Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Апрель 2020, 12:20

Бөгөн - милли кейемдәр көнө

Милли кейемдәр көнөнә ағалы-һеңлеле Мәрйәм менән Йософ Янбаевтар ҙа ҡушыла. Йософ - 7-се класс уҡыусыһы, Мәрйәм 6-ла уҡый. Әлеге көндә улар дистанцион белем алыуҙы бер ауырлыҡһыҙ ҡабул итеп, уңышлы ғына өлгәшеп килә. Әсәләре -Күгәрсен районының "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе - Әминә Мәғзүм ҡыҙы әйтеүенсә, интернет менән бәйләнеш булдырыуҙың бер ауырлығы ла булманы, сөнки был тәңгәлдә үҙен һыуҙағы балыҡ шикелле тойған Йософ бөтәһен дә еренә еткереп көйләп ҡуйған. Мәрйәм иһә бала саҡтан ипле бала. Ҡыҙыҡайҙы яҡындан белгәндәр уның һынсыл ҡарашын тоялыр, һәләттәрен үҫтергәндә Мәрйәмдән яҡшы психолог сығасаҡ, ти яҡындары. "Балаларым бәләкәйҙән үҙ аллылыҡҡа өйрәнде, әле онлайн уҡыуҙарында ла үҙҙәре өлгәшә, иғтибарыбыҙ менән артыҡ ҡамаусаламаҫҡа тырышабыҙ. Ағалары Мөхәммәт тә бәләкәйҙән үҙ аллы булды. Ул Сибай социаль-хоҡуҡ колледжының 3 курс студенты. Әлеге мәлдә ул да өйҙә, бар яҡлап беҙгә ярҙам итә, уҡыуында ла өлгөрә. Әйткәндәй, Мөхәммәт тәмле итеп бешеренергә лә оҫта. Дөгө, соус, һуғандан ғына ла бынамын тигән ризыҡ әҙерләп ҡуя. Ғөмүмән, балаларҙы оло юлға баҫтырыр алдынан тормошта нимә кәрәк -шуларҙың барыһына ла өйрәтеү мотлаҡ тип иҫәпләйбеҙ", - ти Әминә Әҙелғужина.#МойНациональныйКостюм#МиллиКостюм#КультураБашкирии#НародыБашкирии#НацКостюмЭтоМодно#КурултайНациональныйКостюм#ҠоролтайМиллиКейем#ҡоролтай#курултай#ВсемирныйКурултайБашкир#КугарчинскийРайон#КүгәрсенРайоныҠоролтайы

Милли кейемдәр көнөнә ағалы-һеңлеле Мәрйәм менән Йософ Янбаевтар ҙа ҡушыла. Йософ - 7-се класс уҡыусыһы, Мәрйәм 6-ла уҡый. Әлеге көндә улар дистанцион белем алыуҙы бер ауырлыҡһыҙ ҡабул итеп, уңышлы ғына өлгәшеп килә. Әсәләре -Күгәрсен районының "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе - Әминә Мәғзүм ҡыҙы әйтеүенсә, интернет менән бәйләнеш булдырыуҙың бер ауырлығы ла булманы, сөнки был тәңгәлдә үҙен һыуҙағы балыҡ шикелле тойған Йософ бөтәһен дә еренә еткереп көйләп ҡуйған. Мәрйәм иһә бала саҡтан ипле бала. Ҡыҙыҡайҙы яҡындан белгәндәр уның һынсыл ҡарашын тоялыр, һәләттәрен үҫтергәндә Мәрйәмдән яҡшы психолог сығасаҡ, ти яҡындары. "Балаларым бәләкәйҙән үҙ аллылыҡҡа өйрәнде, әле онлайн уҡыуҙарында ла үҙҙәре өлгәшә, иғтибарыбыҙ менән артыҡ ҡамаусаламаҫҡа тырышабыҙ. Ағалары Мөхәммәт тә бәләкәйҙән үҙ аллы булды. Ул Сибай социаль-хоҡуҡ колледжының 3 курс студенты. Әлеге мәлдә ул да өйҙә, бар яҡлап беҙгә ярҙам итә, уҡыуында ла өлгөрә. Әйткәндәй, Мөхәммәт тәмле итеп бешеренергә лә оҫта. Дөгө, соус, һуғандан ғына ла бынамын тигән ризыҡ әҙерләп ҡуя. Ғөмүмән, балаларҙы оло юлға баҫтырыр алдынан тормошта нимә кәрәк -шуларҙың барыһына ла өйрәтеү мотлаҡ тип иҫәпләйбеҙ", - ти Әминә Әҙелғужина.
#МойНациональныйКостюм#МиллиКостюм#КультураБашкирии#НародыБашкирии#НацКостюмЭтоМодно
#КурултайНациональныйКостюм#ҠоролтайМиллиКейем#ҡоролтай#курултай#ВсемирныйКурултайБашкир#КугарчинскийРайон#КүгәрсенРайоныҠоролтайы
Читайте нас: