«Өфө. Өлкә комитетҡа, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына. Мәскәүҙән.
21 декабрь иртәнге сәғәт һигеҙҙә Хоҙайбирҙин вафат булды. Төхфәтуллин. Титов.»
«Мәскәү. Кремль, СССР ҮБК. СССР ҮБК ағзаһы һәм Башҡортостандың эске эштәр комиссары, революция эшенә күп көс һалған эре етәкселәрҙең береһе Хоҙайбирҙин иптәш Мәскүҙә үлде.
Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма комитеты уның кәүҙәһен Өфөгә алып ҡайтыуҙы кәрәк тип тапты.
Үҙәктәге Башҡортостан вәкиллегенә был хаҡта фарман бирелгән. Ошо тәңгәлдә ярҙамлашыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Башҡорт халҡының тоғро улы, революционер-большевик, Башҡорт республикаһының тәүге етәкселәренең береһе, журналист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың кәүҙәһен Өфөгә алып ҡайтып, Азатлыҡ паркында ерләнеләр. Әллә күпме кешеләр: «Иларға түгел, ә башланғанды дауам итергә кәрәк!» тигән плакаттар тотоп, уны һуңғы юлға оҙатырға килде. Был мәлдә Шәһиттең өҙөлөп яратҡан ғаиләһе, хатта бар халыҡ ҡара ҡайғы кисерҙе. Замандаштары ғына түгел, киләсәк быуын да уны бик ябай, илтифатлы, ҡыйыу, һөйкөмлө булыуы, халҡын яратыуы өсөн ихтирам менән иҫкә аласаҡ әле.
Ярһып инеп килгән хат ташыусы Мәрйәмдең үҙенән алда тауышы ишетелде. Дарыухана ишеген шар асып инде лә, ҡулындағы ҡағыҙ киҫәген өҫкәрәк күтәреп, үҙе бейей ҙә башланы.
– Э-эх, еңгәй! Шатлыҡ алып килдем!
– Тамарочкамдан! Эй, Мәрйәмем, мең рәхмәт һиңә! – Маһруй ҡаршы йүгереп сыҡты ла, Мәрйәмде ҡултыҡлап, уның менән бергә тыпырлап бейергә төштө.
Маһруйҙың әле генә уйлап ҡына сығарған таҡмағына Мәрйәм сикһеҙ ҡыуанды.
– Эй, Маһруй еңгә, бөтә хаттар ҙа һөйөнөс килтерһә ине шул!.. Анау утыҙ етелә кешегә ҡайғы хаттары ташыным. Хатта башымды, күҙҙәремде күтәреп ҡарай алмай торғайным. Эштән китер ҙә инем, өйҙә балалар ас. Ирем ҡаты сирләп, үлеп ҡалғас, бөтә йөк үҙемә.
– Ни хәл итәһең инде, әйкәйем, үлгән артынан үлергә ярамай, эшләргә, йәшәргә кәрәк. Һин хаттар ғына ташыйһың. Хат эсенә яҙылған ҡайғы һинеке түгел, үҙ эшеңде еткереп башҡараһың, шул ғына.
– Был һуғыш та оҙаҡҡа һуҙылып ҡуймаһын, тип теләп йөрөйөм. Ҡорбанһыҙ ғына булһын, Хоҙайым!
– Шулай булһын! Бөгөнөмдө йәмләнең, Мәрйәм, көн яҡтырҙы! Рәхмәт һиңә! Балаларыңа минән сәләм.
– Үҙеңә рәхмәт , сибәр еңгә! Уҡы хатыңды! Һау бул!
“Әсәкәйем, һаумы! Минең өсөн борсолма, барыһы ла һәйбәт. Моғайын, ошо арала беҙҙе ҡайтарырҙар. Әлегә бер ни билдәле түгел... Июнь, 1941 йыл”, тип яҙғайны хатында Тамара.
Һуғыш башланғандан алып, йәненә урын таба алмаған әсә бер аҙ тыныслана төштө. Июль башы. Хат та оҙаҡ йөрөй. Шулай ҙа һаман әллә ниндәй шик йөрәкте ҡытыҡлай. Ул ҡытыҡлаған һайын, борсолоу арта. Кем генә белһен дошмандың ҡайһы ерҙә нисегерәк ҡиәфәттә килеп сығыуын... Хаты менән бергә үҙе лә ҡайтып инмәҫме тип, Маһруй эштән алдараҡ сығып, тимер юлы вокзалына төштө. Килеп туҡтаған һәр поездан күҙҙәрен ала алмай ҡараштырғыланы. Уның янына бүтән әсәйҙәр йыйылып китте, улар ҙа хат алған икән! Ни тиһәң дә, күмәкләп, бергәләп көтөү еңелерәк. Ике аҙнаға һуҙылып китте әсәйҙәрҙең вокзал тапауы.
Ҡапыл ғына һуғыш башланғас, хореография училищеһында уҡыу йылын тамамлап ҡына йөрөгән балаларҙы тиҙ арала тыуған яҡтарына оҙатыу мөмкинселеге сыҡмай. Бәхеткә, июль аҙағында училищеның башҡорт төркөмө Өфөгә ҡайтып төштө. Алыҫ юл менән, айға яҡын ҡайтһалар ҙа, бер йыл алдан уҡырға киткәндәре дипломлы белгестәр булып, ә уҡыуын дауам итергә тейеш балериналар төшөнкөлөккә бирелмәгәйне. Тамара Хоҙайбирҙина, Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сәфиуллин, Фәтхи Саттаров, Рәйсә Дербишева, Ғәлиә Хафизова, Нинель Дауытова ҡайтыу менән, Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй башланы.
– Тамарочка, бөгөнгө репетициянан һуң әҙгә генә ҡалып торорһоғоҙ! – бер көн эшкә килгәндә, театр алдында осраған Фәйзи Әҙеһәм улы Тамараға өндәште.
Йәш ҡыҙ репетиция буйы, хореограф ниңә уны ҡалырға ҡушты икән, тип баш ватты. Шулай онотолоп киткәне өсөн бер нисә шелтә лә ишетте.
– Тамарочка, беҙҙең эштә вайымһыҙ булырға һис ярамай. Бөгөн нишләптер һеҙҙе танымайым. Хәлдәрегеҙ һәйбәтме? – тип һорамай булдырманы Фәйзи Әҙеһәм улы.
– Бөтәһе лә һәйбәт. Ни өсөн тик мин генә ҡалырға тейеш икән, тип артыҡ борсола инем, – тип Тамара уңайһыҙланып ҡуйҙы.
– Борсолорға урын юҡ. Киреһенсә, һеҙ маҡтауға лайыҡ. Уңғанһығыҙ. Мин һеҙҙең менән икенсе нәмә тураһында кәңәшләшергә уйлағайным.
Үҙенән күпкә оло кешенең шулай йәш кенә ҡыҙ менән кәңәшләшере бармы икән, тип тағы аптырашта ҡалды Тамара. Фәйзи Әҙеһәм улын бик күптән белә ул. Ленинградҡа уҡырға ебәреү өсөн һайлау турын Ғәскәров ағай үҙе ойошторғайны. Бөгөн килеп, әле уҡып бөтмәгән, дипломһыҙ балеринанан ниндәйҙер кәңәш...
– Һиңә башҡорт бейеүе һалабыҙ, – балетмейстерҙың уйланылған фекере бер ҙә кәңәшләшеү һымаҡ яңғыраманы.
– Мин бит балерина, бейеүсе түгел! – Тамара яуабын уйлап та тормайынса, ҡапыл ысҡындырҙы.
– Һин – башҡорт ҡыҙы, халҡың бейеүҙәрен бейергә тейешһең! – Фәйзи Әҙеһәм улының тауышы ҡәтғи ине.
Тамараның күҙҙәре йәшләнде. Ләкин бер ни әйтә алмай, туҡтап ҡалды. Шул мәлдә уның алдына атаһы килеп баҫҡан һымаҡ булды. Ысынлап та, ул бит Шәһит ҡыҙы. Башҡорт республикаһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан оло шәхестең ҡыҙы. Атаһының эшен дауам итер өсөн ҡыҙы нимәлер эшләргә бурыслы. Бәлки халыҡ бейеүен сәхнәлә башҡарыу – ошо бурыстың береһелер?!
Күҙҙәрендәге йәштәрен ҡапыл ғына һыпырып һөрттө лә, Тамара ҡыйыу итеп:
– Нисегерәк итеп бейейәсәгемде күҙ алдына килтермәйем, әммә мин риза! – тип, Фәйзи Ғәскәровҡа яҡыныраҡ килеп баҫты.
– Бүтәнсә булыуы мөмкин дә түгел, Тамара Шәһит ҡыҙы! Әйҙәгеҙ, ваҡыт әрәм итмәйек!.. – Фәйзи Әҙеһәм улының күҙҙәре балҡып, күнекмәләр башланы.
...– Әсәй, әсәкәйем! Мин һиңә хәҙер бейеп күрһәтәм!
Ун һигеҙ йәшлек ҡыҙының тыпырлап тороп, дәртләнеп, осоп йөрөп башҡорт бейеүен башҡарғанын күргән Маһруй ҡурҡып китте:
– Был балет түгел бит! Һине эштән ҡыуҙылармы әллә? Балериналар улай бейемәй. Яраймы икән һуң?..
– Юҡ, әсәй! Мин – Шәһит ҡыҙы. Тимәк, миңә ярай! Ярай ғына түгел, мин бейергә тейеш!
Тейеш икән, тимәк, ысынлап тейеш, тип әсәһе һүҙһеҙ ҡалып ҡарап ултырҙы. Ҡыҙсығының һәр хәрәкәтендә үҙенең йәш сағын күрергә тырышты: Маһруйҙың өлкән ағаһы, уйнап өйрәнеү теләге менән йыш ҡына өйгә йә гармун, йә скрипка, йә мандолина тотоп ҡайтыр ине. Бер кем күрмәгәндә, йәш кенә Маһруй уларҙы ҡулына ала һалып, төймәләренә баҫып, ҡылдарын тартып ҡарай ҙа, көй сыҡһа, ҡыуанысынан әйләнеп йөрөп бейей ине. Ни ғәжәптән, ҡорамалдарҙың ҡайһыһына тотонһа ла, көй сыға. Әле лә, ҡыҙы бейегәндә, Маһруй ҡулында гармун, мандолина, скрипка ла алмашлап уйнағандай ине. Бынау сихри моңдо ауыҙ эсенән көйләне лә көйләне. Икәүләп шул тиклем бирелеп, онотолғандар, хатта бүлмәләренә күршеләре инеүен дә күрмәй ҡалғандар. Дәррәү ҡул сабыуҙарға ғына туҡтап ҡалдылар.
Был ҡыуаныстан, Маһруй йорттағы дөйөм коридоға ҙур өҫтәл сығарып, мул итеп табын йыйҙы. Бөтә күршеләр менән күмәкләп сәй эстеләр. Һуғыш, һуғыш тигән булып, гел моңһоулыҡ баҫып барған донъяға бер аҙға ғына яҡтылыҡ инеп урынлашты.
Афәт йылдарында Маһруй госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләне. Ә Тамараһы балерина, бейеүсе. «Мөғлифә»һе менән фронтҡа китеүселәрҙе вокзалдарҙан оҙатты һәм меңәрләгән һалдытты һуғыштан ҡаршы алды. Дауаханаларҙа, госпиталдә яралылар алдында сығыш яһаны. Балет театры сәхнәһендә бихисап ролдәр башҡарҙы.
Һуғыш бөткәс, Тамара Ленинградҡа ҡабат барып, уҡыуын да тамамланы, яратҡан кешеһенә тормошҡа ла сыҡты. Сит илдәргә Башҡортостан делегацияһы менән берлектә бейеүҙәре менән йыш сыҡты, танылыу алды.
...«Торойоҡ-торойоҡ!..» Был тауышҡа Маһруй борсолоп уянды. Бер ҙә генә шатлыҡ ноталары ишетелмәйсе ул ауаздарҙан. Һыу ғына эсәйем дә, кире ятып торайым, балаларҙы уятып ҡуймайым тип, ул аш бүлмәһенә йүнәлде Маһруй.
– Ғәфү ит, ҡәҙерлем, һиңә ҡарата һөйөүем нисек кенә көслө булмаһын, мин бара алмайым.
– Һин ҡатыһың, Тамара. Бергә йәшәлгән ғүмеребеҙ хаҡына, айырылышмайыҡ.
Ишеге ябыҡ аш бүлмәһенән ошондай һөйләшеүгә шаһит булған Маһруй, кире тыныс ҡына үҙ урынына барып ятырға ҡыйманы. Бында нимәлер хәл ителә шикелле, бәлки ярҙамым тейер, тип ҡыйыу ғына итеп аш бүлмәһенең ишеген асты.
– Иртәләгәнһегеҙ. Һеҙҙең репетиция берҙән генә әле бөгөн, – тип, ул ҡыҙы менән кейәүенә алмаш-тилмәш ҡараны. Тегеләр, ни тип яуап бирергә белмәгәндәй, аптырашып ҡалды.
– Әсәй, беҙ айырылышырға булдыҡ, – Тамара аҫҡа ҡарап ҡына өндәште.
Маһруй ҡыҙына түгел, кейәүенә текләне. Уныһы, нисегерәк йомшаҡ итеп аңлатырға, тигәндәй, ауыҙын асты ла, ҡараштарын ҡатынына күсерҙе. Шулай ҙа яуапһыҙ ҡалманы:
– Маһруй Шәриповна, был – айырылышыу түгел, һеҙ дөрөҫ аңлағыҙ. Мин һеҙҙе бик ихтирам иткәнемде беләһегеҙ.
– Аңлауымса, һеҙгә айырым йәшәргә кәрәк...
Маһруй юғалып ҡалманы, йәһәтләп сәй ҡуйырға кереште. Шулай ҙа борсолоуҙан ҡулы ҡалтырай ине. Шул арала ҡыҙының мөшкөл ҡиәфәтенә иғтибар итте. Бирешкән ҡыҙы. Әллә төн буйы йоҡламайса ултырған былар, тип уйлап, тыныс ҡына:
– Бар, ваннаға кереп, битеңде йыу. Йәшеңде һыу ағыҙһын. Шунан сәй эсербеҙ. Сәй артында һөйләшербеҙ, – тип ҡыҙын йыуатҡандай өндәште.
Тамара, шуны ғына көткәндәй, йүгереп ваннаға инеп китте. Ул арала Маһруй кейәүе менән һөйләшеп алды:
–Балаһыҙ ғаилә – ҡотһоҙ ғаилә, кейәү, аңлайым. Әммә мин ҡыҙымды яҡлайым. Бергә йәшәлгән ун йыл ғүмерегеҙ буш булманы бит?! Күпме бергә сығарған ролдәр... Тамарочканы яратмайһыңмы? Бүтәнде таптыңмы?
– Эш бөтөнләй икенселә. Беҙҙең бер-беребеҙҙе аңлап, яратышып йәшәгәнебеҙҙе беләһегеҙ. Мине тыуған илемә, Осетияға театрға солист итеп саҡыралар. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындыра алмайым. Тик Тамара минең менән барырға ризалашмай.
Әсә өнһөҙ ҡалды. Хәлдәрҙең ул тиклем етди икәнлеген аңламайыраҡ торғанына уңайһыҙланды. Йүгереп сығып, залдағы ҙур өҫтәлгә ашъяулыҡ йәйҙе. Иң матур һауыт-һабаларҙы сығарҙы, ҡунаҡ өсөн тип һаҡлаған ҡайнатмаларын, кисә бешереп ҡуйған бәлештәрен өҫтәлгә теҙҙе. Ҡыҙы ванна бүлмәһенән сыҡҡас, өсәүләшеп өҫтәл артына ултырҙылар.
– Мин яңғыҙлыҡтың ни икәнен беләм. Һөйөшөүҙе лә татыным. Ғүмерҙең дә берәү генә икәнлеген үҙем күрҙем. Һеҙҙең яҙмыш хәл ителгән мәл был. Уны һеҙҙән башҡа бер кем дә асыҡламаҫ. Уртаға һалып, бер ваҡытта ла үкенмәҫлек уртаҡ фекергә килегеҙ. Минең бараһы урындарым бар, – тип, Маһруй яһалған сәйен эсте лә, кейенеп тышҡа сыҡты.
Апрель иртәһе. Көн ҡәҙимгесә генә йылытып тора. Ҡалала яҙ иртәрәк килә шул, улай-былай йүгергеләгән, ашыҡҡан кешеләр баш кейемен һалған. Өҫтәренә лә еңел пальто кейеп, тек-тек атлаған туфли тауыштары асфаль ерҙә бер-береһен баҫтырышҡан һымаҡ ишетелеп ҡала. Маһруй аҙ ғына урам яғына ҡарап торҙо ла, эргәләге паркка ыңғайланы. Унда барып ингәс, ипле генә итеп күккә ҡараны. Әллә ҡасан һағышлы итеп: «Торойоҡ-торойоҡ!..» ҡысҡырған торналарҙың хәҙер әҫәре лә күренмәй икән...
– Ниҙәр генә юраған булды икән был юлы ҡошҡайҙар? – тип шыбырланы Маһруй. Шунда уҡ һорауына үҙе яуап та биреп ҡуйҙы:
– Торойоҡ-торойоҡ!.. Изгелектәр юрайыҡ! Балаларға бәхет, тыныс тормош юрайыҡ!
Нисек итеп Шәһите ҡәберенә килеп еткәнен дә һиҙмәне ул. Бөгөн аяҡтары үҙҙәре алып килде бында. Көн дә килгән юлын бөгөн осоп ҡына үткән шикелле. Аяҡтарының ергә тейгәнен хәтерләмәй. Сөнки ҡыҙының, берҙән-бер ҡәҙерле кешеһенең яҙмышы буталырға торған һымаҡ. Ҡыҙы ла ҡалған ғүмерен әсәһе һымаҡ яңғыҙлыҡ ҡосағында үткәрерме? Маһруйҙың күңелендә тыныслыҡ юҡ. Таяныр таяу эҙләп, йән йолҡоп килеүе ине бөгөн ире ҡәберенә.
– Һинең үлеү ҡайғыңды ауылға йөрөп, йылға һыуына һөйләп, ағыҙып ебәрә инем. Хәҙер ниҙәр генә ҡылайым? Нисек ярҙам итәйем?
Шулайтып эстән генә ире менән һөйләште лә һөйләште. Үҙе ҡәбер йыйыштырған була, шул арала ҡыҙының хәлен һөйләй. Кәңәш һорағандай булды. Шунан оҙаҡ ҡына тынып торғас:
– Яҙмыш, тиһеңме? Эйе шул. Уҙмыш юҡ. Шөкөр, һинебеҙ бар. Яңғыҙ түгелбеҙ. Уның янында – мин, минең янымда – ул бар. Юҡ, уның холҡон беләм, китмәй ул бер ҡайҙа ла. Һинең ҡыҙың бит...
Ҡайтып ингәнендә, Тамара ире менән ишек төбөндә хушлаша ине инде:
– Һинең илеңдә мин – бары һинең ҡатының ғына булам. Ә үҙ илемдә – Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина. Тәүге вариант мине ҡәнәғәтләндермәй. Үҙ урынымда ҡалам. Атайым ерен ташлап китһәм – үҙемде мәңге ғәфү итмәм. Атайым исеменә хыянат итә алмайым. Ғәфү ит, тик минең юғалтыуҙан ҡурҡҡан нәмәләрем бар. Улар иҫәбенә һин инмәйһеңдер, күрәһең. Һау бул, бәхетле бул!
Был юлы уның тауышы ышаныслы сыҡҡанға, Маһруй ҙа тынысланды. Ҡыҙының яңылышлыҡ эшләмәгәненә ышанды. Ысынлап та, атаһы ҡыҙы ул.
Кейәүе хушлашып, күҙҙәренә йәш алып сығып китте. Әсә менән ҡыҙ бер аҙ ғына тыныс ултырҙылар ҙа, тороп, һәр кем үҙ эше менән булды.
Шау сәскәгә төрөнөп гөрләп үҫеп ултырған йәсминенә һыу һипкәс, ғәҙәтенсә, Маһруй стенаны ҡаплап эленгән Шәһит фотоһүрәте янына килеп оҙаҡ текләп торҙо. Фото алдында көршәктә торған сәскәләрҙең һыуын алыштырҙы һәм тағы ла бер аҙға ғына тын ҡалып, тере кешегә ҡараған һымаҡ итеп йылмайып ҡуйҙы. Шунан скрипкаһын ҡулына алып, моңло көй уйнап ебәрҙе.
Һыҙыла айҙар, һыҙыла йылдар
Тамара ла үҙ бүлмәһенән сығып, атаһы яратып йырлаған йыр, әсәһе уйнаған моңға иҙрәне.
Ҡапыл ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелде. Тамара барып ишекте асты. Унда таныш булмаған ҡатын менән бер ҡыҙ тора ине.
– Һаумыһығыҙ. Маһруй еңгәм Тамара менән ошо фатирҙа йәшәйме?
Маһруй, шул арала скрипкаһын һалып, ишек эргәһенә килеп етте:
– Аһ, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө, теге ҡатын менән ҡосаҡлашып, икәүһе лә илап ебәрҙе.
– Уҙығыҙсы! Йә, Хоҙайым! Ғәлимәкәйем ҡайтҡан! Күпме ғүмер, күпме һыуҙар аҡҡан!
Тамара, бер ни аңламай, әсәһе илағанғамы, ҡушылып иларға етеште. Ҡатын янындағы ҡыҙҙың да күҙҙәре йәшләнде. Шулай ишек төбөндә илашып торғандан һуң, бөтәһе лә түргә уҙҙы. Ғәлимә Тамара менән дә ҡосаҡлашып күреште:
– Һылыуым! Мине хәтерләмәйһеңдер ҙә әле! Ғәлимә апайың бит мин, Ғәлимә!
– Нисек хәтерләмәй ти?! Ғәлимә апай, атайымдың һылыуы. Беҙҙә йәшәнең бит!
– Эйе шул! Бергә йәшәнек! Ә был минең Наилә ҡыҙым. Училище ғына тамамланы. Башҡортостанда уҡытыусы булып эшләйәсәк.
Хужалар йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Күпте күреп, маңлайына инде һырҙар ҡунған, ләкин бала сағындағы һөйкөмлөлөгөн һаҡлаған Ғәлимә ҡыҙы менән музейҙа йөрөгән һымаҡ итеп өйҙө, стеналарҙа элеүле торған фотоһүрәттәрҙе, Тамараның сит илдәрҙән алып ҡайтҡан, ике сервант тулы фарфор һындарын һоҡланып ҡарап сыҡтылар. Өҫтәл артына ултырғас, Ғәлимә күҙ йәштәренә иркенлек биреп, үҙ тормошон – Ҡырғыҙстанда Рәүеф исемле татар егете менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ бала табыуын һөйләне. Ире, һуғышта алған яраларына түҙмәй, ике йыл элек мәрхүм булып ҡалғас, Ғәлимә бәләкәй ҡыҙын алып, тыуған яғына ҡайтырға ҡарар иткән. Өлкән ҡыҙы үҙ ғаиләһе менән Ҡырғыҙстанда ҡалған.
– Бер көндө, әле мәктәптә генә уҡығанымда, өйгә ҡайтһам, әсәйем ниндәйҙер журнал тотоп алған да, илап ултыра. Журналдың тышында матур ҡыҙ фотоһүрәте ине. Шул тышлыҡты һыйпай ҙа, илай, һыйпай ҙа, илай, бер ни әйтә алмай, – тип һөйләй башланы Наилә.
– “Огонек” журналы ине. Тамараның фотоһын ҡуйғандар. Таныным да, һағыштарыма түҙмәй иланым шул, – тип ҡыҙының һөйләгәнен дауам итте Ғәлимә.
– Утыҙ өс йыл инде, илдән сығып киткәнемә, – һаман да шул тәтелдәк Ғәлимә, бер туҡтауһыҙ хәбәрҙәрен теҙҙе генә. – Ошо ерҙә ауаз һалғанбыҙ, һуңғы тын да ошонда булырға тейеш, тип ҡайттым. Туғандар эргәһендә йәшәгем килә. Тыуып-үҫкән ауылымды ныҡ һағындым. Эсеп үҫкән Керәүле һыуы тәме һаман тел төбөндә. Эй, ул Керәүле һыуы... үҙе шифа, үҙе шәрбәт... Донъяла бер ерҙә лә ул тәмде татып ҡараған юҡ!.. Еңгә, Шәһит абзыйым ҡәберен барып тәрбиәләйемсе...
Төштән һуң Тамара театрға репетицияға китте. Уның бихисап ролдәрен һанап бөтөрлөк түгел: Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны»нда – Зарема, Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»ндә – Одетта һәм Одиллия, Заһир Исмәғилов менән Лев Степановтың «Сыңрау торна» башҡорт милли балетында торна ролен башҡара. Ҡасандыр атаһының юрауҙары юш килде, күккә күтәрелде ҡыҙы. Ысын торна булып...
Әсәһе үлеменән һуң ете йыл яңғыҙ йәшәне Тамара. Үҙ белемен, һөнәрен уҡыусыларына тапшыра алды, әллә күпме артистар тәрбиәләне. Әле әсә ҡарынында уҡ торна ролен башҡарған Тамара әллә күпме тамашасыһын, туғандарын, уҡыусыларын, таныштарын ҡайғыға һалып, фани донъянан сыңрау торна булып китте. Гүйә атаһы менән әсәһе йәндәре торналар ҡиәфәтендә ергә төшөп, ҡыҙҙарын үҙҙәренә алды... Осоп киткән торналар, кешелеккә донъяның мәңгелек түгеллеген тағы бер иҫкәртте.
Яҙҙар еткән һайын, торналар килгәнен күҙәтергә яратам. «Торойоҡ-торойоҡ!..» – тип осҡан тоғролоҡ билгеһен таратыусы ҡоштарҙың һағышлы ауазында Шәһит, Маһруй, Тамара тауышы ишетелеп Ҡош юлына ҡарап-ҡарап алырға әйҙәй. Ана, өлкөн ҡоштар, бала ҡоштар туптан айырылмаһын өсөн ҡауырһындарын сәсеп бара, улары иһә, йондоҙҙарға әүерелә. Торна балалары ошо йондоҙло юл буйлап оса. Ҡош юлы – ул күктәрҙе мәңге иңләгән үҙ юлына, булмышына тоғро торналар. «Торойоҡ-торойоҡ!..» Һәр ҡайһыһы халҡы, иле өсөн изгелек юрай. Улар, йөҙәр йылдар үтһә лә яҙҙар менән тыуған яҡтарына талпына-талпына ҡайтыр. Бының шулай булыуын бик теләр инем. Ҡайтыр ҙа, ерҙе әллә ҡайҙа әйҙәр һағышлы моңға күмер. Тирә-йүндәгеләренә асыҡ сырайлы, һис ҡасан төшөнкөлөккә бирелмәҫ Маһруйҙың моңо, моғайын да, мөлдөрәп тулған саф, көмөш һыулы Керәүле йылғаһына ҡайтып ағалыр. Һәр нотаһы үҙенсәлекле, нескә сың булып күңелдәргә барып етәлер. Сөнки яҙмышына төшкән киртләс-киртләс юлдар йә абындыра, йә талпындыра, һәм сабырлығын һынай-һынай һағындыра ине бит... Шәһит менән Маһруй ике йыл ярым ғына бергә йәшәп өлгөрһәләр ҙә, Маһруйҙың һөйөүе, тоғролоғо беҙҙең көндәргәсә Шәһит исемен ҡәҙерләп алып килеп еткерә алыуы менән көслө. Ысын революционер ҡатыны икәнлеген халыҡҡа иҫбат итте. Улай ғына түгел, ул ҡыҙын, Тамараһын да, атаһының исеменә тап төшөрмәҫлек итеп тәрбиәләүгә өлгәште. Маһруй моңон халыҡҡа еткереүсе, әсәһенең сәнғәткә һөйөүен сәхнәлә балҡытыусы, атаһы холҡон үҙе тәрбиәләгән уҡыусыларға еткереүсе ине ул Тамара...
Ишетәһегеҙме?! Торойоҡ-торойоҡ!.. Изгелеккә юрайыҡ.