Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Октябрь 2020, 11:35

Зөфәр ВӘЛИТ

МӘҢГЕ ЙӘШӘ, КҮГӘРСЕНЕМ!Уралымдың бәғер киҫәге һин —Ата-баба ере Күгәрсен,Һиндә мине һағыш йылыта ла,Ярһыуҙарым булһа, һыуыта.Ҡуйыныңда тәпәй атлағанмын,Ғонаһтарым һиндә фашланған,Һине уйламаған көнөм юҡтыр,Байлығым юҡ күҙгә ташланған.Бар байлығым күңел түрҙәрендә,Улары ла халыҡ телендә .Һин булғанға, бер күгәрсен булыпЙәшәйем мин тыуған илемдә.Яуыз уйҙар менән килгәндәргәБөркөттәрең тырнаҡ ҡайраһын.Ҡыштарын да беҙҙе саҡырып тор,Бурандарың моңло һайраһын.Ҡайтһын һиңә ситтән ул-ҡыҙҙарың,Яңғыраһын бишек йырҙары.Ташҡындарҙа ҡырыҫ был тормоштоңАғып китһен ҡара һыуҙары...Иңдәремдә ҡаурый ҡанаттарҙыңСихри көсөн тойған саҡтарымИҫтән сыҡмай һис тә... Мәңге йәшә,Күгәрсенем — тыуған яҡтарым!

Зөфәр ағай Вәлитов менән күптән танышмын. Йәш булһам да, тиң күреп һөйләшә ул. Үҙе лә ябай итеп, үҙ күреп “Һин” тип кенә әйтә, “Һеҙ” тип өндәшкәнде, әллә ниндәй ҙурлауҙарҙы өнәмәй. Тура һүҙле лә ул, ярамһаҡланыуҙы ла яратмай. Ҡайһы саҡта ысын ирҙәрсә ҡаты итеп әйтеп тә ҡуя. Кәрәк икән, тәнҡитен дә, лайыҡлы икән, яҡшы һүҙен дә йәлләмәй. Йәштәргә төплө кәңәштәрен бирергә лә ваҡыт таба.
"Шағирҙар ул ғашиҡ халыҡ. Матурлыҡҡа, ҡатын-ҡыҙға, донъяға ғашиҡ. Шиғриәтемдә мин үҙемде, ихлас хистәремде, кисерештәремде яҙам. Ысынлап та, күберәк фәлсәфәүи лирик шиғырҙар яҙыла, уларға милләт, тел темалары ла килеп ҡушыла.
Һәр замандың даүҙ шиғриәте, үҙ даһиҙары булған, булып тора. Заман беҙҙе яһамай бит, беҙ заманды яһайбыҙ. Башҡорт шағирҙары, шөкөр, һис тә артта ҡалмай, заман менән бергә атлай. Шәхсән Салауат Әбүзәрҙең ижады хөрмәт итәм. Уның һымаҡ шағирҙар булғанда, башҡорт шиғриәте һис ҡасан да һүнмәйәсәк", - ти Зөфәр ағай.
Зөфәр ВӘЛИТ
Йәшлек моңдары
Көткән кешең барҙа ҡибла яҡта
Бәхет барҙыр яҡты донъяла,
Тормош түгел, йәнем ыуалғанда
Ғүмер атым, алға ҡыуала!

Йондоҙҙарҙан, ҡояштан да йыраҡ
Беҙ йәшнәгән йәшлек йылдары.
Күктәр күкрәп, йәшен йәшнәгәндә
Ишетелеп ҡала моңдары.

Күңелемә уйҙар тулышҡанда
Бәғеремдән нурҙар бөркөлә,
Ана, алда, офоҡ арттарында
Күрешеүҙәр күҙгә эркелә...
Яҙмыш
Кем ҡарғауы беҙгә мәғлүм түгел,
Тормош үҙе ҡорос нигеҙҙәй,
Быуаттарҙан быуаттарға күсеп
Бәхетһеҙлек беҙҙе тигеҙләй.

Сығып ҡына булмай шул нигеҙҙән,
Сығыуыбыҙ унан икеле,
Мин үҙем дә шул нигеҙҙе һөҙөп,
Үҙ мөгөҙөн үҙе һындырыусы,
Миңерәүләнгән үгеҙ шикелле...
Өмөт бар әле
Йәшлек дуҫым Хөрмәт шылтыратты:
"Ник ҡайтмайһың һин шул Өфөнән?.."
...Нисәнсе йыл инде ауылыма
Төштәремдә генә күсенәм.

Еңел булған тыуған-үҫкән ерҙән
Ҡалаларға китеп батыуҙар...
Атай-Әсәй мәңгелеккә күҫкәс,
Еңел түгел икән ҡайтыуҙар.

Быйыл да мин ҡайталманым инде,
Ҡыш сығырға ҡала ҡалала,
Яңы йылды бүреләрем менән
Ҡаршылармын, бәлки, далала.

Етегәнгә ҡарай ағылырбыҙ
Күк ҡапусы кинәт асылһа...
Мин ҡайтырмын әле йөрәгемдең
Ярһыуҙары бер аҙ баҫылһа.

Беҙҙе кеше иткән еребеҙгә
Ҡайтырыма өмөт бар әле.
Әрүахтарҙың миңә хәбәре юҡ,
Тимәк, унда урын тар әле...
Донъя. Тормош.
Ауырайғанда еңел аҙымдар,
Йөрәгемдә әле наҙым бар,
Ғүмерем түгел, йырлай йөрәгем--
Берҙән-берем, минең терәгем.

Ауырлыҡты кемдәр күрмәгән дә,
Упҡынына кемдәр төшмәгән?
Упҡындарҙан сығып, йәне үҫеп,
Мәңгелеккә кемдәр күсмәгән!..

Эй был тормош, ауыҙҙарҙы йырмыш,
Донъя битендәге бер шешек!
Ожмахтарға сығып ҡасыр өсөн
Эшләнмәгән дә бит бер тишек.

Донъя шеше шартламаһын өсөн
Аллаһ дауа уйлап сығарған:
Беҙҙең ошо тыуған еребеҙҙе
Мөхәббәте менән һуғарған...

Күкрәктәрҙә йөрәк йырлай икән,
Тормош үҙе шешкән булһа ла,
Һынауҙарға бирешмәгәндәрҙән
Киләсәккә моңло йыр ҡала.
Әҙәбиәт тотҡондары
В литературу не играют.
Виктор Верстаков.

Әҙәбиәттә уйнамайҙар,
Унда йәшәп үләләр.
Йәшнәп йәшәгәндәр генә
Ғүмер ҡәҙерен беләләр.

Унда һине саҡырмайҙар,
Һәләт булһа ҡасмайһың,
Йөрәк менән йәшнәмәһәң
Яңылыҡ та асмайһың...

Әҙәбиәт тотҡондары
Йәшәй ай(ы)рым зонала...
Йөрәктәре йәшнәгәндә
Күктә балҡып тын ала ла,
Йәнә ерҙә юғала...
Ҡарлуғастар бала осора
Ҡарлуғастар бала осора,
Күң(е)лем шат та, бер аҙ бойоҡ та,
Улар ҙа бит минең кеүектәр,
Уларҙың да йәшәү ҡыйыҡта.

Ҡоштарҙың хет ҡанаттары бар
Осор өсөн йылы яҡтарға.
Улар менән оса алмайым,
Башты эйеп ҡалам яттарға...

Күңелемдең генә, Хоҙайым,
Ҡанаттарын берүк ҡайырма.
Ҡыйыҡта ла риза йәшәргә,
Тыуған ерҙән генә айырма!
Читайте нас: