Була шулай: йөҙҙәреңдә
Ҡайғы көлә, шатлыҡ илай.
Булғанына шөкөр итеп
Ятыр мәлдә йәнең тулай.
Була шулай: көндәреңдән
Төнөң була ҡояшлыраҡ.
Маҡталыуың була ҡай саҡ
Маҡтаныуҙан оятлыраҡ.
Була шулай: йыраҡ — яҡын,
Ә яҡының була йыраҡ,
Дуҫың йөрөй тeшeн ҡайрап,
Дошман килә ғәфү һорап.
Ҡояш түгә күҙ йәштәрен,
Яҡты нурҙар сәсә болот,
Сәскәләр таш булып ҡата,
Таптар шиңә сәскә булып.
Ҡаршылыҡлы был донъяға
Кемдәр генә хайран түгел!
Ҡаршылыҡтар менән тулы
Әллә минең генә күнел?
Минутына ҡырҡ утҡа
Инеп, ҡырҡ һыуҙы кисә.
Ярай әле һиндә ҡала
Бөтәһе лә әүәлгәсә:
Көйөүҙәрең көйөү булып,
Һөйөүҙәрең һөйөү булып.
Рафаэль Сафин.