Хозур тәбиғәте менән дан тотҡан Күгәрсен районында Мораҙым тарлауығынан тыш Эйәрлетау тигән һоҡландырғыс урын да бар. Ул Бикбулат ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡта, төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай йылғаның һул яғында урынлашҡан.
Алыҫтан ҡарағанда тау эйәрҙе хәтерләтә. Көньяҡ битләүе һөҙәгерәк булһа, төньяғы - таш-ҡаялы.
Эйәрлетауҙың ике үре бар, береһенә менһәң, ауыл ус төбөндә кеүек кенә, Кесе Эйек буйҙарының, тирә-яҡтың бөтә матурлығы күренә.
Үҫемлектәргә лә, кейек –йәнлектәргә лә бай ул тау: артыш, еҙтөймә, меңъяпраҡ, һары мәтрүшкә, күк мәтрүшкә, миләүшә сәскәһе, аҡ, һары, күк умырзая еркәүек, бесәй үләне кеүек төрлө-төрлө дарыу үләндәре үҫә; кеҫәртке, йыландар ҙа йыш осрай. Тау битләүендә –ҡарағай урманы. Ул урман 1936 йылда ултыртылған.
1978 йылда унда “Күгәрсен” совхозының (директоры – Р. Шәһәров була ул ваҡытта) “Урал” бүлексәһе (идарасыһы – Д. Кинйәбаев) бейә бәйләп, ҡымыҙ етештергән.
Йылғаның уң яғында Артмаҡташ ҡаяһы ҡалҡҡан. Унда бәләкәй генә мәмерйә лә бар.
Эйәрлетауҙың килеп сығышы тураһында халыҡ телендә бер нисә риүәйәт йөрөй. Шуның бер вариантын беҙгә Бикбулат ауыл китапханаһы мөдире Гөлнәзирә Кинйәбаева бәйән итә:
- Эйе, Эйәрлетауҙың барлыҡҡа килеүенең байтаҡ легендалары бар.Береһен Гәүһәр Ишбаева һөйләүенән яҙып алғайныҡ.
Бикбулат ауылына нигеҙ һалына башлаған ҡатмарлы осорҙа башҡорттарҙың бер ҙур булмаған төркөмө ҡаҙаҡ баҫҡынсыларынан ҡасып, ауылдан арыраҡ урынлашҡан бейек тау итәгенә барып урынлаша. Эргәлә генә Кесе Эйек йылғаһы ағып ята, тау башына менеп ҡараһаң, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә, шуға был ерҙең уңайлы булыуын аңлай улар.
Уларҙың етәксеһе Сурағол ҡыйыу кеше, оҫта һунарсы була. Көндөҙ ырыуҙаштарын кейек аулап, ҡош атып ризыҡ менән тәьмин итһә, төндә атына атланып, бейек тау түбәһенә менеп, тирә-яҡты байҡап-күҙәтеп, именлек һаҡлап таң аттырыр булған. Атын туғарып, утлауға ебәрә лә, эйәрен шунда ятҡан ҙур таш өҫтөнә һала икән. Һағыш баҫҡан саҡта үҙе менән йөрөткән ҡурайын алып, яңғыратып уйнаған, йырлап күңелен баҫҡан.
Ул йырлаған йырҙың һүҙҙәре былайыраҡ:
“Тоғро ла атым алып менде,
Тыныслыҡ та килһә илкәйемә,
Бейек тә генә тауым, ташыңа баҫһам,
Бар тирә-яҡ йәмле күренә.
Мин китермен тауым, һин ҡалырһың,
Алып китә алмамын ғүмергә...”
Батыр йөрәкле, мәргән уҡсы, моңло башҡорт башлығы күп яуҙарҙа иптәштәрен ҡурсып йөрөп, төндәрен дә тыныс үткәрә алмағас, ныҡ арып сиргә һабыша һәм күп тә үтмәй уны ошо тау башында үле килеш табалар.
Халыҡ уны ҙурлап, хөрмәтләп шул урында ерләй, атының таш өҫтөндә ятҡан эйәре лә шул килеш ятып ҡала. Аты ла хужаһының ҡәбере эргәһенән китмәй, ҡара көҙ еткәс, хәлһеҙләнеп, ҡаянан ҡолап үлә. Ул ҡаяны шунан алып Атосҡан ҡаяһы тип йөрөтәләр, ә эйәр ятып ҡалған тау – Эйәрлетау булып китә.