Борон-борон заманда йәшәгән, ти өләсәйҙәр...
Тик ул заман бер ҙә әкиәткә оҡшамаған. Ул әкиәттә тылсым-таяҡ булмаған, бөтәһе лә ҡул көсөнә таянған. Кеше ҡулы иген урған, бесән сапҡан, кейем теккән. Тормош ябай, әммә ярлы булған.
Яу артынан яу сыҡҡан, ҡурайҙың бер осонан ҡан тамған, бал тамғаны һирәк булған.
Өләсәйҙәр һуғыш күргән, аслыҡ күргән, күп юғалтыу кисергән. Ирҙәрен ихтилалдар, революциялар йотҡан, балаларын аслыҡ, юҡлыҡ ҡырған.
Батыр тоҡомо тип ҡоллоҡҡа ла һатылған улар, “халыҡ дошманы” мөһөрө тағылып Себергә лә һөрөлгән. Табандарын ҡырҡып имгәтһәләр ҙә, ҡайтыр юл ҡарурман аша ятһа ла, Уралына кире ҡайтҡан, тыуған ергә тоғро ҡалған.
Өләсәйҙәр мәктәп-вуздарҙа уҡымаған. Әммә күпте белгән: киндерҙән кейем теккән, йүкәнән сабата үргән, йөн эшкәрткән, ойоҡ, бейәләй, шәл бәйләгән, сигеү сиккән, кейеҙ баҫҡан, ҡымыҙ бешкән, араһында таҡмаҡ әйткән, ҡубыҙ сирткән, йырын һуҙған. Өләсәйҙең хәтер һандығында күпме йырҙар, ҡобайырҙар, күпме мәҡәл-әйтем, ҡарһүҙ һаҡланған. Аҡыл өйрәтмәгән улар, кинәйәле әкиәт һөйләгән.
Өләсәйҙәр һүҙ менән түгел, ҡараш менән тәрбиәләгән.
Шундай ауырлыҡты еңер көстө ҡайҙан алған өләсәйҙәр?
Өләсәйҙәр доға белгән, шуға йөрәктәре асыҡ булған. Асыҡ йөрәктәргә иһә күктән яуап торған бәрәкәт ҡунған.
Ә.Лотфуллиндың "Өс ҡатын" картинаһы