Мораҙым
+17 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
8 Июля 2020, 10:13

Шакир Янбаевтың әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән урындар буйлап сәйәхәт

Ишәй тауы Тормошсан хикәйәләре, повестары менән күптәргә таныш фронтовик –яҙыусы Шакир Янбаев тыуған ауылы Бикбулатҡа йыш ҡайтып йөрөр булған. Тыуған ауылының саф һауаһын һулап, Кесе Эйек йылғаһының шифалы һыуында ҡойоноп, ярҙарында ҡыҙынып, күңеленә дәрт, илһам ала торған булғандыр, моғайын. Бигерәк тә, Ишәй тауын үҙ күргән ул. Тау башына менеп, ауыл күренешенә һоҡланып ҡарарға яратҡан. Бикбулат ауылының матурлығы, уның һоҡланғыс тәбиғәте яҙыусының әҫәрҙәрендә лә йыш телгә алына, илаһи итеп тасуирлана. Шулай уҡ ауыл кешеләренең тормошо, яҙмышы, кисерештәре, күркәм холоҡтары матур итеп һүрәтләнә, әҙәби яҡтан тулыһынса асып бирелә. Бөтәһенә лә таныш булған “Саптар” хикәйәһендә Бикбулат ауылы халҡы тураһында бәйән ителә, унда һүрәтләнгән ваҡиғалар ысын тормоштан алып яҙылған.

Ишәй тауы
Тормошсан хикәйәләре, повестары менән күптәргә таныш фронтовик –яҙыусы Шакир Янбаев тыуған ауылы Бикбулатҡа йыш ҡайтып йөрөр булған. Тыуған ауылының саф һауаһын һулап, Кесе Эйек йылғаһының шифалы һыуында ҡойоноп, ярҙарында ҡыҙынып, күңеленә дәрт, илһам ала торған булғандыр, моғайын. Бигерәк тә, Ишәй тауын үҙ күргән ул. Тау башына менеп, ауыл күренешенә һоҡланып ҡарарға яратҡан. Бикбулат ауылының матурлығы, уның һоҡланғыс тәбиғәте яҙыусының әҫәрҙәрендә лә йыш телгә алына, илаһи итеп тасуирлана. Шулай уҡ ауыл кешеләренең тормошо, яҙмышы, кисерештәре, күркәм холоҡтары матур итеп һүрәтләнә, әҙәби яҡтан тулыһынса асып бирелә. Бөтәһенә лә таныш булған “Саптар” хикәйәһендә Бикбулат ауылы халҡы тураһында бәйән ителә, унда һүрәтләнгән ваҡиғалар ысын тормоштан алып яҙылған.
Автор фотолары.
Читайте нас