Спектаклдә башҡорт сәхнәһе оҫталары ҡатнаша. Уны мәшһүр артист Мәғәфүр Хисмәтуллин ҡуйған, төп ролде – Яппарҙы ла ул башҡара. Наза — Нажиә Аллаярова, Басир — Нәзир Әбдиев, Шәмсиә — Зәйтүнә Ғәзизова, Ильяс — Салауат Закиров, Мәхмүзә — Сания Хәйруллина, Мөхәмәтша — Марат Хисмәтуллин.
Музыкаль етәксе һәм ҡуйыусы дирижер – Ғәйнетдин Моталов, ҡуйыусы рәссам – Мөхәмәт Арыҫланов, хормейстер – Ләйлә Исхаҡова.