Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Март 2020, 12:25

Ил биҙәге инәйҙәр йәки Наил Фәриҙәһе

Фәриҙә инәйҙең атаһы Ғаяфетдин олатай заманында бик көслө мулла була. Йөҙ йәшенә етеп, йөҙ ҙә бер йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән олатайҙы әле булһа һағынып иҫкә алалар Һапашта.- Ҡөръәнде яттан белде атайым. Һапашта ғына түгел, күрше-тирә ауылдарға ла бата уҡырға, балаға исем ҡушырға, аяттарға саҡырып торҙолар. Атайым никах уҡыған ғаиләләрҙең береһе лә тарҡалманы, матур, бәрәкәтле тормошта йәшәйҙәр, ул исем ҡушҡан балалар ҙа тәүфиҡлы, иманлы, оҙон ғүмерлеләр. Бына шундай хикмәте бар ине уның доғаларының. Бер йы түшәктә ятты, үҙем ҡараным, уны ҡарауымдан да шул хәтлем ризамын. Атай ризалығынан да оло нәмә юҡтыр ул донъяла. Уның доғалары, ризалығы мине әле булһа Аллаһы Тәғәлә ирке менән ташламай, - Фәриҙә инәйҙең һүҙҙе атаһынан башлауы ла ниндәй ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә икәнлеген аңлауы ауыр түгел.

Ауылдаштары Наил Фәриҙәһе (Ишкинина) тип йөрөткән был инәй Наҙарғол ауылында тыуып үҫә, ҡыҙ етеп, күрше генә йәшәгән егеткә тормошҡа сыға. Наил олатай менән өс ҡыҙ, бер улға ғүмер бирәләр улар.
Фәриҙә инәйҙең атаһы Ғаяфетдин олатай заманында бик көслө мулла була. Йөҙ йәшенә етеп, йөҙ ҙә бер йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән олатайҙы әле булһа һағынып иҫкә алалар Һапашта.
- Ҡөръәнде яттан белде атайым. Һапашта ғына түгел, күрше-тирә ауылдарға ла бата уҡырға, балаға исем ҡушырға, аяттарға саҡырып торҙолар. Атайым никах уҡыған ғаиләләрҙең береһе лә тарҡалманы, матур, бәрәкәтле тормошта йәшәйҙәр, ул исем ҡушҡан балалар ҙа тәүфиҡлы, иманлы, оҙон ғүмерлеләр. Бына шундай хикмәте бар ине уның доғаларының. Бер йыл түшәктә ятты, үҙем ҡараным, уны ҡарауымдан да шул хәтлем ризамын. Атай ризалығынан да оло нәмә юҡтыр ул донъяла. Уның доғалары, ризалығы мине әле булһа Аллаһы Тәғәлә ирке менән ташламай, - Фәриҙә инәйҙең һүҙҙе атаһынан башлауы ла ниндәй ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә икәнлеген аңлауы ауыр түгел.
Тормош иптәше Наил олатайҙың да вафатына байтаҡ ваҡыт үткән. 4 балаға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтырып ҡына өлгөрөп, инде хаҡлы ялға сығып үҙ яйҙарына йәшәр ваҡытта ғына яңғыҙ ҡалыуҙары, әлбиттә, еңел булмағандыр. Фәриҙә инәй 96 йәштә фани донъяны ҡалдырған ҡайныһын да алты йыл үҙе ҡарап, һуңғы юлға оҙата. Ошондай киң күңелле инәйгә нисек һоҡланмайһың!? Түшәк тартып ятҡанын түгел, аяғөҫтө йөрөгән атай-әсәйҙәрен дә ҡарттар йортона илтеп ҡуйған балалар аҙмы ни хәҙерге заманда?..
- Ауылда йәшәгән беҙҙең быуынға шул колхоз эше төштө инде. Зарланманыҡ та, һайланманыҡ та, ниндәй эш бар –шуға тотондоҡ. Һайланырлыҡ нәмә лә юҡ ине инде. Кем һарыҡ ҡарай, кем һыйыр һауа, кеме баҫыуҙа – береһе лә еңел эш түгел. Мин бына 23 йыл фермала эшләнем. Донъяһын да көттөк, эшен дә эшләнек. – Фәриҙә инәйҙең был һүҙҙәре зарланыусыларға төбәлгән һымаҡ ҡәтғи яңғырай.
Фәриҙә инәйҙең ишек алды ла йәйгеһен сәскәнән өҙөлмәй: бер мөйөштә ҡына гөлдәре үҫһә, ҡойма буйлап ҡыңғырау, ләлә сәскәләре, ярангөлдәр, үрмәгөлдәр тирбәлә. Настурция, газания, мирабилис кеүек ят исемле сәскәләрҙе лә үҫтерә.
- Бала саҡтан яратам сәскәләрҙе. Һыу һипкән һайын улар менән һөйләшәм, күңелемде баҫам. Ҡырҙа ниндәй сәскә күрһәм дә, ҡаҙып алып ҡайтып ултыртам. Тәүҙә ағас төбөнәрәк күләгә ергә ултыртып, мандып киткәнсе һыу һибеп, матурлап бағам. Рәтләнеп киткәс кенә, икенсе урынға күсерәм, - тип ихласлап һөйләй инәйебеҙ үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында.
Ҡул эштәренә лә оҫта ул. Уның биҙәк һалып бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәрен ауылдаштары ла, тирә-яҡтан да һорап ҡына торалар.
- Кейәү кешегә бирсәткә бүләк итеү йолаһы бар бит беҙҙең яҡта. Һораһалар бәйләй һалып бирәм. Артығыраҡтарын һатып та ебәрәм. Былай балаларға ойоҡ-бейәләйҙәрҙе үҙем бәйләйем, - ти ул.
Фәриҙә инәй ауылға килгән бер концерт-тамашаны ла ҡалдырмай.
- Яҡын ара түгел даһа, йәйәү ҡалай йөрөһөгөҙ?- тип һорайым.
- Күрше-тирәлә машиналы кешеләр күп бит, әйҙүкләһәләр, бергә ултырам да китәм. Мин бит сәпиттә лә йөрөйөм, - тип һалдырҙы инәй хәс тә балаларса. – Үрге осҡа йыш сыҡҡылайым велосипед менән. Һыйыр һауырға донъя ташлап китәләр миңә күптәр. Йәйәү йөрөгәнсе тип, “тимер атҡа” атланам.
Бына ошондай йәшәү дәрте ташып тора ул Фәриҙә инәйҙә.
Читайте нас: