Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Апрель 2020, 11:38

18 апрель - тарихи урындар һәм һәйкәлдәр көнө

Бәндәбикә кәшәнәһе тураһында халыҡ легенда-риүәйәттәрҙән ишетеп кенә белһә, Күгәрсен районы халҡын был тәңгәлдә бер ни тиклем бәхетле тиергә лә була, сөнки ул кәшәнә беҙҙең районда – Мәҡсүт ауылы эргәһендә урынлашҡан. Уның хаҡында бик күп тарихсылар, ғалимдар яҙҙы, төрлө эҙләнеүҙәр үткәрҙе. 1966 йылда археолог Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция ауыл ҡарттары рөхсәте менән кәшәнәне ҡаҙып, Бәндәбикәнең һөлдәһен таба һәм тикшереү эштәрен башҡарырға, Бәндәбикәнең тышҡы ҡиәфәтен тергеҙеп, уның ниндәйерәк ҡатын-ҡыҙ булыуын халыҡҡа күрһәтеү маҡсаты менән Мәскәүгә алып китә.1968 йылда иһә һөлдә МДК эргәһендәге антропология институтында ошо өлкәлә эшләгән ғалимә, белгес М. С. Акимоваға ебәрелә. Акимова Көнъяҡ Уралда антропологик тикшеренеүҙәр алып барған, Советтар Союзы осоронда кеше һөйәктәренән уның тышҡы ҡиәфәтен тергеҙеү методикаһын ҡулланған берҙән-бер белгес була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул эште еренә еткерә алмай, 1969 йылда вафат була. Унан һуң был эш бик оҙайлы ваҡытҡа туҡтала. 2015 йылда Нияз Мәжитов та үлеп китә.

Бәндәбикә кәшәнәһе тураһында халыҡ легенда-риүәйәттәрҙән ишетеп кенә белһә, Күгәрсен районы халҡын был тәңгәлдә бер ни тиклем бәхетле тиергә лә була, сөнки ул кәшәнә беҙҙең районда – Мәҡсүт ауылы эргәһендә урынлашҡан. Уның хаҡында бик күп тарихсылар, ғалимдар яҙҙы, төрлө эҙләнеүҙәр үткәрҙе. 1966 йылда археолог Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция ауыл ҡарттары рөхсәте менән кәшәнәне ҡаҙып, Бәндәбикәнең һөлдәһен таба һәм тикшереү эштәрен башҡарырға, Бәндәбикәнең тышҡы ҡиәфәтен тергеҙеп, уның ниндәйерәк ҡатын-ҡыҙ булыуын халыҡҡа күрһәтеү маҡсаты менән Мәскәүгә алып китә.
1968 йылда иһә һөлдә МДК эргәһендәге антропология институтында ошо өлкәлә эшләгән ғалимә, белгес М. С. Акимоваға ебәрелә. Акимова Көнъяҡ Уралда антропологик тикшеренеүҙәр алып барған, Советтар Союзы осоронда кеше һөйәктәренән уның тышҡы ҡиәфәтен тергеҙеү методикаһын ҡулланған берҙән-бер белгес була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул эште еренә еткерә алмай, 1969 йылда вафат була. Унан һуң был эш бик оҙайлы ваҡытҡа туҡтала. 2015 йылда Нияз Мәжитов та үлеп китә.
Мәҡәләне тулыландырыу маҡсаты менән төрлө китаптарҙағы мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Башҡортса ҡыҫҡа энциклопедияла Бәндәбикә кәшәнәһе тураһында бына ошондай мәғлүмәт бирелә (ҡыҫҡартылды):
Бәндәбикә кәшәнәһе – тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, 14-15 быуаттарға ҡарай, Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы эргәһендә урынлашҡан. Бөтә яҡтары ла тигеҙ, ике яруслы, көмбәҙле ҡоролма. Иҙәне саман кирбестән. Ерләү камераһына тар ишек уйымы алып барған. Төнъяҡ стенаһы эргәһендә көнбайыш-көнсығыш йүнәлеше буйынса ҡаҙылған, яҡтарына һәм төбөнә эзбизташ плиталар түшәлгән ҡәбер соҡоро асыҡланған. Мәйет салҡан ятҡырып, башы менән көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбер төбөндә көл һәм туҙ ҡалдыҡтары табылған. Кәшәнә материалдары МДУ эргәһендәге Антропология ғилми-тикшеренеү институтында һаҡлана.
Әҙәб.: Мажитов Н.А. Тайны древнего Урала. Уфа, 1973; Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987.”
Электрон википедияла “Бәндәбикә IX быуатта хәҙерге Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында һәм шул тирәләрҙәге ырыу-аралар менән етәкселек иткән” тигән мәғлүмәт бар. Ә кәшәнә, энциклопедиялағы мәғлүмәт буйынса, 14-15 быуатҡа ҡарай. IX быуатта йәшәгән Бәндәбикәнең ҡәбере өҫтөнә биш быуат үткәс кенә таш кәшәнә ултыртылмағандыр бит? Сөнки, “мин үлгәс, мине өйөмдә ерләгеҙ” тип әйтеп ҡалдырған васыяты буйынса, уның мәрхүм булғанлығын ишеткәс тә, таш тейәп килә башлайҙар. Ә таштар бит алдамай, тимәк, Бәндәбикә, ысынлап та, 14-15 быуаттарҙа йәшәгән, ә IX быуат тигән мәғлүмәт, тимәк, дөрөҫлөккә тап килмәй һәм бынан сығып, уның ире булып иҫәпләнгән Ерәнсә сәсән тураһында ла һорау тыуа.
Риүәйәттәрҙән белеүебеҙсә, Бәндәбикәнең икенсе ире Ерәнсә сәсән булған (тәүге ире – Ямаш батыр, Ейәнсура районындағы Ямашлы тауы уның исеменән килә). Шул уҡ энциклопедияла Ерәнсә сәсән тураһында мәғлүмәтте ҡарайыҡ:
Ерәнсә сәсән – башҡорт халыҡ шағир-импровизаторы. Ерәнсә сәсән тормошо тураһында документаль сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исеме “Ерәнсә сәсән”, “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” һ.б. башҡорт риүәйәттәрендә осрай, уларға ярашлы, Ерәнсә сәсән 14-15 йәки 17-18 быуаттарҙа йәшәгән, уның ҡатыны Бәндәбикә булған. Байым ( Әбйәлил), Билал (Баймаҡ), Ҡорама ( Учалы) уның тыуған ере итеп күрһәтелә. Ерәнсә сәсән ҡәбере Башҡорт Үргене ауылы эргәһендә тип һанала. Сәсәндең шиғри мираҫына “Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне” һәм “Асҡар тауҙың үлгәне” ҡобайырҙары ҡарай”.
Ерәнсә сәсән башҡорттар менән ҡаҙаҡтар сиктәш йәшәгән Ҡыҙыл йылғаһының Яйыҡҡа ҡойған ерендә йәйләүҙә тыуған тигән мәғлүмәт тә бар.
Ҡаҙаҡ ғалимы Әхмәт Байторсонов яҙмалары буйынса, 1730 йылда Әбелхәйер хан идаралыҡ итә, ә Ерәнсә сәсәндең егет булып килгән сағы була.
“Башҡорт халыҡ ижады”ның 5-се томындағы “Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйергә әйткәнен” ( 1911 йылда Ырымбур губернаһы Ҡайыпҡол ауылында Миңлебай Мәмбәт улы Сәйетовтан М. Буранғолов яҙып алған) уҡыһаҡ, унда шундай юлдар бар:
Әбелхәйер тигән хан булған,
Һин түгел, борон хан булған*,
Әй, бүлгеләнмәҫ ҙур булған.
Тоҡомонан Ибраҡ бар булған.
Себергә килеп хан булған.
(...)
Күсеп тә килгән күсендә*ти.
Күсеме* тыуған күсендә, ти.
(...)
Аблай* тигән дә ул ине, ти,
Төйә лә көткән ҡол ине, ти,
(аҫта һылтанма бирелә:
Һин түгел, борон хан булған – XV быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән үзбәк ханы Абул-Хайр күҙ уңында тотола булһа кәрәк”.
*Ибраҡ – ун бишенсе быуаттың икенсе яртыһында Себер ханы Ибраһим (тарих китаптарында – Ибаҡ) күҙ уңында тотола;
*Күсем – ун алтынсы быуаттың икенсе яртыһында ҡырҡ йыл буйы хакимлыҡ иткән Себер ханы (урыҫ телендә Кучум-хан;
*Аблай – ун етенсе быуатта Себер ханы).
Был әйтеш Ерәнсә сәсәнде тарихи шәхес Әбелхәйер хан менән бәйләй.
Ерәнсә, атаһы Ябайһынсы һымаҡ, күрәҙәлек һәләтенә эйә булған. Икенсе риүәйәттә ул Ямантай батырҙың хеҙмәтсеһе итеп тә килтерелә.
Ерәнсә сәсәнде беҙ, үрҙә әйтеүемсә, Бәндәбикәнең икенсе ире тип беләбеҙ. Тик уларҙың йәшәгән быуаттары, ни сәбәптәндер, айырыла. Әлбиттә, Ерәнсә сәсән ҡатынынан байтаҡҡа йәш булған, тик тотош быуат йә ике быуатҡа түгел бит... Бәлки, улар икәү булғандыр? Ерәнсә сәсән, ысынлап та, Бәндәбикәнең ире булғанмы? Бәлки, “Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне” ҡобайыры авторы ла бөтөнләй икенсе шәхестер? Бына ошондайыраҡ һорауҙар, эҙләнә китһәң, һаман тыуа тора.
Төрлө мәғлүмәттәр эҙләй торғас, Гүзәл Хәмитованың “Мистический Башкортостан” тапшырыуына ла килеп юлыҡтыҡ. Уны ҡарап сыҡҡас, был һорауҙарҙың урынлы булыуын аңларға була. Тимәк, белгестәргә был тәңгәлдә асыҡлыҡ индерә торған мәсьәләләр әле бар.
Читайте нас: