Торналар тауышына уянды Маһруй. Йоҡо аралаш: «Торайыҡ-торайыҡ, яҡты яҙмыш юрайыҡ!» – булып ишетелде уларҙың ауазы. Эргәһендә мыш-мыш килеп йоҡлаған бәләкәсенең юрғанын ябып: «Балаҡайыма яҡты, бәхетле тормош юрайым! Барыбыҙға ла матур тормош юрайым», – тип шыбырланы ла, бикәстәрен уятмаҫҡа тырышып, аяҡ остары менән генә ипләп, еңел итеп атлап, тышҡа сыҡты Маһруй.
Солан ишеген асыу менән, танауға еүеш, әле ҡыштан ысҡынып бөтмәгәнерәк һалҡыны менән ҡушлаған йылы яҙ еҫе бәрелде. Талғын иҫкән апрель еле, ҡатынды үҙ ҡоласына йомғандай, уның битенән, сәстәренән һыйпап үтте. Һыуыҡтан талсыҡҡан тәбиғәт, иртә таңдан уянып, эшкә керешкән: йомшаҡ ҡояш нурҙары уямыҡ ерҙә йәшенеп ҡалған ҡар өйөмдәрен ҡытыҡлай, ағастарҙың тирткән бөрөләрен йәйелтә, морон төрткән үләндәрҙең тынын аса.
Әҙәм балаһының тереклек итеүе ниндәй генә хәл өҫтөндә булыуына ҡарамаҫтан, Ер-әсә тайпылмай, ана шулай, хәстәрле булмышына тоғро ҡала. Кем белә, тәбиғәттең бәлки ошо рәүешле, бәндәһен әүрәтеп, яҡты өмөт, тормоштоң дауам итеүенә һәм киләсәктә яҡты көндәр килеүенә ышандырырға ла тырышыуылыр?!
Маһруй, күреп өлгөрәмме-юҡмы тигәндәй, аяҡтары ҡара ергә баҫыу менән, күккә баҡты. Алыҫта, торналар өйкөмөн шәйләне. Ысынлап та, ауыл өҫтөнән осоп киткәндәр икән шул. Ауылды үтеп, әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған Көнгәк тауы буйында, мул һыулы Ағиҙел йылғаһы тирәһендә әйләнеп-әйләнеп: «Торайыҡ-торайыҡ, торайыҡ-торайыҡ!» – тип тағы әллә ниҙәр юраған тауыштары ишетелде. Бер аҙҙан ҡошҡайҙар яйлап-яйлап ергә төштө. Ҡатын быларҙы күҙәтеп тора бирҙе лә, ирекһеҙҙән генә йөҙөндә йылмайыу хасил итеп, улар яғына ҡул болғаны. Боронғолар һөйләүенсә, торналар – әҙәм йәненең кәүҙәләнеше. Тереләр менән әрүахтар араһында йөрөүсе йән эйәһе... Оҙаҡ көткән таныштары алыҫтан ҡайнар сәләм алып килтереп ҡалдырып киткәнме ни, Маһруйҙың эсенә йылылыҡ йүгерҙе.
...Бынан өс йыл элек тә шулай булғайны. Өфөлә Бухарин урамындағы ҡотһоҙ ғына ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында бәләкәй бүлмәлә йәшәгән мәлдәре әле. Йөрәге аҫтында бәпесен йөрөткән ҡатын, ул таңда торналар тауышына уянды. Бөгөнгө кеүек апрель иртәһе ине, ғәҙәтенсә, күҙҙәрен асмаҫ борон уҡ саҡ-саҡ ҡына бүлтәйеп сығып килгән ҡорһағын һыйпаны. Уның ҡул хәрәкәттәрен тойоп, ҡарынындағы сабыйы ла ҡыбырлап ҡуйғандай булды. Тәүгә әсә булырға йыйынған ҡатын быға тиклем ундай хәрәкәт һиҙгәне юҡ ине. Әллә ниндәй рәхәтлеккә төрөнөп, ҡорһағын тағы-тағы һыйпаны. Әсә наҙына бәпесе лә хәрәкәте менән яуап ҡайтарҙы.
– Иртә менән күҙҙәр йәшләнгән. Ни булды?
Иренең һорауына Маһруй тертләп ҡуйҙы. Аңғармаҫтан сыҡҡан һорауҙан күҙ йәштәре субырланы. Яуап итеп бер ни өндәшә алмай, ҡатын иренә һыйынды.
Маһруй һаман өндәшә алмай, йәштәренә быуылды ла, инде йәшермәй, тауышланып иларға кереште.
Шәһит ҡурҡып, тора һалып ултырҙы:
– Йә-йә, Маһруй тием, тым инде! Ни булды һуң? Врач саҡыртайым?..
– Юҡ, кәрәкмәй. Шатлыҡ йәштәре бит ул. Бир әле ҡулыңды.
Маһруй, бер аҙ тынысланып, иренең устарын үҙенең ҡорһағына баҫты.
– Һиҙәһеңме? Ана, һиңә, һаумы, атай, тип, ҡыбырлай бәпкәң?!
Ир тынып ҡалды. Ҡатынының ҡорһағын һыйпаны.
Ысынлап тойҙомо, әллә ҡатынын йыуатыр өсөнмө, Шәһит, йылмайып ебәргән булды. Маһруйын ҡосаҡлап:
– Бөгөн таң һыҙылғанда, әллә төштә, әллә өнөмдә торналар тауышын ишеттем. Улар тап беҙҙең өй башы тирәһендә әйләнеп-әйләнеп: «Торайыҡ-торайыҡ, илгә бәхет юрайыҡ, торайыҡ-торайыҡ, яҡты яҙмыш юрайыҡ!» – тиеүҙәрен асыҡ ишеттем. Бәпесебеҙ ҙә ишеткән икән. Әсәй, һин дә ишет әле тип, һине лә уятҡан хатта. Бәхет бит ул. Беҙҙең сабыйыбыҙ киләсәктә шул ҡоштар һымаҡ бейеккә күтәрелер. Ҙур кеше булыр. Ышанаһыңмы миңә, Маһруйым? Уға бик күп кеше ҡарап һоҡланыр. Бына күр ҙә тор! Мин ысынды әйтәм...
Амин, тигән булдымы икән шул мәлдә Маһруй, әллә инде үҙен бер ваҡытта ла ҡайғы күрмәҫ, ошолай итеп бәхет йәштәренә ирек биреп кенә йәшәренә өмөт бағлаған булғанмы? Иҫләмәй ул. Бер йыл элек Шәһите менән мәңгелеккә хушлашҡанында ла ошо мәле хәтере аша үткәйне. Ваҡытты яйлатып, иренең һәр хәрәкәтен, һәр һүҙен, өнөн, тын алышын да яңынан күҙ алдынан үткәргәндәй булды. Тик «Амин», улар араһында онотолған шикелле. Шуға бөгөн, ошо бер йыл эсендә генә әллә ниҙәр кисереп бөткән Маһруй һәр һүҙенә иғтибарлы. Уйлап ҡына әйтә, аҡылға һалып ҡына уйларға ла өйрәнә башланы шикелле.
Һуңғы йылдың һәр ике айының береһендә Маһруй ҡыҙы Тамара менән Шәһиттең тыуған ауылы Бесәнсегә, (Шәһит үлгәс, ауыл –Хоҙайбирҙин исеменә үҙгәртелде. Авт иҫкәрмәһе) иренең туғандары янына килә. Шәһиттең кесе туғандарын таратмай, тыуған нигеҙҙәрен йәтимләтмәй, ғаиләнең иң өлкәне Заһитулла үҙе ҡарай. Нәзифәкәйе лә, еңгәй кеше, инде өлтөрәп тора. Өйҙәре тар ғына, әммә күңелдәре киң. Шөкөр, иркен үк булмаһа ла, төпкө өйҙә урындыҡта ун йәше яңы тулған Ғәлимә, ун икеләге Зәбиҙә, Маһруй, Тамара бер-береһенә һыйынышып йоҡлай. Ситке өйҙә Заһитулла ҡатыны Нәзифә, ҡыҙы менән. Уларҙың Ғәрифәләре дүртенсе ҡышты йәшәне инде. Шәһит һуңғы тапҡыр ҡайтҡанында, ул ҡыҙсыҡ сәңгелдәктә биләүҙә генә ине. Шулай ҙа Шәһит абзыйын таныған һымаҡ, уны күреүгә йылмайып ебәргәйне. Ғәлимә, был күренеште мөғжизә итеп хәтерендә һаҡлай, һаман булһа шул хәбәрҙе һөйләй: «Шәһит абзыйымды тешһеҙ Ғәрифә лә иҫтәйҙер...» Шаталаҡ ҡына йөрөһә лә, Ғәлимә кисә Маһруйға яҡыныраҡ ултырып:
– Алыҫтан машина менән ҡайта торғайны абзыйым. Уның тауышы әллә ҡайҙан ишетелһә: «Шәһит ҡайтып килә шайтан арбаһы менән!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра урамда малайҙар йүгерешә. Мин уларҙан уҙҙырып, алданыраҡ сабам шунда. Абзыйым машинаға ултыртып йөрөттө мине,» – тип моңһоуланып алды. Бәләкәй булһа ла, Шәһиттең мәңге ҡайтмаҫ ергә киткәнен ул да яҡшы аңлай.
–Эһе-һей! Иҫәнмеһегеҙ! Һаумыһығыҙ!
Маһруй бер ни аңламаны. Әллә ҡайҙан килгән тауыш тағы ҡабатланды. Алыҫҡа, торналар төшкән Ағиҙел буйына текләп торғанға, ҡапыл ғына ҡараштарын яҡынлаштыра алмай ине аптырабыраҡ торған ҡатын.
Ауыл урамының тынлығын боҙоп, ҡысҡыра-ҡысҡыра үр яҡҡа ҡарай ике бала йүгереп үтте. Ҡысҡырып хәлдәре бөтһә лә, кеткелдәп көлгән була үҙҙәре. Маһруй, ни булғанын күрергә теләп, ихатанан тышҡа сыҡты. Ауылдың башланған ерендә, баяғы балаларҙы алмаш-тилмәш күтәреп, күккә сөйгән һалдат күренде. Атай ҡайтты. Балаларына, яҡындарына, ауылдаштарына байрам булып ҡайтты. Балалары, моғайын да һуңғы көндәрҙә йоҡо алмай көткәндер уны. Күңел һиҙеүе бар бит. Яҙ ҡояшы, был күренешкә йәм һирпергә теләгәндәй, тап осрашыу урынына ғына нурҙарын арыуыраҡ өләшә ине һымаҡ.
– Шөкөр, ҡайтты! Рәхмәт, торналар!