Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Март 2020, 13:53

"Башҡорт дивизияһы хаҡында әҫәр яҙыуы еңел булмаясаҡ..."

Алыҫ 1954 йылдың көҙөндә Ҡырмыҫҡалы районына барғас, шул заманда райкомдың беренсе секретары вазифаһын башҡарған Ғәзим ағай Аллаяров, Шайморатовҡа ҡарата республика етәкселәренең ғәмһеҙлегенә эсе бошоп, яманһыу көрһөндө.– Ә-әх, ошо темаға, исмаһам, берәйһе берәй нәмә яҙһасы, – тине ул һәм генерал менән уның яҡташтары хаҡында белгәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләргә тотондо.Ул саҡта иғтибарға лайыҡһыҙ кеүек тойолған Ғәзим ағайҙың һөйләгөндәре миндә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу уятты. Партия өлкә комитетының инструкторы булараҡ, Ҡырмыҫҡалы районына барған һайын, Ватан һуғышы йылдарында райкомдың беренсе секретары булып эшләгән Сәлимйәнова һәм Шайморатовтың ауылдаштары менән тығыҙ бәйләнештә булдым. Әммә бер нисә романым баҫылып, аҙмы-күпме яҙыусылыҡ тәжрибәһен туплағандан һуң да ул темаға әҫәр яҙырға баҙнатсылығым етмәне.

Алыҫ 1954 йылдың көҙөндә Ҡырмыҫҡалы районына барғас, шул заманда райкомдың беренсе секретары вазифаһын башҡарған Ғәзим ағай Аллаяров, Шайморатовҡа ҡарата республика етәкселәренең ғәмһеҙлегенә эсе бошоп, яманһыу көрһөндө.
– Ә-әх, ошо темаға, исмаһам, берәйһе берәй нәмә яҙһасы, – тине ул һәм генерал менән уның яҡташтары хаҡында белгәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләргә тотондо.
Ул саҡта иғтибарға лайыҡһыҙ кеүек тойолған Ғәзим ағайҙың һөйләгөндәре миндә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу уятты. Партия өлкә комитетының инструкторы булараҡ, Ҡырмыҫҡалы районына барған һайын, Ватан һуғышы йылдарында райкомдың беренсе секретары булып эшләгән Сәлимйәнова һәм Шайморатовтың ауылдаштары менән тығыҙ бәйләнештә булдым. Әммә бер нисә романым баҫылып, аҙмы-күпме яҙыусылыҡ тәжрибәһен туплағандан һуң да ул темаға әҫәр яҙырға баҙнатсылығым етмәне.
Оҙаҡ йылдар республикабыҙҙа Дәүләт планы рәйесе, Башҡортостандың Юғары Советы, БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Ғилман Вилдан улы Ниғмәтйәнов, Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында һүҙ сыҡҡан һайын, яҙыусыларға ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Ваҡыт уҙа тора, ә батыр яугирҙар – шайморатовсылар тураһында художестволы әҫәр яҙған кеше юҡ. Яҙыусылар араһынан ошондай изге эшкә егелерҙәй кеше һаман табылмауы эсемде бошора. Материал кәрәкһә ихлас ярҙамлашыр инем…
– Дивизияға бәйләнешле материалдар миндә лә бик күп, ағай, – тип әйткәйнем, Ниғмәтйәнов ғәжәпләнде.
– Шулай булғас, ниңә әҫәр яҙмайһың?
– Ундай яуаплы темаға тотонорға ҡурҡам, ағай.
– Ә һин ҡурҡма, тот та яҙ! Сыҡҡан романдарың менән үҙеңдең кем икәнлегеңде таныттың бит…
– Башҡорт дивизияһы хаҡында әҫәр яҙыуы барыбер еңел булмаясаҡ, – тип үҙемдәге материалдарҙы файҙаланырҙан алда тағы ла күп нәмәне асыҡларға, уҡыусыларға таныш геройҙарҙың-персонаждарҙың көнкүрешен, холоҡ-ғәҙәтен ныҡышмалы өйрәнергә кәрәклеген әйттем. – Художестволы алымдар ярҙамында хәл-ваҡиғаны уҡыусы күҙе алдына килтереп баҫтырыу, уны уйландырырҙай һәм герой тормошо менән йәшәрҙәй хәлгә еткереү өсөн яҙыусынан ныҡышмалы эш талап ителә.
– Аңлайым, ҡустым, аңлайым. Алыҫ үткәндәрҙе, яугирҙарҙың батырлыҡтарын уҡыусы күңелен яуларҙай әҫәр яҙыуы еңел түгел икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Әммә был теманы һин күтәрергә тейешһең. Ваҡытыңды бушҡа уҙғарма, ҡустым, яҙ, әҫәрең уңышлы булыуына һис шикләнмәйем, – тип Ғилман ағай мине өгөтләне-өгөтләне лә, дивизия тураһында үҙе белгәндәрҙе һөйләне, архивындағы материалдары менән таныштырҙы һәм йылдан йылға һирәгәйә барған ветерандар менән һис кисектермәҫтән осрашып һөйләшеүемде үтенде...
(автобиографик әҫәренән өҙөк)
* "Башҡорттар китте һуғышҡа..." тип исемләнгән романы тап 30 йыл элек баҫылып сыҡты – 1990.
Читайте нас: