Элек ауылға ҡайтыуҙар
Ваҡиға була ине.
Ул ҡайтыуҙар йә байрамға,
Йә туйға була ине...
Ауылыбыҙға ҡунаҡтар
Килеп керерҙәр ине,
Аттар туғарылыр ине,
Эттәре өрөр ине...
Күңелдәр киң, табындар мул...
Бары ла етер ине.
Бөтә ауыл, шау-гөр килеп,
Әй байрам итер ине...
Юҡлыҡ тип тормаҫтар ине,
Яйын табырҙар ине.
Ҡунаҡҡа хөрмәт йөҙөнән
Мунса яғырҙар ине.
Һуғым һуйырҙар ине лә,
Бәлеш ҡуйырҙар ине.
Ҡунаҡтар килеүгә тиеп,
Балын ҡойорҙар ине.
Балы булғас, була инде -
Ҡунаҡ йыйырҙар ине.
Ауылда халыҡтар элек
Шулай йәшәрҙәр ине...
Ҡайтҡандарҙы сиратлашып
Ҡунаҡҡа алыш ине.
Теләһәң-теләмәһәң дә,
Ҡунаҡҡа барыш ине.
Ауыл гөрләп тора ине ,
Төндә лә тынмай ине.
Төндә лә тынмай ине шул -
Йолаһы шундай ине.
Хужалар менән ҡунаҡтар
Урам урарҙар ине.
Килеүен килгәс, берҙе түгел,
Өстө ҡунырҙар ине...
Ә бит аслы-туҡлы инек,
Замандар ауыр ине...
Был - минең малай саҡ ине,
Был - беҙҙең ауыл ине.