Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Сентябрь 2020, 16:30

Сәскә

- Эйе, әсәй, Мәскәүҙәмен. Хәҙер осабыҙ. Юҡ, юҡ, ҡаршылап йөрөмә. Рәсми осрашыуҙан һуң үҙем ҡайтырмын, һалмаңды ғына бешереп ҡуйһаң. Ярай, шылтыратырмын. Бер нисә сәғәттән ул өйҙә буласаҡ. Өйҙә. Һм. Был һүҙҙе әйтеүе түгел, уйлауы ла икенсе хатта. Күптән булғаны юҡ тыуған яҡтарҙа. Затлы костюмдағы урта йәштәрҙәге әфәнде самолет иллюминаторына ҡарап уйға ҡалды. Сит ерҙәрҙә солтан булып йөрөү еткәндер инде. Үҫтергән тыуған тупрағына рәхмәт йөҙөнән ҙур проект менән ҡайтып бара ул хәҙер. Әсәһе лә көтә. Өйләнергә ваҡыт, яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә, улым, ҡайт бында, тип йыш әйтә башланы һуңғы арала. Берҙән-бер улына башҡорт ҡыҙҙарын ҡоҙалап бер була. Эше буйынса Алыҫ Көнсығышта теркәлеп, Ҡытайҙа йәшәгән улы янына барыбер күсенмәне. Өфөлә ҡалды.

- Эйе, әсәй, Мәскәүҙәмен. Хәҙер осабыҙ. Юҡ, юҡ, ҡаршылап йөрөмә. Рәсми осрашыуҙан һуң үҙем ҡайтырмын, һалмаңды ғына бешереп ҡуйһаң. Ярай, шылтыратырмын.
Бер нисә сәғәттән ул өйҙә буласаҡ. Өйҙә. Һм. Был һүҙҙе әйтеүе түгел, уйлауы ла икенсе хатта. Күптән булғаны юҡ тыуған яҡтарҙа. Затлы костюмдағы урта йәштәрҙәге әфәнде самолет иллюминаторына ҡарап уйға ҡалды. Сит ерҙәрҙә солтан булып йөрөү еткәндер инде. Үҫтергән тыуған тупрағына рәхмәт йөҙөнән ҙур проект менән ҡайтып бара ул хәҙер. Әсәһе лә көтә. Өйләнергә ваҡыт, яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә, улым, ҡайт бында, тип йыш әйтә башланы һуңғы арала. Берҙән-бер улына башҡорт ҡыҙҙарын ҡоҙалап бер була. Эше буйынса Алыҫ Көнсығышта теркәлеп, Ҡытайҙа йәшәгән улы янына барыбер күсенмәне. Өфөлә ҡалды.
Өфө... Нисек ҡаршы алыр уны тыуған ҡалаһы? Ҡасандыр ҡасып тигәндәй сығып киткәнен ғәфү итерме? Ҡабул итерме? Ҡапыл хәтер төпкөлөндәге бер яҡты нур гөлп итеп ҡалды. Сәскә? Онотолмай, шул...
... Ул уны Сәскә тип йөрөттө. Филолог ҡыҙҙар, Эльмираның курсташ әхирәттәре, төҙәтеп бер була ине, Сәскә түгел, Сәскәм була, тип. Ә ул һаман да "Сәскә" тип кенә өндәште. Эйәлек ялғауын, был филологик терминды ул, техникум студенты, белә ине. Тик баштан-аяҡ балҡып торған ҡыҙҙы үҙенеке генә итеп өндәшергә ҡыйыулығы етмәне. Сәскә кеүек ине ул. Шаян, алсаҡ. Уның янында һәр ваҡыт кеше күп. Уны бөтәһе лә ярата, ул һәр береһенә матур һүҙ таба белә. Ҙур йәшкелт-һоро күҙҙәре кешеләргә яратып ҡарай. Көлөп ебәрһә инде, бар тирә-яҡ балҡый кеүек. Уға ҡарап йылмаймағандар һирәк. Егетте лә ул үҙенең яҡтылығы менән үҙгәртте, байытты.
Иң тәүҙә Ғәлимдең әсәһе аптыраны. Сығырылыш кисәһенән бирле шкафта элеүле торған костюмын алып кейгән улына һоҡланып торҙо ла: "Эй, костюм кейеп кенә йөрөй торған эштә эшләһәң ине ул, улым!"- тип ҡуйҙы. "Ҡайҙа инде, төҙөлөштә эшләйәсәкмен бит, әсәй!" - тип ҡул һелтәне техник-архитектор һөнәренә уҡып йөрөгән студент. Костюм кейеп ул Сәскә янына театрға ашыға ине. Юҡһа, үткәнендә джинсы менән кеды кейеп килгән егетте кире бороп алып ҡайтып киткәйне. "Театрға бындай ҡиәфәттә йөрөмәйҙәр!" - тине Сәскә.
Ул хыялланырға өйрәтте. "Нисек инде бер хыялың да юҡ?" тип аптыраны бер көндө. "Нууу..." тип һуҙҙы егет һәм ҡыҙҙың ҡапыл етдиләнеп китеүен абайлап: "Әсәйемде матур итеп ҡарағым килә. Ул мине яңғыҙы үҫтерҙе", - тип күңеленең иң төпкөлөндә ятҡан, әле хатта үҙенә үҙе әйтмәгән уйҙарын ярып һалды. Һуңынан уңайһыҙланып ҡына әйтелгән ошо ябай һүҙҙәр уның тормош маҡсатына әйләнде. "Исемең Ғәлим бит, тимәк, уҡырға тейешһең!" тине бит Сәскә лә.
Улар ҡапыл ғына айырылышты. Йәштәрсә, йүләрҙәрсә. Егет көнләште лә һаҡһыҙ һүҙҙәр әйтелде. Ҡыҙ үпкәләне лә ғәфү итмәне. Егет Сәскә янына ҡабат барманы, ҡыҙ башҡаса юлына сыҡманы. Береһе артыҡ тәкәббер, икенсеһе артыҡ ғорур ине. Һуңынан, Сәскә янында уралған башҡаларҙы күрмәҫ өсөн генә ситкә сығып китте. Бөтөн ярһыуын эшкә екте, егәрле, отҡор егетте күрҙеләр, үҫтерҙеләр. Уҡыны, Алыҫ Көнсығышта ҡытай телен дә өйрәнергә тура килде һәм бына ул хәҙер ниндәй: халыҡ-ара кимәлдәге сит ил компанияһы хеҙмәткәре, билдәле архитектор. Әсәһенә матур тормош, ҙур донъя күрһәтте. Йыл да сәйәхәт ойоштора, янына саҡырып ала.
Ә Сәскә онотолманы. Ун биш йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә йөрәктәге уның урынын берәү ҙә яулай алманы.
...- Һеҙгә берәй нимә кәрәкмәйме?
Стюардесса башҡортса өндәшкәнгә Ғәлим тертләп китте тәүҙә.
- Осош алдынан телефондан әсәйегеҙ менән һөйләшкәнегеҙҙе ишеттем, - тип йылмайҙы ҡыҙ.
- Рәхмәт! Сәй, мөмкин булһа, һөтләп.
Туған телеңдә өндәшһәләр, ҡалай күңел күтәрелә икән дә! Хаҡлы әсәһе, башҡорт ҡыҙына өйләнер кәрәк.
***
Ғәлимде һәм уның делегацияһын аэропортта уҡ ҡаршы алдылар. Водитель менән инглиз телендә һөйләшкән йәш кенә тәржемәсе ҡыҙ килешеүҙәр алып барыласаҡ ҡунаҡханаға оҙатты. Алыҫ юлдан һуң бер аҙ ял итеп алғас, Ҡытай вәкилдәре кәңәшмә залына үтте. Бында уларҙы, ғәҙәттәгесә, олпат-олпат ағайҙар һәм журналистар ҡаршы алды. Ғәлим иң тәүҙә төп башҡорт архитекторы менән ҡуш ҡуллап күреште лә:
- Переводчик не нужен. Могу сам перевести моим китайским коллегам. Әгәр кәрәкһә, башҡортсанан да.
Ғәлимдең ошо һуңғы һүҙҙәре залдағыларҙы шаҡ ҡатырҙы. Ах та ух килделәр, танышырға, белешергә ашыҡтылар. Белмәгәндәре лә вата-емерә башҡортса һүҙ ҡушырға тырышты. Уңарсы баяғы тәржемәсе ҡыҙ ҡыҫылды:
- Беҙ шулай ҙа ҡытай теленә тәржемәсе әҙерләгәйнек. Таныш булығыҙ - Йосопова Эльмира Риф ҡыҙы.
Был ваҡытта ниндәйҙер күренекле бер хужаның ҡулын ҡыҫып торған Ғәлим ҡатты ла ҡалды. Үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы. Булыуы мөмкинме был хәлдең? Бер үк исем-фамилиялы, хатта атаһының исеме тап килгән тулы аҙаштар бармы Өфөлә? Үҙ хыялын үҙе өркөтөргә ҡурҡып, һаҡ ҡына әйләнеп баҫты. Был ул ине. Үҙгәргән, тағы ла матурайған, әммә һаман шулай уҡ балҡып торған филология факультеты студенткаһы Йосопова Эльмира. Сәскә.
(Дауамы бар).
Гөлсимә Иштанова-Алламоратова.

Читайте нас: