Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Июнь 2020, 10:05

Ижадта яңы еңеүҙәргә өмөтләнәләр

Бәләбәй ҡалаһындағы 1-се балалар сәнғәт мәктәбе, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль милли проектында ҡатнашып, ике миллион һумдан ашыу субсидия алды.

Ошо проект ярҙамында сәнғәт мәктәбенә йөрөгән балаларҙы яңы уҡыу йылында яңыртылған тамаша залында өр-яңы “Kawai” рояле көтә. Өҫтәмә белем биреү шарттарын яҡшыртыу өсөн йәнә 40 мольберт, ҡом менән һүрәт яһау өсөн 14 өҫтәл, 32 уҡыу йыһазы комплекты, банкеткалар, “Никон” фото-видео камераһы, ноутбук, интерактив таҡталар, ике проектор һәм экран, уҡыу ҡулланмалары, стендтар һатып алынды.

Әле Бәләбәйҙәге сәнғәт мәктәбендә 860 бала белем ала. Уҡыу йорто етәкселеге яңыртылған матди-техник база уҡыусыларға ижадта яңы еңеүҙәр яуларға булышлыҡ итер, тип ышана.

Әйткәндәй, һуңғы айҙарҙа мәктәптең алты уҡыусыһы “Дуҫлыҡ күпере-2020” төбәк-ара балалар һынлы сәнғәт конкурс-күргәҙмәһендә I, II, III дәрәжә лауреаттары, музыка бүлегендә уҡығандар “Хәйерле юлға” Бөтә Рәсәй ансамбль оҫталығы конкурсы, “Талант ҡанаттарында” халыҡ ара конкурсы һ.б. лауреаттары булды.

Фото: culture.bashkortostan.ru

Читайте нас: