Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Октябрь 2020, 21:00

Ғалим яҡташыбыҙ клипта төшкән

Бикеш ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Әхәт Ғөбәй улы Сәлиховты күптәр иң тәү сиратта ғалим булараҡ белә. Ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, аҙаҡ Төркиәлә эшләй - апаруҡ йылдар Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһында (ТӨРКСОЙ) Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы вәкиле була. Әлеге көндә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Тарих фәндәре кандидаты. Ошо көндәрҙә иһә беҙ уны бөтөнләй икенсе амплуала күрҙек: үҙенең моңо менән күптәрҙең күңелен яулаған һәүәҫкәр йырсы Флизә Назырованың “Гонахтарга батмый гына соярмен дигэн идем” тигән яңы клибын күргәндәр төп геройҙарҙың береһе булған Әхәт Ғөбәй улын шунда уҡ танығандыр.- Ике балам үҫкәс, ҙур сәхнәгә сығыу хыялымды тормошҡа ашырҙым. Һуңғы клибымдағы “артистар” – Әхәт Ғөбәй улы, киленем Элмира (уның өләсәһе – Зәйтүнә ҡоҙағый Тәүәкән ауылынан), улым Дамир һәм ейәнем Эмир. Әхәт Ғөбәй улына клипта төшөргә риза булғаны өсөн бик рәхмәтлемен, - ти 60-лап аудиояҙма йырҙары, 30-лап клибы булған йырсы.Әйткәндәй, Флизә Назырова ла фән өлкәһендә тир түгә - Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең биология институтында эшләй.

Бикеш ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Әхәт Ғөбәй улы Сәлиховты күптәр иң тәү сиратта ғалим булараҡ белә. Ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, аҙаҡ Төркиәлә эшләй - апаруҡ йылдар Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһында (ТӨРКСОЙ) Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы вәкиле була. Әлеге көндә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Тарих фәндәре кандидаты. Ошо көндәрҙә иһә беҙ уны бөтөнләй икенсе амплуала күрҙек: үҙенең моңо менән күптәрҙең күңелен яулаған һәүәҫкәр йырсы Флизә Назырованың “Гонахтарга батмый гына соярмен дигэн идем” тигән яңы клибын күргәндәр төп геройҙарҙың береһе булған Әхәт Ғөбәй улын шунда уҡ танығандыр.
- Ике балам үҫкәс, ҙур сәхнәгә сығыу хыялымды тормошҡа ашырҙым. Һуңғы клибымдағы “артистар” – Әхәт Ғөбәй улы, киленем Элмира (уның өләсәһе – Зәйтүнә ҡоҙағый Тәүәкән ауылынан), улым Дамир һәм ейәнем Эмир. Әхәт Ғөбәй улына клипта төшөргә риза булғаны өсөн бик рәхмәтлемен, - ти 60-лап аудиояҙма йырҙары, 30-лап клибы булған йырсы.
Әйткәндәй, Флизә Назырова ла фән өлкәһендә тир түгә - Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең биология институтында эшләй.
Читайте нас: