙе,
Һаман йөрәтәмен күңелемдә
Һарғайып та бөткән хистәрҙе...

Сәкинә Тотманова.
Читайте нас: