Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Октябрь 2020, 18:20

3 октябрь - Есениндың тыуыуына 125 йыл

Рәми ҒАРИПОВКүҙен йомдо быҙ-быҙ йондоҙҡайҙар...(Есениндан)Күҙен йомдо быҙ-быҙ йондоҙҡайҙар,Ҡалтыранды йылға көҙгөһө.Тан, ҡыйылды алыҫ, әллә ҡайҙан,Алландырып бөтә күк йөҙөн.Уяндылар ап-аҡ ҡайындары,Балҡып китте көмөш олоно.Шыптырлатып йәшел сулпыларын,Елберләтте ебәк толомо.Ситән эргәһендә ҡуйы кесерткәндәрМәрүәт-селтәр күлдәк кейгәндәй.Бышылдашып улар баш эйгәндәр һәм:«Хәйерле иртә!» тигәндәй...

Рәми ҒАРИПОВ
Күҙен йомдо быҙ-быҙ йондоҙҡайҙар...

(Есениндан)

Күҙен йомдо быҙ-быҙ йондоҙҡайҙар,
Ҡалтыранды йылға көҙгөһө.

Тан, ҡыйылды алыҫ, әллә ҡайҙан,
Алландырып бөтә күк йөҙөн.

Уяндылар ап-аҡ ҡайындары,

Балҡып китте көмөш олоно.
Шыптырлатып йәшел сулпыларын,
Елберләтте ебәк толомо.

Ситән эргәһендә ҡуйы кесерткәндәр
Мәрүәт-селтәр күлдәк кейгәндәй.
Бышылдашып улар баш эйгәндәр һәм:
«Хәйерле иртә!» тигәндәй...
Читайте нас: