Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Октябрь 2020, 11:18

Көҙ ҙә етте...

***Көҙ ҙә етте.Саған япраҡтарыКүҙҙең яуын алыр келәмдәй,Түшәлгәндәр ергә нағыш булып,Шыршы ғына йәшел еләндә.Дымһыуланған япраҡ араһынанҠуйы томан йәп-йәш ҡаймаҡтай,Һығылып аға, гүйә, көҙ һағышынБикләмәксе ситлек-уймаҡҡа.Ерән шәлен имән ҡымтып бөркәп,Йоҡомһорай көҙгө һалҡында.Үҙ һүҙле ел сәсә япраҡтарҙы,Мыжык ямғыр тамам ялҡытҡан...Тәлгәшләнгән суғым миләш кенәҠуҙы төшкән, еткән усаҡтай,Ипкен бөркә.Эй, илаһи донъя!Һыйһаң икән минең ҡосаҡҡа!

***
Көҙ ҙә етте.
Саған япраҡтары
Күҙҙең яуын алыр келәмдәй,
Түшәлгәндәр ергә нағыш булып,
Шыршы ғына йәшел еләндә.

Дымһыуланған япраҡ араһынан
Ҡуйы томан йәп-йәш ҡаймаҡтай,
Һығылып аға, гүйә, көҙ һағышын
Бикләмәксе ситлек-уймаҡҡа.

Ерән шәлен имән ҡымтып бөркәп,
Йоҡомһорай көҙгө һалҡында.
Үҙ һүҙле ел сәсә япраҡтарҙы,
Мыжык ямғыр тамам ялҡытҡан...

Тәлгәшләнгән суғым миләш кенә
Ҡуҙы төшкән, еткән усаҡтай,
Ипкен бөркә.
Эй, илаһи донъя!
Һыйһаң икән минең ҡосаҡҡа!
Читайте нас: