Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Сентябрь 2020, 12:15

Күмәкләп арҡама бысаҡ ҡаҙанылар

Оксана менән бынан бер нисә йыл элек диңгеҙ буйынса ял иткәндә танышҡайныҡ. Һомғол буйлы, һипкелле ҡатындың ниндәйҙер һөйкөмлө һөйәге бар һымаҡ тойолдо. Алсаҡ, көләкәс ҡатын менән яҡташтар булып сыҡтыҡ: ул да Башҡотостандан, бер ҙур ҡасабанан икән. Ялға үҫмер улы һәм ҡыҙы менән килгән. Шулай бер кис, Оксана менән тормош ғәмәлдәре тураһында һөйләшеп киттек.

Оксана менән бынан бер нисә йыл элек диңгеҙ буйынса ял иткәндә танышҡайныҡ. Һомғол буйлы, һипкелле ҡатындың ниндәйҙер һөйкөмлө һөйәге бар һымаҡ тойолдо. Алсаҡ, көләкәс ҡатын менән яҡташтар булып сыҡтыҡ: ул да Башҡотостандан, бер ҙур ҡасабанан икән. Ялға үҫмер улы һәм ҡыҙы менән килгән. Шулай бер кис, Оксана менән тормош ғәмәлдәре тураһында һөйләшеп киттек. Уның бәйәнен һеҙгә лә тәҡдим итәм.
...Оксана ғаиләлә яңғыҙ тәрбиәләнгән. Атаһы менән әсәһе, арыу ғына урында эшләгән кешеләр, ҡыҙҙарын етеш тормошта, ҡәҙерләп кенә үҫтергән. Әлбиттә, матди яҡтан проблема белмәгән сибәркәйҙең артынан егеттәр йөрөмәй тормағандыр, әммә Валера барыһын да уҙҙырған. "Яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым", - тип Оксананан тотам да ҡалмай күңелен арбаған ул.
Һәүетемсә тормош көтөп алып киткәнәдәр, бер-бер артлы балалары тыуған. Донъяларын теүәлләгәндәр: бер-береһен яратып йәшәйҙәр, ата-әсәләре эргәһендә, матди проблема юҡ, һау балалар үҫеп килә – бәхет өсөн тағы ни кәрәк?
Оксаналарға йыш ҡына Өфөнән Валераның апаһы Лена ғаиләһе менән ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Апай тигәс тә, ике йәшкә генә өлкән, уның да бәләкәй ҡыҙы бар. Ҡайһы саҡта ул үҙе менән йән әхирәте Эльмираны һәм уның ире Вадимды ла эйәртә. Йәштәр тәбиғәттә бергәләп шешлек ҡурырға йөрөй, байрамдарҙы бергә ҡаршылай, ҡыҫҡаһы ғаилә дуҫтарына әүерелә.
Тик Эльмира әхирәттәренә йыш ҡына зарын һөйләп ала: Вадим менән ни тиклем яҡшы һәм оҙаҡ йәшәһәләр ҙә, балалары юҡ. Тикшеренеүҙәр үткәндәр, сәбәп ирҙә тигәндәр... Эльмира иһә әсәлек бәхетен татырға хыяллана, Оксана менән Ленаның бәпестәрен күргән һайын, улар менән уйнап туймай.
Тормош ҡәҙимгесә дауам иткәндә, бер мәл Оксананың Валераһын алмаштырып ҡуялармы ни: ул йышыраҡ кәйефһеҙ ҡайта, Оксана менән һөйләшмәй, эштә оҙаҡлай башлай. Балалары менән дә ҡыҙыҡһынмай. Бер нисә тапҡыр эшкә киткән еренән ҡунырға ла ҡайтмай: Өфөгә эш барғанда машина боҙолдо, эш килеп сыҡманы, көтөргә мәжбүр булдыҡ, тип аңлата ул юҡ булып торғанын.
Шулай, бер көн, Оксанаға ҡәҙимгесә, әхирәттәре ҡунаҡҡа килә. Ирҙәр усаҡ яғып, шешлек ҡурғансы, Лена менән Эльмира Оксанаға шатлыҡлы хәбәр еткерә: ниһәйәт, Эльмираның иң ҙур хыялы тормошҡа ашҡан, ул бәпес көтә! Йәш ҡатындың бәхете эсенә һыймай, балҡып тора. Ире лә эргәһенән китмәй...Тик Оксананың Валераһы генә был ваҡытта бер аҙ ситтәрәк, һөмһөрө ҡойолоп, күҙәтеп тора...
...Ошо хәлдән бер нисә көн үткәс, Оксанаға Эльмира шылтырата: телефон аша ярһып-ярһып һөйләгән хәбәрҙең айышына тәүҙә төшөнмәйерәк тора Оксана:
– Һин аңра, һуҡыр бисә, Оксана! Валераң һине күптән алдай! Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ! Ҡарынымдағы бала ла – һинең иреңдән! Ә һеҙгә ҡунаҡҡа уның йәнен көйҙөрөр өсөн генә барҙым! - Эльмираның шаңҡытҡыс хәбәренән саҡ иҫтән яҙмай ҡатын.
Анау көндө генә, ошонда, уның өйө түрендә, тәмле-татлы аштарын ашап, “мин, ниһәйәт бәпес көтәм!” , тип ултырған әхирәтенең балаһы – уның иренән? Валера ла, уның апаһы ла, тимәк, был хәлде күптән белгән һәм Оксананың ҡунаҡтар алдында өлтөрәп йөрөгәненә эстән көлөп ултырған?
Өйҙә янъял ҡуба. Оксана Эльмира шылтыратты тигәс, Валера ла танмай, барыһын да һөйләп бирә. Эйе, бер-береһен оҡшатҡандар, күптән осрашалар, бергә йәшәргә уйлайҙар...
Ошо хәлдән һуң Валера Өфөгә, Эльмира янына күсеп китә. Был хәлде уның ире Вадим нисек кисергәндер, мәгәр был икәү Эльмираның оло йәштәге ата-әсәһе менән бер фатирҙа донъя көтә башлай. Тиҙҙән бәпес тә тыуа – малай. Уға Валера фамилияһын бирә... Оксана иһә айырылышыу өсөн документтар туплай башлай.
Бер нисә айҙан Оксанаға хәбәр еткерәләр: Валера ҡасабаға кире әйләнеп ҡайтҡан, имеш. Ата-әсәһендә йәшәп ята икән. Шулай, Эльмира менән икеһенең “ҡайнар мөхәббәтен” донъяның ығы-зығыһы тиҙ генә юҡҡа сығарған: тығыҙ фатирҙа, мыжыҡ ҡайны-ҡәйнә һәм бәләкәй бала менән оҙаҡҡа түҙмәгән Валера. Ә тегеһе кире Вадимына ҡайтҡан икән...Баланы бергә тәрбиәләмәкселәр, имеш. Бына шулай, Валера менән Эльмираның аҙғынлығы нисә ғаиләнең бәхетен сөлпәрәмә килтерә, күҙ йәштәренә мансый...
...Оксана Валера менән осрашмаҫҡа, аралашмаҫҡа тырышһа ла, бер ҡасабала быны эшләүе ҡыйын була, әлбиттә. Уныһы иһә балалары менән аралашыу сәбәбе менән Оксанаға ҡабаттан яҡынлаша башлай. Йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә, улы менән ҡыҙы хаҡына кире ирен өйгә индерергә мәжбүр була ҡатын.
“Барыбер бер нәмә лә элеккесә түгел. Ышанмайым, хыянатын ғәфү итә алмайым. Апаһының ике йөҙлөлөгө лә арҡаға бысаҡ ҡаҙағандай булды. Тағы ла шуныһы: бала ирем исеменә яҙылғас, сит илгә йыйынған һайын Эльмира Валераға шылтырата, атай булараҡ сәйәхәткә рөхсәт ала. Ирем үҙгәрҙе, ул хәҙер күпкә моңһоуыраҡ, йыш ҡына үҙ эсенә бикләнә. Ғүмерҙә уйламаған ерҙән йорт һалырға кереште – күберәк шул төҙөлөштә булыша. Белмәйем, бәлки ваҡыт яраларҙы дауалар, әммә улар ҡанһырауҙан туҡтағаны юҡ ”, - тип тамамланы һүҙен Оксана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә Оксана менән Валераның ғаиләһе нисек йәшәгәнен, улар бергәме-юҡмы икәнен белмәйем. Балалары ла үҫеп бөткәндер инде. Тормош юлындағы ошо һынауҙы лайыҡлы үткәндәрҙер, башҡа ундай аяуһыҙ хаталарҙы ҡабатламағандарҙыр, тип ышанғы килә.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Читайте нас: