Мораҙым
+15 °С
Дождь
МӘҘӘНИӘТ
26 Июня 2020, 12:34

Күгәрсендә оло шатлыҡ!

Бөгөн, 26 июндә, Күгәрсен ауылында ҡыуаныслы һәм мөһим ваҡиға булды, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты сиктәрендә матди-техник базаһы яңыртылған, заман талаптары буйынса йыһазландырылған күп функциялы мәҙәниәт үҙәге менән район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күгәрсен ауылы уҙаманы, Афған һуғышы ветераны Илдус Миңлебай улы Хәлитов, Етебулаҡ ауылы ҡыҙы, әүҙем йәмәғәтсе Мөршиҙә Сәмиғулла ҡыҙы Төхвәтуллиналар танышты, яҡташтарының шатлығын уртаҡлашты. “Урындағы мәҙәниәт йорто” проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә тамашалар залында креслолар алмаштырылған, яңы уйын ҡоралдары (12 гармун, 2 баян, 20 ҡурай), музыка аппаратураһы, яҡтылыҡ ҡорамалдары, сәхнә кейемдәре, вокаль һәм бейеү ансамблдәре өсөн костюмдар, гастролдәргә йөрөр өсөн өр-яңы “Соболь” автомобиле һатып алынған.

Бөгөн, 26 июндә, Күгәрсен ауылында ҡыуаныслы һәм мөһим ваҡиға булды, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты сиктәрендә матди-техник базаһы яңыртылған, заман талаптары буйынса йыһазландырылған күп функциялы мәҙәниәт үҙәге менән район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күгәрсен ауылы уҙаманы, Афған һуғышы ветераны Илдус Миңлебай улы Хәлитов, Етебулаҡ ауылы ҡыҙы, әүҙем йәмәғәтсе Мөршиҙә Сәмиғулла ҡыҙы Төхвәтуллиналар танышты, яҡташтарының шатлығын уртаҡлашты.
“Урындағы мәҙәниәт йорто” проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә тамашалар залында креслолар алмаштырылған, яңы уйын ҡоралдары (12 гармун, 2 баян, 20 ҡурай), музыка аппаратураһы, яҡтылыҡ ҡорамалдары, сәхнә кейемдәре, вокаль һәм бейеү ансамблдәре өсөн костюмдар, гастролдәргә йөрөр өсөн өр-яңы “Соболь” автомобиле һатып алынған.
Заман талаптары буйынса йыһазландырылғандан күп функциялы үҙәктә үҫмерҙәр, йәштәр һәм оло быуын вәкилдәре өсөн махсус ял урындары ойоштороу ҙа ҡаралған. Шул маҡсатта мәҙәни усаҡҡа спорт инвентарҙары – төрлө тренажерҙар, теннис, бильярд өҫтәлдәре ҡуйылған. Кескәйҙәр өсөн уйын бүлмәһе, эш кабинеттары, гардероб яңы мебель менән йыһазландырылған.
Күгәрсендә һәләтле, дәртле һәм ихлас халыҡ йәшәй. Мәҙәниәт усағында бер нисә ансамбль, халыҡ һәм балалар театрҙары, ағинәйҙәр ойошмаһы, уңған хужабикәләр түңәрәктәре эшләп килә. Мәҙәниәт усағының “Аҡ ҡалфаҡ” төркөмө уңғандары үҙешмәкәр артистарҙы ғына түгел, ә эргә-тирәләге ауылдар халҡын да сәхнә костюмдары менән тәьмин итергә уйлай. Шул маҡсатта мәҙәниәт учреждениеһына теген машиналары һатып алынған.
Тантана уңайынан бәләкәй генә байрам концерты ойошторолдо. Сәхнәлә үҙҙәре теккән күҙ яуын алырҙай милли костюмдарҙа үҙешмәкәр артистар - “Аҡ ҡалфаҡ”” төркөмө, Илһам Шәрипов, “Гөрләүек” ансамблендә шөғөлләнеүсе Күгәрсен ауылы егет-ҡыҙҙары сығыш яһаны.
Күгәрсен ауылы халҡына килә­сәк­тә лә йырлай-йырлай ижади үрҙәргә артылыуҙарын һәм яңынан-яңы проекттарҙы тор­мош­ҡа ашырыуҙарын теләргә генә ҡала.
Читайте нас