Мораҙым
+18 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
9 Июня 2020, 07:40

Шиғриәт тулҡындарында

Шиғриәт тулҡындарындаХәким АЛСЫНБАЕВ Беҙ ,туғандар, заман зимагуры, Беҙ,туғандар, гастарбайтерҙар.

Беҙ ,туғандар, заман зимагуры,
Беҙ,туғандар, гастарбайтерҙар.


Мин генәме заман тарафынан,
Ояһынан ситкә тибелгән.
Күпме башҡорт тотош Рәсәй буйлап,
Төрлө тарафтарға һибелгән.

Ситтә ирҙәр,тороп ҡалған ерҙәр,
Иламһырап ята ҡара ер.
Әллә ерҙе, әллә ирҙе уйлап,
Ҡараймаҫтан йөҙөң ҡарайыр.

Еркәйенең хәлен аңлай ҙа бит,
Әйтеү кәрәк, бында тураһын:
Балаларҙы ашатырға кәрәк,
Кемдән бына ярҙам һорайһың?!

Шуға күрә лә ул, башҡорт атлы,
Йөрөмәҫ ул һис тә һоранып.
Башын баҫып эш эшләүен белер,
Эстән генә көйләп оранын.
Юҡ, йөрөмәҫ башҡорт һоранып!
Их, дөрөҫлөк...
Р.Ғариповҡа
Их, дөрөҫлөк, яҡты ҡояшым һин,
Шыҡһыҙлыҡта дөрләр бер усаҡ.
Осам һиңә,ҡоршауҙарҙы еңеп,
Һәм һиҙенәм, ҡанат янасаҡ.

Йәнселеп тә барып төшкән мәлдәр
Массаларға фәһем буласаҡ.
Булһын әйҙә, ун(ы)һы мөһим түгел,
Йөрәктәрҙә йондоҙ ҡабынасаҡ,
Бик булмаһа, осҡон ҡаласаҡ...
Ҡайтыу
Ҡайтам һиңә алыҫ сәфәремдән,
Күгәрсенем, тыуған яҡҡынам.
Бер өлөшөң һинең, бер әҙәмең,
Ҡырҙарыңдан үтәм һаҡ ҡына.

Тыуған ерем мамыҡ тунын кейгән,
Аҡ ҡайындар – ап-аҡ шәлдәләр.
Шыршыҡайҙар – наҙлы ҡупшыҡайҙар,
Сихрилыҡҡа мәңге һәйкәлдәр.

Барыр юлдарымда,аҡ келәмдә,
Шат йондоҙҙар ем-ем яналар.
Яналар ҙа сарсау күңелемә,
Наҙлы бер моң булып тамалар.
Эх,шундай ҙа сағыу яналар.
Тыуған яғым
Үрге Һаҙым, күңел наҙым минең,
Ауылҡайым, тыуған төйәгем.
Был яҙмыштар ҡайҙа йөрөтһә лә,
Һин тип кенә тибә йөрәгем.
Ирәндектән, Ҡырҡты тауҙарынан
Бейегерәк Олотауғынам.
Ҡыҙыл буйын бигерәк йәмле тиҙәр,
Олоһыуҙы тик мин һағынам.
Яппар шишмәһененң һыуҡайҙарын
Алмаштырмам зәм-зәм һыуына.
Минән бәхетлерәк кеше булмаҫ,
Ҡайтып торһам тыуған яғыма.
Читайте нас