Әллә нисек кенә итеп госпиталдә уянып китеүенә Шәһит ҡан ҡалтырап ҡуйҙы. Уяныуын уянды, тик нишләп әле был тиклем талсыҡҡан? Көн-төн эшләгән мәлдәрендә лә быуынһыҙ ҡалғаны юҡ ине бит әле?! Ул күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ тирә-яғын байҡаны: түшәм дә, стеналар ҙа, тәҙрә рамдары ла ап-аҡ. Тәҙрә быялаһы ла аҡтан башҡаны күрһәтмәй. Һул яҡта ап-аҡ урындыҡта аҡ ҡаралтыға уралып кемдер ята шикелле.
– Кхм-кхм... – тип кенә ҡарлыҡҡан тауышын сығарырға маташты Шәһит. Баяғы аҡ урындыҡтан аҡ кейемдә берәү һикереп тороп ултырҙы. Йөҙө лә аҡ ине ул кешенең. Был тиклем дә аҡлыҡтан Шәһиттең күңеле болғанып ҡуйҙы. Ул күҙҙәрен кире йомдо ла, шул килеш:
– Мин ҡайҙа? – тип һораны. Тауышы шыбырлап ҡына сыҡты.
– Рәхмәт. Нишләп хәлем юҡ икән? Мин нисә көн бында? Ҡатыныма хәбәр бирергә кәрәк. Борсолалыр Маһруй... Өфө, Спасс урамы, егерме. Хоҙайбирҙина Маһруй Шәрип ҡыҙына.
Теге аҡ кеше бар һорауҙарға ла яуап бирмәгәс, Шәһит ярһыны:
– Бөгөн нисәһе? – тип ҡысҡырыбыраҡ һораны.
– Шәһит Әхмәтович, борсолмағыҙ. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Бөгөн 1924 йылдың 15 декабре. Ваҡыт...
Был әҙәмдең ишекте тыш яҡтан ябып сыҡҡаны ишетелде. Моғайын, ишек тә ап-аҡтыр... Ябылған саҡта, ағы сәселеп киткән һымаҡ тойолдо Шәһиткә. Уның күңелен ауыр уйҙар сорнап, йөрәкте талай башланы.
Эске эштәр халыҡ комиссарҙары кәңәшмәһенә килгәйне бит ул. Сығыш яһап өлгөрмәне. Ныҡ әҙерләнеп килгәйне. Бер-ике генә доклад тыңлап өлгөрҙө, күҙ алдары ҡараңғыланып, иҫен юғалтты... Нишләп урология клиникаһында икән ул? Кремль дауаханаһына алып барып тормағандармы? Улай тиһәң... Юҡтыр, булмаҫ, хәле шулайыраҡтыр...
Уйҙарын рәткә һалайым тип тырышып ҡарағайны, Шәһиттең күҙ алдына тыуған яғының йәмле Керәүле буйҙары, Ҡыҙҙар тауы килеп баҫты. Бынау аҡлыҡты юйҙырыр өсөн тирә-яғы йәнгә рәхәтлек бөркөр йәшеллекте күрергә тырышты ул. Атаһы менән көтөү көтөп, ялға туҡтағандарында, Шәһит күгүләнгә бауыр түшәп
[1] һуҙылып ятып, зәңгәр күккә ҡарап ала торғайны. Яхъя байҙың йәш ҡатыны һандығы өҫтөндәге ҡатлам-ҡатлам өрфөйә яҫтыҡ һымаҡ болоттар артында икенсе тормош барҙыр, тип уйлай ине малай ғына, алты йәшлек сағында. Яйлап-яйлап беҙ йәшәгән ергә төшөргә тейеш һымаҡ ине баяғы тормош. Шәһит, ана шул болоттарға тиклем күтәрелеп, уны үҙе һөйрәп, тартып төшөргөһө килә ине. Ул донъяла ярлылар, байҙар юҡ. Һәр кемдең кәртәһендә мал тулы. Ауылдағы мәктәпкә һәр бала бушлай уҡырға йөрөй. Өҫ-баш бөтөн, тамаҡ туҡ... Хыялдың тап ошо ғына мәленә еткәс, атаһы, Әхмәт ағай:
– Шәһитулла, улым, тамаҡ ялғап алайыҡ! – тип усаҡ янына саҡырыр ине. Их,шул сәйҙең тәме!..
Шәһиттең ирендәренә ниндәйҙер тәмһеҙ һыу тамсыһы менән тамыҙҙылар. Саҡ ҡынаһы тамаҡ төбөнә төштө...
...Бик боронда, хәҙерге Бесәнсенән алыҫ түгел ергә бер бай килеп төпләнгән. Исеме Йома булһа кәрәк. Алтмышҡа еткәс кенә уның улы тыуған. Уға Теләүҡабул тип исем биргәндәр. Ошо исемде ишеткәс, бәләкәй Шәһит аптырап ҡуйыр ине: ныҡ теләгәне ҡабул булғанды аңлатҡан исем! Көтөүлекте Теләү ҡабағы тирәһенән ҡыуған саҡта, ҡартатаһы шул тарихты һөйләгәйне Шәһиткә. Ошо ҡабаҡ, Йома ҡарттың улы исемен йөрөтә, ти. Ә Теләүҙең улы Бесәнсе. Керәүле йылғаһы буйына, иң гүзәл ерҙе һайлап ҡына ана шул улы өй һалып сыға, өйләнә. Ваҡыт үтә килә уның янына бүтән яҡтарҙан күсеп килеп ултыра башлайҙар. Исемһеҙ ауыл булмай, шуға тәүге нигеҙ хужаһының исемен ҡушалар, шулай итеп, Бесәнсе ауылы барлыҡҡа килгән.
Ысынлап та матур урын һайлаған шул Бесәнсе: Иҙелдең Урал тауҙарынан килеп, боролош алған ерендә, Керәүленең үҙенә ҡушылған ерендә ултыра. Керәүле тармаҡланып, төрлө ерҙән йәйелеп аға. Уға бәләкәй генә инештәр ҙә ҡушылып ҡала. Борон был ерҙәрҙе төйәк иткән ата-бабалар көрәп, йылғаны бер үҙәндән ағыҙғандар. Шуға ла йылға Көрәүле, халыҡса әйткәндә, Керәүле исемен алған.
Көнгәк тауы ла йыраҡ түгел, ауылды ел-дауылдан ҡурсалағандай, ғорур йәйелеп ята. Уның ауыл яғына ҡараған итәге урманлы.
Шәһит ярлы ғына ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ғиззәтулла, Заһитулланан ҡала Шәһитулла. Әсәһе Йәмилә менән атаһы Әхмәт бөтәһе ун балаға ғүмер биргән. Үкенескә күрә, балаларының ир етеүен күрә алмай, ҡаты ауырыуҙан бер-бер артлы ғына донъя ҡуйған. Үҙ ғаиләһен булдырған Заһитулла бәләкәй туғандарын янында йәшәргә алды. Шәһиткә был мәлдә бары ун йәш кенә ине. Әммә бирешергә ярамай – теге күктәге болоттар артындамы, әллә бүтәнерәк ерҙә йәшеренгән яҡты киләсәкте еткерер өсөн белемле булырға кәрәклекте яҡшы аңлай ул. Ауылдағы өс йыллыҡ башланғыс мәктәпте тамамлап, Ырымбурҙағы «Хөсәиниә» мәҙрәсәһенә юл тотто. Мәҙрәсә хужаһы Хөсәйеновта малайлыҡта йөрөп, үҙ йүнен үҙе күреп уҡыны. Тик уның тормошто икенсерәк итеп күрергә теләүе тынғы бирмәй, мәҙрәсәләге тәртипкә ҡаршы сығып, уҡыу йортонан ҡыуылып ҡуйҙы.
Шәһиттең артабанғы тормошо ил яҙмышы менән бер: әрме, һуғыш, революция, тағы һуғыш, аслыҡ... партияға инеү, Бөрйән-Түңгәүер кантонындағы тормош, Кронштадт... Фин ҡултығы боҙонда хәлһеҙ ятҡан алты сәғәт... РКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары... Үҙ аҡылы менән генә халыҡ өсөн башҡарған хеҙмәт барыһы ла. Бала сағындағы хыялын ошолай халҡына хеҙмәт итеп бойомға ашыра башлағайны ла. Әммә тиҙ генә яңы тормош төҙөлмәгәнен яҡшы аңлай ул. Аҡ урындыҡта ятҡанда, быға тиклем йәшәлгән тормош юлы бына ошолай бер мәл генә булып Шәһиттең күҙ алдынан үтте. Барыһын да яңынан кисергән һымаҡ булды. Бөрйән-Түңгәүер кантонында эшләй башлағас, 1920 йылдың йәйендә, Темәскә Стәрлетамаҡтан бер урыҫ егете отряды менән килеп төшкәйне. Йәнәһе лә, партиялағы иптәштәрҙе тикшереү өсөн уларҙы ВКП(б)ның Башҡортостан өлкә комитеты ебәргән. Поленов уның фамилияһы. Әҙәмдән көлөп, ауылдарҙағы ҡоралһыҙ халыҡты язалап, ир-атты атып, ҡатын-ҡыҙҙы көсләп, ауылдарҙы туҙҙырып, әллә ниндәй әшәкелектәр ҡылып өлгөрҙө был әҙәм аҡтығы үҙенең әшнәләре менән. Әммә уларҙың был алама эштәре тиҙ туҡтатыла алмай. Сараһыҙҙан, халыҡ баш күтәреүгә тиклем барып етә. Шәһит, әллә күпме михнәттәр үтеп, Стәрленән комиссия саҡырта. Комиссия, бындағы хәрәкәт менән танышып, һуғыш хәрәкәттәрен ташлап, килешеү тәҡдим итте. Баш күтәреүселәр ҙә, быға ризалыҡ биреп, һәр ике яҡтан ҡул ҡуйышып, килешеү булды... Һуғыш туҡталды, тик күпме халыҡ ҡырылды! Шәһиткә ана шул ғәйепһеҙ кешеләрҙең аҫыл ғүмере йәл ине. Поленов ҡулға алынды.
Һыҙланды, ыңғырашты, тешләнде, өҙгөләнде, әллә нисә ҡат һаташып уянды Шәһит. Ярай әле яңғыҙын ҡалдырмай, янында һәр ваҡыт кемдер ултыра: йә табип саҡырта, йә һыу бирә, йә уколын ҡаҙай, һорауҙарына яуап бирә...
Икенсе көндә Шәһиттең хәле еңеләйгәндәй булды. Инде кисәге аҡлыҡтан айырылды шикелле. Аҡ тәҙрә төбөндә көрән һауытта йәшел гөл күҙгә асыҡ күренде. Ҡулына ла бер аҙ ғына көс кергәс, Өфөгә ике хат яҙып һалды ул. Ярҙамсыһына – үҙ хәлдәрен сыймаҡланы, хәл кереүенә шатланыуын еткерҙе. Артабан эшләнәһе эштәрҙе барланы. Аҙна-ун көндән ҡайтып етәсәген, йыйылыш планлаштырыуын да хәбәр итте.
«13 ноябрҙә Мәскәүгә килгәс тә һиңә хат һәм 100 һум аҡса һалғайным. Алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Үҙем больницала ятам. Дауалайҙар, операция булғаны юҡ. Дауалары килешә, бәлки операция булмаҫ... » тип яҙып, Маһруйына, ҡыҙына ла хат ебәрҙе.
Төштән һуң дауалаусы табип инеп сыҡты. Шәһиттең хәлен белеште. Операция кәрәклеген әйтте.
– Операцияға ризалашмайым, – тип ҡәтғи яуапланы Шәһит. Нимәлер уны тота әле. Бер яҡтан уйлаһаң, ризалашып, бүтән бер ваҡытта ла һыҙланмай йәшәгеләр килә. Йәш бит әле ул – егереме һигеҙе саҡ тулды. Икенсе яҡтан, Маһруй, уның хәлен әҙме-күпме белгән кеше, операцияһыҙ дауаланырбыҙ, аяҡҡа баҫырһың, тигәйне. Ҡатынына ныҡ ышана Шәһит. Бер ваҡытта ла юҡты һөйләр ҡатын түгел ул. Үҙе аҡыллы, үҙе ышаныслы.
Табип сығып киткәс, Шәһит тағы күҙҙәрен йомоп, хәтирәләргә бирелде. Әллә нишләп үткәндәр иҫкә төшөп тик торасы... Был юлы күҙ алдына Маһруйы килеп баҫты. Маһруйҙы Шәһит тәү күргәс тә, ғашиҡ булғайны. Ул көндә егет Стәрлетамаҡта «Мираж» кинотеатры алдында халыҡ алдында сығыш яһай ине шикелле. Яралы һул ҡулын бәйләп муйынына аҫҡан, уң ҡулын болғай-болғай һөйләгәне хәтерҙә. Дәрестән ҡайтып килеүсе Маһруй бер төркөм әхирәттәре менән эскәрәк үтеп, Шәһитте тыңлай башланы. Күҙҙәр осрашты, шинелле һалдат та һөйләүенән туҡтап ҡалды, һүҙ сылбырын юғалтты. Шулай ары-бире иткәнсе, ҡыҙ әкиәттәге һымаҡ ҡына юҡ булды ла ҡуйҙы.
Аҙаҡ та Маһруй хистәре ҡайнарлығын күрһәтеп бармаһа ла, егет менән аралаша башланы. Был осор, Шәһиттең Кронштадт восстаниеһында ҡатнашып, тән йәрәхәттәре һыҙланыуҙарынан арынып бөтмәгән мәле ине. Үтә лә йонсоп, аяҡтары ла бер аҙ сатанлабыраҡ йөрөй. Әммә матурлыҡ бәйгеләрендә һыр бирмәҫ Маһруй егеттең ҡаҡшау булыуына иғтибар итмәне, кем белә, баяғы йөрәк ятыу, тигәне шулдыр. Тыныс ҡына, ярһыу мөхәббәттәре көйөндә бәүелергә уларға бер ни ҡамасауламаны. Аҡыллы, ышаныслы Шәһит күп ваҡытын эшкә бағышланы, ҡыҙҙар артынан йөрөү миҙгелдәре лә юҡ ине шул.
Маһруй тәүҙән үк уны аңланы. Елбәҙәкләнеп, әрһеҙләнмәне. Шәһиттең әҙләп кенә күренеп китеүҙәренә риза ине. Ә тегеһе осрашыуға, ғәҙәттә, егелгән ат, уны йөрөтөүсеһе менән килә. Ә бер көндө, уйламағанда, һөйгәне янына Шәһит яңғыҙы килде. Ауылда көтөү көтөп үҫкән егеткә ат йөрөтөү шәйме ни?! Маһруйын карандасҡа ултыртып, атты елдертеп сыҡты ла китте. Ҡыҙҙың ҡото осто, туҡтат та туҡтап тип, әллә нисә ҡат һөрәнләгәне һаман ҡолаҡ төбөндә. Шул саҡ Шәһит йылмайып ҡына әйләнеп ҡараны ла: «Миңә кейәүгә сығаһыңмы, Маһруй?» – тип һораны.
– Сығам! Сығам! Сығам! – тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырғас ҡына Шәһит атының тиҙлеген яйлатҡайны...
Өйләнешеп, Спасс урамындағы егерменсе йортта бәләкәй генә бүлмәлә йәшәй башлаған йыл ине. Бейек ҡапҡалы мөһабәт бина, ихатала алма баҡсаһы сыбатылған. Хоҙайбирҙиндарға тәғәйен бүлмәнең бәләкәй генә булыуы ла һиҙелмәгәйне – бер-береһенә ҡарап туймаҫ күҙ ҡараштары менән генә һөйләшер һөйкөмлө осорҙары. Ә ҡулда иң ҙур байлыҡ, һөйөүҙәре емеше – Тамаралары.
Ошо бөтөнлөккә йәм өҫтәп, Маһруй бер көндө йөҙйәшәр йәсмин гөлө ултыртты. Тамараның беренсе тыуған көнөндә йәсмин хуш еҫле булып сәскә атты. Бөтәһенән нығыраҡ Шәһит ҡыуанды был сәскәгә.
– Һөйөүебеҙ гөлөлөр ул, күрәһеңме, беҙҙең менән бергә шатлыҡ кисерә, – тине лә, йырлап ебәргәйне:
Һыҙыла айҙар, һыҙыла йылдар
Шәһиттең күҙҙәре еүешләнеп уянды. Әллә нишләп күңеле әрней. Был тиклем көсһөҙ, майыраҡланып ятыуына үҙен-үҙе күрә алмағандай ҙа булып китте әле. Табип тағы инһә, операцияларына ризалашып ҡына ҡуйырғамы икән, тип уйланы. Былай яйлап ятыр мәл түгел. Илдә аңлашылып та етмәгәнерәк хәл иткес мәлдә юғары урында эшләгән кешегә килешеп тә етмәй.
18 декабрҙә Шәһиттең Кронштадт бәрелешендәге Фин ҡултығы боҙонда өшөткән бөйөрөнә операция яһанылар. Дауалаусы табиптар, кәрәк, тип көн дә тылҡып торғас, бер юлы тәнендәге һау булмаған ағзанан ҡотолоп, һауығып ҡайтайым тип, Шәһит ризалашты. Маһруйҙың, «Операциянан баш тарт!» тип ебәргән телеграммаһын эш үткәс кенә иренең ҡулына тапшырҙылар. Шәһит уға яуап яҙып торманы. Әлегә бер ҙә хәле юғыраҡ. Үҙе ҡайтып ҡыуандырырға ниәтләне. Һәр ваҡыттағыса, ҡыйыу аҙымдары менән ҡайтып ингән булыр әле. Тәтелдәп йөрөгән Тамараһын күтәреп яратыр. Маһруй ҙа шул арала йүгереп килеп һыйыныр. Ҡыуаныстарының сиге булмаҫ инде, тип ошо бәхетле киләсәген күңеле аша үткәрҙе Шәһит.
Ә эшендә ул хәҙер элеккесә дәррәү тотоноп алға атлар. Балалар йортонда тәрбиәләнгәндәргә күберәк иғтибар бүлер. Ундағы һәр баланы Шәһит яҡшы белә. Һәр береһенең яҙмышы аяулы. Уларҙы анау аслыҡ йылдарында ул үҙе табып, юллап алып килгәйне. Тормоштар яҡшырып киткәнсе, йәтимдәр ошо йортта булып тороуҙары яҡшы булыр, тигән ҡарашта.
Әле генә яңынан сафҡа ингән Баймаҡ заводы эшселәренең хәлен яҡшыртыу өсөн дә эшләйһе нәмәләр күп. Тыуған яғына, Бесәнсеһенә йышыраҡ ҡайтып, ауылдаштар менән аралашыр ваҡыт йәлләмәҫ. Улар ҙа бит Шәһиткә ҡарап тора, ауыр заманда унан ярҙам көтә. Ижадты ла дауам итергә кәрәк. Киләсәк быуынға яҙып ҡалдырыр һүҙҙәре бик күп.
Беҙҙең генә Инйәр бөрлө-бөрлө,
Бөрлөҙәре һайын бер йылыу.
Боролоп-боролоп аҡҡан һыу буйынан
Ҡаҙҙар эҙләп килә бер һылыу.
Ҡулдарында тотҡан, ай, тал сыбыҡ,
Йыраҡ килгән, арып, талсығып,
Яңғыҙлыҡтан уны ҡотҡарырға
Ҡаҙ эҙләшәм тәндән йән сығып...
[1]Былтыр яҙған шиғырын шыбырлап һөйләне Шәһит. Хәтерен тикшерҙе, үҙен ҡулға алырға тырышыуы.
Аҙағы нисегерәк һуң был шиғырының? Нишләп онотолған?.. Эх...
Һикереп кенә тороп китерҙәй ятҡан ир-егеттең эргәһенән аҡ халатлылар бер аҙым да китмәй. Хәле яҡшыра башлағанға шулайҙыр, тип уйлап тынысланырға тырышты Шәһит. Ләкин нишләп һаман тороп китер хәле юҡ икән? Ана, тағы ниндәйҙер укол ҡаҙанылар...
Уның күҙ ҡабаҡтары ауыр булып йомолдо. Шуны ғына көткәндәй, таныш ҡына ауаздарын һамаҡлап: «Торайыҡ-торайыҡ!..» – тип, Шәһиттең баш осонан ғына торналар үткән һымаҡ булды. Ғәжәп! Ҡапыл ғына аңламаһа ла, ҡулдарын алға һуҙып, Шәһит уларҙы саҡыра башланы: «Бик иртәләгәнһегеҙ, торналар! Әллә аҙашып килеп сыҡтығыҙмы? Ни юрайһығыҙ ул?» Юҡ, туҡтап та торманылар, ҡыш уртаһында, декабрь айында шул тиклем ҡыҙыҡ ҡына итеп осоп бараларсы... Шәһит ысынлап аптыраны. Шунан, ҡапыл бәләкәсенән тыңлап үҫкән «Таҙ менән Һалмауыр»
[2] әкиәтендәге әҙәмсә һөйләшә белгән торналай булып: «Торайыҡ-торойоҡ!.. Һиңә ғүмер юрайыҡ! Тик юрарға һуңланыҡ...» – тигән тауыштары ишетелде. «Аһ-аһ, һеҙ ҙә ишетмәнегеҙме ни? Мин терелдем!» – тип, Шәһит шатлығын уларға еткермәк булғайны ла, «Ғүмеркәйең бүтән юҡ, юҡ! Торойоҡ-торойоҡ!..» – тигән көслө тауыштар уның өнөн күмеп китте лә барҙы. Шәһит ауыҙын асып ҡарай, тауышы сыҡмай. Шунан торналар осоп киткән юлдан ямғыр яуып ҡалды. Ямғырҙың бер тамсыһы Шәһиттең ирененә тамды. Юҡ, ямғыр түгел икән, күҙ йәштәре. Әсе күҙ йәштәре. Нишләп күктән күҙ йәштәре ағалыр?! Үҙҙәре күүүп...
[1] Ш.Хоҙайбирҙиндың 1923 йылда яҙылған «Бер һылыу» шиғыры.
[2] Күгәрсен районы ҡара-ҡыпсаҡтарында теркәлгән «Таҙ менән Һалмауыр» әкиәте тураһында һүҙ бара.
[1] Бауыр түшәп – йөҙтүбән