Ишек шаҡый көҙөм. Тағы килгән...
Ҡыҙыл күлдәк... һары һырға элгән.
Минең дә шул, иләҫ-миләҫ булып,
Ошо осор көтөрөмдө белгән.
Әйҙүкләйем, түрҙән урын биреп,
Әҙерләнгән емеш-йылдар тиреп.
Сабыр ғына ҡаршы алған булам,
Сыҡмаһам да артыҡ ҡолас киреп.
Көҙөм, көҙөм, көҙөм... уңған мәлем,
Артта ҡалды үкенгәне, йәле...
Алмаларҙың алланғанын алып
Хуш еҫенән иҙерәйем әле.
Көҙөм, көҙөм, көҙөм! Алтынланған,
Ялҡынлаған сағыу саған сағым.
Көҙҙәр килер урап, һау булғанда...
...Һин дә килһәң икән шулай тағын...