Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Апрель 2020, 12:21

"Бәндәбикә. Ырыу инәһе" картинаһы

18 апрель - тарихи урындар һәм һәйкәлдәр көнө"Бәндәбикә. Ырыу инәһе" картинаһы Ә бына был картиналағы Бәндәбикә образын Эльмира Аҡъюлова һынландырған. Был уның диплом эше.- Тарихи картина яҙыр алдынан, әлбиттә, беҙ, рәссамдар, тәүҙә кәрәкле мәғлүмәт туплайбыҙ, теманы төрлө яҡлап өйрәнәбеҙ. Мин дә Бәндәбикә тураһында бик күп эҙләндем, легенда - риүәйәттәрҙе уҡыным, Ейәнсура, Күгәрсен районы ерлегендә урынлашҡан тарихи урындарҙа, Ерәнсә сәсән ҡәберендә, Бәндәбикә кәшәнәһендә булдым, - ти Эльмира.

18 апрель - тарихи урындар һәм һәйкәлдәр көнө
Ә бына был картиналағы Бәндәбикә образын Эльмира Аҡъюлова һынландырған. Был уның диплом эше. Ҡыҙыҡай бала саҡтан һынлы сәнғәткә ғашиҡ, һүрәт төшөрөүгә оҫта. Шул тәбиғи һәләте уны тәүҙә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына, аҙаҡ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына алып килә. Уҡыуында уңышлы өлгәшкән ҡыҙ, 15 йәшендә генә Дегтярев исемендәге премияға лайыҡ була. “Бәндәбикә. Ырыу инәһе” тип аталған эше менән диплом яҡлап, белгес булып сыға. Ни өсөн Эльмира нәҡ Бәндәбикә образын һайлаған - был хаҡта беҙгә ул үҙе бәйән итә.
- Тарихи картина яҙыр алдынан, әлбиттә, беҙ, рәссамдар, тәүҙә кәрәкле мәғлүмәт туплайбыҙ, теманы төрлө яҡлап өйрәнәбеҙ. Мин дә Бәндәбикә тураһында бик күп эҙләндем, легенда - риүәйәттәрҙе уҡыным, Ейәнсура, Күгәрсен районы ерлегендә урынлашҡан тарихи урындарҙа, Ерәнсә сәсән ҡәберендә, Бәндәбикә кәшәнәһендә булдым.
Мәғлүм булыуынса, Бәндәбикә яҙмышында ике милләт – ҡаҙаҡ һәм башҡорт халҡы ҙур роль уйнай, тарихтан билдәле булыуынса, ғөмүмән, был ике халыҡ тормошо үҙ-ара бик тығыҙ бәйләнгән.
Минең картиналағы Бәндәбикә йәш булһа ла, зирәк аҡыллы, ирҙәр менән бер ҡатарҙан яу сабырлыҡ яугир-ҡатын, шул уҡ ваҡытта нәҫел инәһе, үҙ ырыуының тәү әсәһе, тәү инәһе булараҡ һынландырыла.
Легенда буйынса, Бәндәбикә, ире үлгәс, уның бәләкәй ҡустыһы менән никахлаша. Ул, ире Ерәнсә сәсән әле ир ҡорона инеп етмәгәнлектән, аҡһаҡалдар талабы менән ырыу менән идара итеүҙе үҙ ҡулына ала. Бик төплө аҡыллы, уйлап эш итер ҡатын була ул. Юҡҡамы ни уның тураһында ике халыҡта ла матур риүәйәттәр йәшәй? Ерәнсә сәсән ҡәбере лә, Бәндәбикә кәшәнәһе лә хәҙерге көндә халыҡтан өҙөлмәй.
Картиналағы тирмә башҡорт халҡының көнкүрешен генә түгел, тотош ырыуҙы, уның йәшәү кимәлен күрһәтә. Баш осондағы таҫмалар ҡаҙаҡ-башҡорт араһында күптән түгел булып үткән низағ, тынғыһыҙ тормош тураһында бәйән итә. Тирмә өҫтөндәге асыҡ зәңгәр күк иһә ике яҡта ла тыныслыҡ урынлаштырыу йәһәтенән башланған һөйләшеүҙәргә ишаралай. Фонда һауыт-һаба, өй кәрәк-яраҡтарынан тыш беҙ ҡорал да күрәбеҙ. Был инде Бәндәбикәнең “кәрәк икән ат менеп яу сабырға әҙер” ҡатын булараҡ һынландыра.
Ҡатындың уң яғында Ерәнсә сәсән ултыра. Ул ҡаҙаҡ илсеһенә ҡурайҙа уйнай, хатта үҙе лә моң солғанышынан онотолоп, күҙҙәрен йомған. Һөйләшеүгә килгән ҡаҙаҡ та бында үҙен тыныс тоя – Бәндәбикәнең һәр ваҡыт уйлап эш итерен, ышаныслы ҡатын булыуын белә, - ти Эльмира үҙенең эше тураһында. Әйткәндәй, был картина Өфө картиналар галереяһында урынлаштырылған. Бынан тыш, унда Эльмираның “Арығанда” тигән эше лә тәҡдим ителгән.
Читайте нас: