Минең дә бит яҡты яҙым булды
Шытып сыҡҡан үҫенте һымаҡ.
Онотолмай һаман – гел иҫемдә
Ҡалһа ла ул инде бик йыраҡ.
Унан инде йылы йәйем килде
Күптән инде бешеп өлгөрҙөләр
Емештәрҙән тағы емеш үҫте
Емеш баҡсаларым киңәйҙеләр
Хәҙер урман минең янымда.
Йылы йәй ҙә үтте, көҙөм килде
Ҡырау төшә – түҙәм һалҡынға.
Һаман әле туңмаҫҡа тырышам
Әҙ булһа ла күңел талпына.