Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Октябрь 2020, 17:27

Популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова вафат

Өфөлә үҙенең тыуған көнө алдынан популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова арабыҙҙан китеп барҙы. Коллегалары хәбәр итеүенсә, ул ковид-госпиталдә дауаланған.

Өфөлә үҙенең тыуған көнө алдынан популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова арабыҙҙан китеп барҙы. Коллегалары хәбәр итеүенсә, ул ковид-госпиталдә дауаланған.
Бибисара Мустафовна Азаматова — үҙенсәлекле яҙмышлы кеше. 1949 йылдың 21 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында секретарҙан алып директорға тиклем үрләй, «Нур» рестораны директоры була. Хеҙмәт ветераны, атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре.
Әммә уның бөтә ғүмере йыр менән бәйле ине. 1997-1998 йылдарҙа Фәриҙә Ҡудашеваның тәҡдиме менән Бибисара Азаматова «Өфө-Ҡазан-Болғар» теплоходында башҡорт-татар концерттарында ҡатнаша башлай. 2006 йылда тыуған районында тәүге концерты ойошторола, аккомпаниаторҙар булып республикала танылған баянсылар Ридик Фәсхетдинов, Илшат Яхин, Хәлит, Илшат һәм Айнур Фәтиховтар сығыш яһай.
Йырсының концерттарына халыҡ күпләй йөрөй, уның ҡабатланмаҫ башҡарыу манераһы һәм матур тауышы меңләгән тыңлаусының йөрәгенә үтеп инә, ул ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһына әүерелә.
Читайте нас: