Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Апрель 2020, 22:09

Һағышлы ла торна тауыштары... (дауамы)

Һағышлы ла торна тауыштары... (дауамы)БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы Рәзилә Ырыҫҡужинаның Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошо, эшмәкәрлеге тураһындағы очергының дауамы.Әйткәндәй, ҡәләмдәшебеҙҙең бөгөн тыуған көнө! Уны ҡотлап, яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ! Рәзилә Шәһит Әхмәт улының ҡыҙы күренекле балерина Тамара Хоҙайбирҙина ижады тураһында ла бай мәғлүмәттәр туплап, китап сығарҙы.Маһруй кире ишек алдына инде. Шәһите тураһындағы уйҙары бына ошонда көтөп ҡалғандай ине бит әле. Уның тыуған тупрағында, ялан аяҡ йүгереп үткән ишек алдында. Кистәрен, ҡараңғы төшкәс, ике йәшлек ҡолонсағын ҡуйынына ҡоса ла, Маһруй әллә ни уйҙарға ла бирелмәй, тәтелдәк Ғәлимәнең әкиәттәрен тыңлап, йолонғоһоҙ итеп йоҡлап киткән була. Онотола шикелле. Уны ниндәйҙер тыныслыҡ уратып ала һымаҡ. Ни тиһәң дә, ошо өйҙә уның йән һөйгәне тәүге ауазын һалған. Кем белә, бәлки ул тап ошо урындыҡта, әле улар йоҡлаған мөйөштә генә әсә ҡарынынан айырылып сығып, кендеге киҫелгән, тәүге ауазын һалғандыр... Әммә йәнен ярып сыҡҡан сабыйының егерме һигеҙ йыл ғына йөрөмө яҙылғанын күҙалланымы икән Шәһиттең әсәһе Йәмилә?! Әлдә генә балалары ҡайғыһын күрмәй киткән әсә кеше, ул юғалтыуҙарҙан йөрәге ярылыр ине.

Маһруй кире ишек алдына инде. Шәһите тураһындағы уйҙары бына ошонда көтөп ҡалғандай ине бит әле. Уның тыуған тупрағында, ялан аяҡ йүгереп үткән ишек алдында. Кистәрен, ҡараңғы төшкәс, ике йәшлек ҡолонсағын ҡуйынына ҡоса ла, Маһруй әллә ни уйҙарға ла бирелмәй, тәтелдәк Ғәлимәнең әкиәттәрен тыңлап, йолонғоһоҙ итеп йоҡлап киткән була. Онотола шикелле. Уны ниндәйҙер тыныслыҡ уратып ала һымаҡ. Ни тиһәң дә, ошо өйҙә уның йән һөйгәне тәүге ауазын һалған. Кем белә, бәлки ул тап ошо урындыҡта, әле улар йоҡлаған мөйөштә генә әсә ҡарынынан айырылып сығып, кендеге киҫелгән, тәүге ауазын һалғандыр... Әммә йәнен ярып сыҡҡан сабыйының егерме һигеҙ йыл ғына йөрөмө яҙылғанын күҙалланымы икән Шәһиттең әсәһе Йәмилә?! Әлдә генә балалары ҡайғыһын күрмәй киткән әсә кеше, ул юғалтыуҙарҙан йөрәге ярылыр ине. Иң алда Фәйзуллаһын – ун ете генә йәшендә ун туғыҙынсы йылда аҡтар атып үлтереүен дә, Шәһитенең егерме һигеҙендә... Моңға ғашиҡ Фәйзулланың һағышлы итеп скрипкала уйнауын бар ауыл һаман бойоғоп һөйләй. Шәһит тә бит, моң иленән, ауылға ҡайтҡан һайын яңы йыр сығарып йырлап, ололарҙы илатыр булған.
Әллә ҡайҙа, боронға төшөп киткән Шәһит тураһындағы уйҙарын йүгәнләргә тырышмай Маһруй. Ауылдағы олораҡ кешеләр инә һалып ҡына хәбәрҙәрен һөйләп сығып китеүсән. Бер кемдең дә оҙаҡлап ултырғаны юҡ. Уларҙың Шәһит хаҡындағы һәр һүҙен йөрәге аша үткәреп, Маһруй оҙаҡ уйлана. Әҙ генә мәл яратылып ҡалһа ла, ныҡ бәхетле бит ул. Шундай ҙа ҡыйыу, сая ир уҙаманын һөйҙө. Шундай мөһабәт әҙәмдән ҡыҙ бала табып өлгөрҙө. Ана, ҡыҙы, тас атаһы! Ул йылмайыуы, ул ҡыйыу күҙ ҡараштары. Ә холҡо һуң? Бер ҙә бәләкәймен тип тормай, теләгәнен таптыра белә. Ҡыҙына ҡарай ҙа, Маһруй, ирен күҙ алдына баҫтыра. Шунан үҙен йыуатҡандай булып, хистәргә лә бирелеп китә: бына-бына Шәһите ишекте шар асып, ныҡлы аҙымдарын ҡаты баҫып килеп инер ҙә, йылмайып һаулыҡ бирер һымаҡ. Нишләптер ул тап ошо, үҙе тыуып үҫкән өйгә ҡайтып инер. Тәүҙә ҡыҙсығын күтәреп алып яратыр... Һылыуҙарының башынан һыйпар. Шунан ғына ҡатынын ҡосағына алыр... Эх, яҙмыш икенсерәк хәл итте шул барыһын да... Донъялар нисек кенә буталсыҡ булмаһын, Маһруй был уйҙарын түгел, ә йөрәге түрендәге бәхетен йылы килеш ғүмере ахырынаса үҙе менән йөрөтөргә тейеш икәнлеген яҡшы белә. Уға инде бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. Бары ҡыҙы һау булһын! Бары ул ырыҫынан яҙмаһын!..
Тегендә, Өфөлә, шау-шыулы йортта ҡот та юҡ. Халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнгәс, Шәһиттең ғаиләһенә Спасс урамындағы бер йортта бүлмә биргәйнеләр. Инде генә семәрләп һырланған ике ҡатлы мөһабәт ағас йорт! Маһруй менән Шәһит йәшәгән бүлмәнең айырым ишеге, ыҡсым мөйөштәрендә айырым тәҙрәһе булһа ла, йорттағы һәр хәрәкәт, тауыш-тын улар аша үтә кеүек. Икенсе ҡатта йәшәгән ирле-ҡатынлы Тоня менән Алексейҙың – цирк артистарының балалары юҡ. Шулай ҙа көнө-төнө тыпырлап йүгерешәләр. Ихатала осраһалар, икәүләшеп Тамараға иғтибар бүлергә тотоналар. Береһе күтәреп ала, икенсеһе бәпәй булып һөйләшә, көлә башлай. Бәләкәй генә сынйырға бәйләп алып сыҡҡан эттәре лә хатта әллә нисек итеп, эттәргә хас булмағанса өрә һымаҡ.
Ғөмүмән, был йортта төрлө милләт халҡы, төрлө кимәл мәҙәниәте, үҙ ғәме-хәсрәттәре менән береһенән-береһе арттырып йәшәргә тырышып ята. Арттырып тигәс тә, заманына күрә арттырып булмай. Шулай ҙа ситтән ҡарағанда, бында бер-береһен аңлағандар көн итеүе күҙгә ташланыуы мөмкин. Ҡайһы бер иртәләр тыныс ҡына башлана ла, шундай уҡ тыныслыҡта төн етә. Бындай мәлдәрҙә хатта сабыйҙар ҙа шыбырлап илай һымаҡ. Ара-тирә иртә таңдан шау-гөр килгән йорт, кискә тиклем ошо хәлдә ҡала. Күрше-күлән бер-береһе менән һөрәнләп һөйләшә, бала-саға кемуҙарҙан ҡысҡырыша...
Уң яҡ күршеләре Байчиковтар, Украинанан килгән хәрби ғаилә. Өс балалары бар – ике малай, бер ҡыҙ. Балаларҙың атайҙары бик һирәк кенә өйгә ҡайта, күберәге – командировкала, эш буйынса юҡ булып тора. Ишек алдындағы майҙансыҡта йыш ҡына ошо ғаилә балалары уйнай. Әсәләре, Мария, ҡайһылыр ашханала һауыт-һаба йыуа. Ҡараңғы төшкәс кенә балалары янына ҡайтып инәгән саҡтары бар.
Бер карауат менән бер өҫтәл һыйырлыҡ урта бүлмәлә урыҫ ҡатыны йәшәй. Күршеләр менән дә һөйләшмәй, хатта һаулыҡ һорашмай. Шуға уның исемен белгән әҙәм юҡ. Ул хатта күҙҙәрен йәшереп, яулыҡ ябынып йөрөй. Ялыу хаттары яҙа, тиҙәр тигәндәре лә ишетелеп ҡала. Кемгә яҙалыр, кем өҫтөнән яҙалыр, улары – ҡараңғы.
Шәһиттең вафатынан һуң Маһруй ҙа йомолдо. Уның хәҙер бер генә шатлығы – Тамараһы бар. Шатлығын да, хәсрәтен дә ҡыҙына баҫа. Ҡайсаҡ ял көндәрендә Шишмәгә, Маһруйҙың туғандары янына ла барып киләләр. Ғаиләләрендә иң кеселәре Маһруй булғас, уның ҡайтыуына барыһы ла шатлана. Ләкин унда күпкә ҡалғандары юҡ. Йыш ҡына, алыҫ юл тип тормай, Шәһиттең тыуған ауылына килергә тырышалар. Ҡайсаҡ оҙаҡ ҡына ятып ҡайталар. Ятып тигәс тә, тик ятыр ҡатын түгел Маһруй. Ҡулынан килгәнен барыһын да һыпырып эшләй. Өй эштәрен генә түгел, көрәк тотоп ер ҡаҙырға ла сыға. Ҡулы эш белгәс, ҡыҙҙарға күлдәктәрен дә тегә, башалтайҙар бәйләй. Әле кисә генә Зәбиҙәгә тип кәзә дебетенән бәйләй башлаған күкрәксенен тамамланы.
...Маһруй, торналар төшкән яҡҡа оҙаҡ текләп торған арала ошолар тураһында ла уйға төшөп, онотолоп китте. Шул мәлдә ҡапыл ҡош сутылданы. Уның тауышы, моңло ауаз булып әллә ҡайҙа осоп китте лә, кире әйләнеп килеп, ошо йырҙы хәтерләтте:
Һыҙыла күңелем, һыҙыла,
Һыҙыла бер туҡтамайса.
Һыҙыла айҙар, һыҙыла йылдар
Һыҙыла төн йоҡламайса...
Шәһиттең йыры ул. Уның йырлауын иҫләп, боронғоларҙың, моңло бала бәхетһеҙ була, тиеүҙәренә ышанмаҫтан ышанырһың. Моңло ғүмеренең ике генә йылын Маһруй менән йәшәп өлгөрҙө. Өйгә йырлап ҡайтып ингән булыр ине... Уға моңдоң нескәһен генә лә биргән ине бит:
Иртәнсәккәй тороп бер ҡараһам,
Бағры балыҡ йөҙә даръяла.
Нисә һөйләһәң дә, ир-арыҫлан
Оҙаҡ тормаҫ, тиҙәр донъяла...
– Эй, бисара балаҡай... һәр нәмәнән йәм табырға тырышып ятыуы әле... – тип шыбырланы, кәртә яғында мал тәрбиәләп йөрөгән Заһитулла, әсенеп. – Шәһиттең йырын көйләй был. Төҙәлеп китһә ярар ҙа...
– Сабырҙыҡ бирһен Аллаһ, ваҡыт йүнәлтер. Һағыш ул. Сиргә әйләндермәҫ, көслө ҡатын, – тип йөпләне иренең һүҙҙәрен Нәзифә. Ул һыйырын һауып бөттө лә, бәүҙә торған быҙауҙы ысҡындырҙы, күнәктәге һөттө соланға алып инеп, һалҡыныраҡ урынға ултыртты. Усаҡ эргәһендә торған ҡомғанды алып, ҡулдарын, битен, йыуҙы ла, ябыҡ күнәктән алып самауырға һыу ҡойҙо. Усаҡтан күмелеп ятҡан ҡуҙлы күмер алып һалып, самауырҙы тупһаға сығарып борҡотто, ҡоро күмер өҫтәп, торбаһын кейҙерҙе. Шунан кире йүгерә һалып инеп, усаҡҡа ла эре күмер ҡушты.
– Әйҙә, килен, самауыр ҡайнағансы, Керәүленән һыу алайыҡ, – тип Маһруйға өндәште.
Ишеге асыҡ торған солан яғына ҡапыл ҡараны ла Маһруй тертләп ҡуйҙы. Бер нәмәгә лә әүрәмәй, онотолоп торғаны өсөн уңайһыҙланып ҡуйҙы. Үҙен тиҙ генә ҡулға алып, йүгереп инеп йыуынып, һөртөндө лә, күнәк, көйәнтә алып шишмә юлына сыҡты.
– Торналар иртәләне быйыл, йәй иртә килер, ахыры, – Маһруйҙың һағыштарын таратмаҡ булып һүҙ башланы Нәзифә. Әммә Маһруй һөйләшергә әҙер түгел ине. Баш ҡына һелкте.
Ауыл халҡы Керәүленең шифалы һыуын эсә. Алыҫыраҡ булһа ла, иртә таңдан ҡатын-ҡыҙ ошо йылға һуҡмағын тапай. Йәй көндәре был яҡтар бигерәк күҙ яуын алырлыҡ. Көнгәк тауы һыртында йәйелгән Бесәнсе ауылы, Керәүле юлынан ҡараһаң, донъя ҡото булып күренеп ята. Халыҡ өйҙәрен бер-береһенә яҡын итеп һалғанғалыр, ауыл ул тиклем ҙур түгел һымаҡ. Шулай ҙа күренер-күренмәҫ мөрйәләрҙән һыҙылып ҡына сыҡҡан төтөн ана шул ҡотто өрөп торған һымаҡ.
Үҙенең йәшәйеш сығанағын иҫбат итергә тырышҡандай, йылға сылтырап ағып ята. Маһруй, эйелеп һыу алып, биҙрәләрҙе тултырҙы ла, күҙ йәштәрен тыя алмай, ҡапыл шул ерҙә һытылды ла ҡуйҙы:
– Эй-й, Нәзифәкәйем... Ҡоштар бит китә лә кире ҡайта... Бер киткән кеше генә ҡайта алмай...
– Илап ал. Йөрәгеңә ауыр йөкмәп, үҙеңдә тотма. Ағын һыу алып китә һағыштарыңды. Минән сыҡмай. Сеңдәп-сеңдәп ила. Хәсрәтеңде бүтәндәргә күрһәтмә. Илағың килгән ваҡыттарҙа һыу буйына кил. Һиңә ғүмер буйы был ҡайғы менән йәшәргә. Үткәреп ебәр. Шәһитең йәне лә тынысланыр, һиңә йәшәргә көс кәрәк. Баланы кеше итәргә...
Әллә ниҙәр сеңләп, һыҡтап-һыҡтап иланы бисара ҡатын. Тыйылмай һыҡтаны. Нәзифә лә ситкәрәк китеп, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Бер аҙҙан Маһруй йылғаның һалҡын һыуы менән битен һыпырып сайҡаны ла, тынысланғандай булды.
Нәзифә, ауыҙы эсенән доғаларын уҡып, тулы биҙрәләрен көйәнтәгә элеп, ауыл яғына ыңғайланы. Маһруй ҙа тулы биҙрәләрен сайпылтмай ғына килендәше артынан төштө.
– Тамарочка уянып, бүтәндәрҙе ҡаңғырталыр инде, әйҙә, ашығайыҡ.
– Уның ҡаңғыртыуы беҙҙекеләр өсөн шатлыҡ ҡына. Ғәлимә һуң, ҡулынан төшөрмәй. Ғәрифәкәй ҙә өлтөрәп торған була.
– Рәхмәт инде һеҙгә, Нәзифә. Береһен дә йәтим итмәнегеҙ.
– Иремдең бер туғандарын нисек ситкә типмәк кәрәк? Юҡ, улар беҙҙең ғаилә. Һеҙ ҙә Тамара менән беҙҙеке.
– Күмәк еңелерәк, Нәзифә, – тип етди өндәште Маһруй. – Ғәлимәне миңә бирегеҙ. Зәбиҙә үҙегеҙгә ярҙамсы булып ҡалыр.
Нәзифә ҡапыл туҡтаны.
– Аһ... ул нисек булыр тиң? Апай-һеңлене айырайыҡмы?!
– Айырыу түгел, Нәзифә, шулай дөрөҫтөр бит. Шәһит тә уны алып ҡайтыу теләген әйткәйне. Ун йәштән уҙҙы, һаман уҡыуға төшмәгән. Өфөлә уҡыуға ла бирермен. Ғибаҙулла ла беҙгә кереп йөрөй, Ғәлимәгә абзыйы менән күңеллерәк, еңелерәк тә булыр.
– Мин бер нәмә лә әйтә алмайым. Заһитулла ни тиер?! Үҙем өндәшеп ҡарармын. Улай тиһәң, өҫтө лә бөтөн түгел бит әле...
– Улары өсөн ҡайғырма, Нәзифә. Кейендерермен дә, ашатырмын да. Бөтәһе лә етә. Тик бирегеҙ һеҙ миңә Ғәлимәне.
Маһруй күптән әйтә алмай йөрөгәнен күңеле асылып, шулай ҡапыл ғына һораны.
– Шәһит, һуңғы тапҡыр Мәскәүгә тип китер алдынан, эх, Ғәлимәне уҡытырға кәрәк, бик аҡыллы ҡыҙый, унан кеше сығыр, мөғәллимә булыр ул, тип һөйләнде. Әйтеп өлгөрәйем, тигәндер инде, бахырҡайым...
...Өфөгә килгәс, Ғәлимә бындағы тормошто аптырап күҙәтте:
– Еңгә, ҡарале, был күршеләрҙең ни һөйләгәнен аңламайым. Ништәп улай һөйләшәләр икән?..
– Улар урыҫ телендә һөйләшә. Бына уҡырға төшкәс, һин улар телен аңлай башларһың әле!..
Тәүҙә Ленин исемендәге урта мәктәпте, унан уҡытыусылар әҙерләгән курстар тамамлап, Ғәлимә Өфөнән алыҫ булмаған районға эшкә ебәрелде. Әммә һуғыш башланған йылды, Ғибаҙулла, Шәһиттең кесе мырҙаһы, Ғәлимәне үҙе менән Ҡырғыҙстанға алып китте. Унда йәш мөғәллимә ҡырғыҙ егеттәрен урыҫ теле серҙәренә өйрәтте.
Ә Ғибаҙулла, ҡырғыҙҙар еренән 1942 йылда һуғышҡа алынды. Әммә шул уҡ йылда уның улы, ҡатыны һөйөклөләренең батырҙарса һәләк булыуы тураһында ҡайғылы хәбәр алды.
(Икенсе өлөшө. Дауамы бар)
Читайте нас: