Сөмбөлә - әбейҙәр сыуағы ваҡытында үткәрелә торған көҙгө байрам. Электән көҙ яҡынлашһа, уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары, көрәш ярышы уҙғарылған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр салғандар, ололарҙан фатиха алғандар.
Боронғо милли йолаларға нигеҙләнгән байрамда "Cәңкем"дәр мул уңыштарға шөкөр итеп изге теләктәр еткерҙе, таҡмаҡ әйтеп бейене, төрлө уйындар, йыр-моңдар менән үрелеп барҙы көҙгө уңыш байрамы.