Был турала бөгөн республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров белдерҙе.Әйткәндәй, ул йыйылышта милли кейемдә һәм башҡорт телендә сығыш яһаны. Милли костюм көнөндә ойошторолған сараларҙың күбеһе онлайн форматта була.
“Милли кейем көнөндә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ тамырҙарына ихтирамлы ҡараш һәм эшлекле этник һыҙат өлгөһө күрһәтеренә ышанам”, - тип белдерҙе Фәнүр Йәғәфәров. Милли кейем көнөнә арналған сараларҙы Өфөнөң “Торатау” конгресс холы янында йомғаҡлау ҡарала. Унда ҡатнашыусылар күмәкләп әйлән-бәйлән башҡарасаҡ.
Был үҙенсәлекле мәҙәни сарала беҙҙең райондаштар ҙа әүҙемлек күрһәтеп, ошо көндә булһа ла, милли кейемдәргә өҫтөнлөк бирһә икән тип теләйбеҙ. Башҡорт күлдәгендә төшкән фотоларығыҙҙы беҙҙең төркөмгә лә ебәрергә онотмағыҙ.
- Халыҡты халыҡ итеп нимә билдәләй тигән һорауға мин теле, ризығы, йорт-ҡураһы һәм иң әһәмиәтлеһе – кейеме, тиер инем. Сөнки, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел гәүһәрҙәренең береһе булған мәҡәл былай ти: кейемгә ҡарап ҡаршы алалар. Кейеменә ҡарап кешене теге йәки был милләт вәкиле икәнлеген билдәләп була.Шуға күрә кейемгә беҙ айырыуса иғтибар бирергә тейешбеҙ,сөнки тәүге тәьҫорат нәҡ кейем аша һалына.
Бер нисә йыл рәттән уҙғарылған милли кейем парадында ла был асыҡ сағылды, башҡа милләт вәкилдәре лә үҙ милли кейемдәрен кейеп, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға өлөш индереп, башҡа милләт вәкилдәрен дә хөрмәт итеүҙәрен күрһәтте. Шулай ҙа меңләгән парадсылар араһында иң сағыуы һәм матуры, иң боронғоһо, әлбиттә, башҡорт милли кейеме булды. Ҡайһы бер йәштәр замансалап, стилләштереп тә кейгән ине. Башҡаларҙың ҡарашы нисектер, әммә мин заманса стилләштереүгә ыңғай мөнәсәбәттәмен. Тик милли кейемебеҙҙең төп асылына ғына хыянат итмәһендәр. Ә төп асылы нимәлә һуң башҡорт милли кейеменең? Ул динебеҙ ҡанундарына яраҡлы рәүештә оҙон итәкле, оҙон еңле һәм түштәр ҡаплы булырға тейеш. Тимәк, ҡатын-ҡыҙ ғәүрәтен ҡаплап торорға тейеш. Һәм, әлбиттә, биҙәк итеп үҙебеҙҙең башҡорт орнаменттары ҡулланылырға тейеш. Шул ваҡытта ул асылын юғалтмайынса уны кейеүсе шәхестең башҡорт милләтенән икәнен күрһәтеп торасаҡ. Шулай уҡ ҡатмарлы итәктәр ҙә һаҡланырға тейеш. (Белеүебеҙсә, итәк, йәрпесәк, балитәк - ҡатын-ҡыҙҙың социаль статусын билдәләгән үҙенсәлекле бер тамға ул. Йәш ҡыҙҙар бер йәрпесәкле күлдәк кейһә, кейәүҙәге ҡатындар йәрпесәкте балалар иҫәбенә ҡарап һалған тигән мәғлүмәт тә бар - авт.).
Тағы ла шуны әйтер инем, үҙен башҡорт тип һанаған һәр бер кешенең көндәлектә ҡулланмаһа ла, байрамдарға кейергә милли кейеме булырға тейеш. Беҙ балаларыбыҙға бәләкәстән үҙ телебеҙгә, ризығыбыҙға, ҡаралтыларыбыҙға, кейемебеҙгә һөйөү һеңдереп үҫтермәйбеҙ икән, милләтебеҙ бөтә тип күпме генә ҡысҡырһаҡ та унан файҙа сыҡмаясаҡ. Милләтте һаҡлау буйынса ололарҙың йыйылышып кәңәшмәләр үткәреүенә ҡарағанда балаларыбыҙҙы ҡурсаҡ кеүек итеп милли кейем кейҙереп үҫтереү, форсат сыҡҡан һайын милли сараларҙа ҡатнашыу, бына ошондай милли кейемдәр парады ойоштороу ҙа милли рухты уятыуға, уны һаҡлауға йүнәлтелгән иң көслө сараларҙың береһе булып тора.
Оло инәйҙәребеҙ сағыу төҫлө, ҡатмарлы итәкле күлдәктәр кейеп, яулыҡтарын боронғоса шаҡмаҡлап бәйләп йөрөһөндәр ине ҡунаҡҡа.
Миллилекте билдәләгән ризығыбыҙ хаҡында ла әйтмәй булмай. Өҫтәлебеҙҙән милли аш-һыу өҙөлмәһен ине. Уйлап ҡараһаң, ни тиклем дә таҙа, ни тиклем дә файҙалы ризыҡ бит ул беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борондан туҡланған ниғмәттәр. Талҡан, эремсек, ҡымыҙ, буҙа, ҡаҙы, йылҡы ите һәм башҡа, һәм башҡа...Улар хаҡында хатта айырым һөйләрлек. Миллилек беҙҙең йәшәйешебеҙҙә, булмышыбыҙҙа, томошобоҙҙа сағылырға тейеш.
Ысынлап та, ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк. Тәү ҡарашҡа икенсел мәсьәлә генә тойолған милли кейем дә, төплө уйлаһаң, милләтте милләт булараҡ билдәләгән төп күренештәрҙең береһе бит ул. Халҡым күрке милли кейемдә лә икән шул... Форсаттан файҙаланып, милләтебеҙҙе һаҡлауҙы һәр кем үҙенән, балаларынан башлаһын ине тип әйтке килә.