Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Апрель 2020, 09:51

Ҡәләм һәм штык менән

Китапхана төнө -2020Киҙеү таралыу хәүефе артып, ҡурсаланыу иғлан ителгәс, күп өлкә дистанцион эшләү рәүешенә күсте. Район китапханаһы ла ошо форматта эшләй. Китап донъяһын интернет алмаштыра аламы? Даими уҡыусылар кәмемәҫме? Китап уҡыусыларҙы нисек дистанцион ҡыҙыҡһындырырға, нисек йәлеп итергә? Ошондай һорауҙар менән китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Светлана Халиҡоваға мөрәжәғәт иттек.

Китапхана төнө -2020
Киҙеү таралыу хәүефе артып, ҡурсаланыу иғлан ителгәс, күп өлкә дистанцион эшләү рәүешенә күсте. Район китапханаһы ла ошо форматта эшләй. Китап донъяһын интернет алмаштыра аламы? Даими уҡыусылар кәмемәҫме? Китап уҡыусыларҙы нисек дистанцион ҡыҙыҡһындырырға, нисек йәлеп итергә? Ошондай һорауҙар менән китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Светлана Халиҡоваға мөрәжәғәт иттек.
- Әлбиттә, виртуаль китапхана “тере” китапты алмаштыра алмай. Шулай ҙа, яраҡлашырға тура килә. Балалар менән эшләйбеҙ, улар интернет донъяһын күптән үҙләштергән. Мәҫәлән, бөтә донъя Ер көнөндә “Ер әсәбеҙҙе һаҡлайыҡ” тигән һүрәттәр онлайн-конкурсы үткәрҙек. Балаларҙың ваҡыты бик тығыҙ, улар ҙа дистанцион форматта уҡый. Шуға ҡарамаҫтан, әүҙем генә ҡатнаштылар, матур йөкмәткеле, мәғәнәле һүрәттәр ебәрҙеләр.
Ә бына “Китапхана төнө-2020” уңайынан “Ҡәләм һәм штык менән” акцияһын онлайн-әңгәмә рәүешендә үткәрмәксебеҙ. Әйткәндәй, ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән өҙөк уҡып йә ятлап, беҙгә ебәрергә, әгәр видео яҙҙырыу мөмкинлеге булмаһа, уларҙың китаптарын тотоп, фотоға төшөп тә һалырға була.Ул тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге сәхифәһендә бара.
(һылтанмаһы: https://vk.com/id557670360?w=wall557670360_83/all)
Тәүге ҡатнашыусыбыҙ Гүзәл Алсынбаева Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы уңайынан бынан 15 йыл элек "Хеҙмәткә дан" район гәзитендә баҫылған һуғыш ветераны Аҡназаров Абдулла Сәхиулла улы тураһында мәҡәлә, видеопрезентация тәҡдим итте.Беҙ уны ҡабул итеп алдыҡ, башҡаларҙың да әүҙем булыуын теләйбеҙ.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандан бик күп ижадсылар һуғышта ҡатнашҡан, шуларҙың һанаулыһы ғына тыуған яғына Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан. Муса Ғәли, Назар нәжми, Нәжип Иҙелбай, Рамаҙан Өмөтбаев, Рәшит Ниғмәти, Шәриф Бикҡол, Ғилемдар Рамаҙанов, Әхиәр Хәким, Мостай Кәрим, Ғәли Ибраһимовтар араһында беҙҙең яҡташ яҙыусы Шакир Янбаев та бар. Уның ижады менән уҡыусылар яҡшы таныш, “Дегәнәк” хикәйәһе генә әллә нисәмә телгә тәржемә ителгән. Бына шундай күренекле фронтовик-яҙыусыларыбыҙҙың ижадын Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған көндәрҙә (бигерәк тә тантаналы билдәләү кисектерелгән осорҙа) күрһәтеү, күтәреү бик мөһим һәм әһәмиәтле. Беҙ уларҙың әҫәрҙәрен уҡыйбыҙ икән, китаптарын ҡайтанан-ҡайта нәшер итәбеҙ икән, тимәк, уларҙың әҫәрҙәре үлемһеҙ, тимәк, улар халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булып һаҡлана, ҡәҙерләнә. Шуға күрә, ҡәҙерле уҡыусылар, китап һөйөүселәр, әҙәбиәт һөйөүселәр, һеҙҙең барығыҙҙы ла “Китапхана төнө-2020” сараһында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, - ти Светлана Зиннәт ҡыҙы.
Читайте нас