Март айында көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә Наурыз байрамын билдәләйбеҙ. Был байрам ҡаҙаҡ, әзербайжан, ҡырғыҙ, иран, үзбәк, тажик халҡынан килгән беҙгә.
Наурыз, фарсы теленән тәржемә иткәндә, “яңы көн” (көн менән төн тиңләшкән ваҡыт) тигәнде аңлата. Күптәр уны мосолмандарҙың Яңы йылы тип уйлай, әммә, ысынбарлыҡта был байрамдың ислам диненә бер ҡағылышы ла юҡ.
Күгәрсендә йәшәгән беҙҙең әүҙем хәбәрсебеҙ Зөлфиә апай Хәйбуллина ауылда Наурыз байрамын үткәреүҙәре тураһында хәбәр итә.
- “Ак калфаклар” тип аталған ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы менән клуб хеҙмәткәрҙәре йоманан һуң мәҙәниәт йортонда бик матур сара үткәрҙек.
Был ойошма ауылдашыбыҙ Фәрәһиә Вәлитова тәҡдиме менән февралдә генә барлыҡҡа килгәйне. Ошо арауыҡта байтаҡ эштәр башҡарылды, ҡатын-ҡыҙҙар бик әүҙем. Күлдәк- алъяпҡыстар, ҡалпаҡтар тектереп, сигеп алдыҡ. Беҙ, хаҡлы ялдағы гүзәл заттар, көн аралаш клубта йыйылып, мөнәжәттәр, йырҙар өйрәнәбеҙ, серләшәбеҙ. Был байрамда ла йырҙар йырлап, шиғырҙар уҡып, уйындар уйнап күңел астыҡ. Ҡыш бабай менән Яҙһылыуҙың миҙгелгә хужа булмаҡсы булып арҡан тартышыуы, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, йүгереп ярышыуҙары байрамға йәм өҫтәне. Яҙһылыу барыбер көслөрәк булып сыҡты, ҡышты оҙатып, йылы көндәрҙең килеүен теләп, теләктәр әйттек, тышҡа сығып, аҡ ҡар өҫтөнә ҡоштарға ла байрам булһын тип, ем һиптек.
Тамаша аҙағында һәр кемебеҙ өйҙән бешереп алып килгән тәмле күстәнәстәр менән сәй эстек,- тип, халҡыбыҙҙың йола байрамдарын онотмай, йәш быуынға ла күрһәтеп, эстәлекле байрам үткәргән ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы һәм түбәндәге шиғыр юлдарын да бағышлай:
Март - буранай тип аталған.
Наурыз – Яңы йыл, яңы көн
Эй, Хоҙайым, һәр ваҡыт та
Ҡарҙар ирей, көндәр йылы –