Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Март 2020, 12:05

“Еңеү салюты” марафоны

Ауыл биләмәләре араһында барған “Еңеү салюты” марафоны Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылына арналған саралар араһында, һис шикһеҙ, иң сағыуылыр. Үҙ ҡаҙанында ҡайнаған биләмәләр халҡын ҡуҙғытты ла, берләштерҙе лә, дәртләндерҙе лә ул. Уның барышында бығаса сәхнәгә сығырға баҙнат итмәгән таланттар асыҡлана, яңы йырҙар йырлана, элеккеләре иҫкә төшөрөлә, һуғыш һәм тыл ветерандарының тормош юлы, шул осорҙағы ауыл тарихы өйрәнелә. Ниһайәт, был тантаналы сара Яңы Петровка ауыл биләмәһенә лә килеп етте. Санъяп ауыл биләмәһенән килгән ҡунаҡтарҙы тантаналы ҡаршы алғандан һуң, Сәйетҡол һәм Бикеш ауылдары ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалынды.

Ауыл биләмәләре араһында барған “Еңеү салюты” марафоны Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылына арналған саралар араһында, һис шикһеҙ, иң сағыуылыр. Үҙ ҡаҙанында ҡайнаған биләмәләр халҡын ҡуҙғытты ла, берләштерҙе лә, дәртләндерҙе лә ул. Уның барышында бығаса сәхнәгә сығырға баҙнат итмәгән таланттар асыҡлана, яңы йырҙар йырлана, элеккеләре иҫкә төшөрөлә, һуғыш һәм тыл ветерандарының тормош юлы, шул осорҙағы ауыл тарихы өйрәнелә.
Ниһайәт, был тантаналы сара Яңы Петровка ауыл биләмәһенә лә килеп етте. Санъяп ауыл биләмәһенән килгән ҡунаҡтарҙы тантаналы ҡаршы алғандан һуң, Сәйетҡол һәм Бикеш ауылдары ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалынды.
Яңы Петровка, Бикеш, Сәйетҡол, Муса ауылдары, Иҫке Хвалын утары халҡы дәһшәтле йылдарҙа Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән. Барлығы 310 ир-егет ҡулына ҡорал алып, Тыуған ил һағына баҫҡан.
Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай шул ул - 180 яугирға тыуған тупраҡҡа ҡабат аяҡ баҫырға яҙмаған, иҫән ҡайтҡандарының да күбеһе яралы, хатта ҡайһы берҙәре ҡулһыҙ йә аяҡһыҙ була.
Сара фестиваль шарттарына ярашлы уҙҙы: эстафетаны тапшырырға килгән санъяптар бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны, тантаналы шарттарҙа штандарт тапшырылды.
Шуныһы ҡыуаныслы, ватансылыҡ тойғоһо уятҡан эстафетанан балалар ҙа ситтә ҡалмай, тимәк, ул-ҡыҙҙарыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген бәләкәйҙән күңелдәренә һеңдереп үҫә.
Читайте нас: