Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Март 2020, 12:25

Селтәр эшләү оҫтаһы менән осрашыу

Күгәрсен районының “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлекте милли күлдәк тегеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен эшләүҙән башлауы тураһында хәбәр иткәйнек. Үткәндә улар селтәр, түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенә йыйылып, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашҡайны, был юлы махсус ҡунаҡ - күренекле йәмәғәт эшмәкәре, педагог, башҡорт сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, милли биҙәүес әйберҙәр эшләү оҫтаһы Асия Ғәйнуллина ҡатын-ҡыҙҙарға дөрөҫ итеп ҡашмау эшләү серҙәренә өйрәтте. Сара хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарында булыр.

Күгәрсен районының “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлекте милли күлдәк тегеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен эшләүҙән башлауы тураһында хәбәр иткәйнек. Үткәндә улар селтәр, түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенә йыйылып, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашҡайны, был юлы махсус ҡунаҡ - күренекле йәмәғәт эшмәкәре, педагог, башҡорт сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, милли биҙәүес әйберҙәр эшләү оҫтаһы Асия Ғәйнуллина ҡатын-ҡыҙҙарға дөрөҫ итеп ҡашмау эшләү серҙәренә өйрәтте.
Сара хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарында булыр.
Читайте нас: