Башҡортостанда милли кейемдәр көнөн йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә. Республикалағы эпидемиологик хәл-торош сәбәпле, быйыл ул онлайн форматта үтә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн интернет киңлектәрендә (социаль селтәрҙәр сәхифәләрендә) милли кейемдә төшкән фотоғыҙҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто тәҡдим иткән хештегтар менән урынлаштырырға ғына кәрәк.
- Милли кейемдәр байрамы киләһе йылға планлаштырылған Бөтә донъя фольклориадаһына арнала. Сара сиктәрендә милли кейемдәр тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән танышырға мөмкин. Әйткәндәй, беҙҙең республикала 164 милләт вәкиле йәшәй, тимәк, милли кейемдәр парады сағыу ғына буласаҡ. Үҙебеҙҙең район халҡын да ошо үҙенсәлекле мәҙәни сараға әүҙем ҡушылырға саҡырам, - ти Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Искәндәрова.