Кире һүрмә мине уйҙарымдан,
Инҡар итмә алһыу хыялды.
Ғажиз булдым юлым ҡамалыуҙан,
Тоғро күреп аҡыл тыйғанды.
Йондоҙ ише, йымылдаша йәндә
Үткәндәрҙән ҡалған гөл-өмөт.
Зар-сырмауҙан итәм ҡотолмаҡҡа,
Туҡтаталмаҫ һис бер бик, өгөт.
Шулай кәрәк, тиеп йәшәнем мин,
Әҙәп һаҡлап, хисем тымыҙҙым.
Тик хәтерҙән мәңге юйылманы
Буйы-һыны, моңо ул ҡыҙҙың.
Тәүәккәлдәр генә таш яра тип,
Баш ярмаҡсы булам ҡартлыҡта.
Ҡамауынан йылдар ысҡындырмаҫ
Әүәлге хис, тәүге сафлыҡты.
Кире һүрәм йәнә уйҙарымды,
Биккә тығам алһыу хыялды.
Ымһындырған йондоҙ балҡышынан
Өҫтөн, ахыры, аҡыл тыйғаны.
Их, йәшәгем килә өр-яңынан,
Их, һөйәһем килә яңынан.
Теләктәрҙән телем телгә йоҡмай,
Хыялдарҙан йөрәк ярыла.
Беләм хәҙер ғишыҡ ҡәҙерҙәрен,
Ҡайнар хис баһаһы юғары.
Данлай беләм һөйөү нескәлеген —
Ҡасмам Пегасымды туғарып.
Уҙған йылдар, оҙон юлдар аша
Йөрәгемдә артҡан сабырлыҡ.
Ошо сабырлыҡты һөйөүемә
Ап-аҡ япма итеп ябырлыҡ.
Беҙ икебеҙ япма-сымылдыҡта
Татырбыҙ ҙа ожмах ләззәтен —
Йыһан киңлегенә күтәрербеҙ
Мөхәббәтте ҙурлау ғәҙәтен.
Ер йөҙөнөң һәммә кешеләре,
Иркәм, шулай беҙҙән нур алыр.
Инде юғалһаҡ та — үкенесһеҙ:
Ҙур мөхәббәт,
Ошо йыр ҡалыр.
Беҙ ҙә арғымаҡ инексе:
Ел-дауылдар уйнатып,
Елдек йәшлек юлдарынан —
Мәңгелек тип уйланыҡ.
Мәңге түгел икән йәшлек —
Ғүмерҙең тик бер мәле.
Унда мәңгегә ҡалырға
Һис кем тапмай әмәлен.
Беҙгә лә йүгән кейелде,
Ауыҙлыҡтар сәйнәтеп.
Ошо тәҡдир һәр быуынға
Килеп тора әйләнеп.
Һабан һөрҙөк.
Муйындағы
Ҡамыттар шыпа еүеш.
Тәртәгә бикләй яҙмыштар —
Тормошта шулай тейеш.
Аҡыл керҙе сал баштарға,
Таныныҡ хаталарҙы.
Үкенес тулы ошо мәл
Ғүмер тип аталамы?!
Инде тиҙҙән, бик-бик тиҙҙән
Йүгәнде һалдырырҙар.
Хатта тәүләп — һәм мәңгегә! —
Тышауһыҙ ҡалдырырҙар.
Ул ирек хәҙер нимәгә?
Нимәгә йәшел болон?
...Унда елә бүтән тайҙар,
Уйнаҡлай йәп-йәш ҡолон.
Барлыҡ ғүмер, ахыры, — көтөп йәшәү:
Көн дә, көн дә ниҙер көтәһең.
Өмөттәрең күп саҡ бушҡа сыға,
Көтөктәр ҙә булып бөтәһең.
Бала саҡта ҙурайыуҙы көттөм,
Ниндәй алһыу ине хыялдар.
Эшләр эштәр менән аймылыштым,
Шул хыялды ғына тыялмай.
Көттөм, көттөм...
Өҙөлөп Уны көттөм
Илаһи ҙа яҙғы таңдарҙа.
Һуҡмаҡтарҙы яҙмыш яҙлыҡтырып,
Һемәйергә икән яҙған да.
Дон Кихоттың ел тирмәне менән
Алышҡаны төҫлө тормошом:
Ғәҙеллекте яҡлап етемлектән,
Ялған менән күпме һуғыштым.
Бер семтем дә үҙгәрмәне донъя.
Күп тә ҡалмай ғүмер һүтәһе.
Ә барыбер йәндә өмөт йәшәй,
Ә барыбер ниҙер көтәһең...
Бер нәмә лә мәңге түгел ерҙә:
Урман, тауҙар, сикһеҙ далалар;
Беҙ йөрөгән юлдар, һалған өйҙәр,
Күккә ашып торған ҡалалар.
Бер нәмә лә мәңге түгел ерҙә:
Хис-тойғолар ҡала күмелеп;
Ҡыуыҡ һымаҡ, өмөт-хыял шартлай,
Һүнеп ҡала бәндә ғүмере.
Бер нәмә лә мәңге түгел ерҙә:
Йыйған байлыҡ,
Сәскән ғәйбәттәр;
Ҡон ҡайтарыу,
Шашыныуҙар ярһып,
Һөйөшөүҙәр,
Киргән ғәйрәттәр.
Бер нәмә лә мәңге түгел ерҙә:
Хаким, ҡанун... Китап-томлыҡтар...
Мәңгелектә һис иҫкермәй торған
Бөйөк ғали йәнәп —
Ваҡыт бар.