Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Март 2020, 12:30

Дала моңо сыңлай күңелдә...

Дала моңо сыңлай күңелдә... Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы Күсмәева 1952 йылда Хоҙайбирҙин ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Балалыҡ, үҫмерлек йылдары атаһының тыуған яғы - Мәләүез ерендә үтә. Нөгөш урта мәктәбенән һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтын, мәскәүҙә Юғары комсомол мәктәбен тамамлай. Бер аҙ Өфөлә матбуғатта эшләй. Ғүмере буйы тыуған яғына тоғро ҡалып, Мәләүездә комсомол ҡала комитетында, “Октябрь юлы” гәзите мөхәрририәтендә, дәүләт органдарында етәксе вазифаларын башҡара, “Сатурн” телевидениеһында фәһемле тапшырыуҙар алып бара. Байтаҡ йылдар “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһен етәкләй, ижадсыларға ярҙам итә. Фәтҡулла Комиссаровтың “Дауыл булып остом дауылдарҙа” китабын баҫмаға әҙерләгән.Рус һәм башҡорт телендә яҙылған шиғырҙары республиканың төрлө баҫмаларында даими баҫылып тора, хикәйәләр ҙә яҙа, бер нисә китабы ла донъя күргән. 2003 йылда “Айҙың тулған мәле” китабы өсөн - Булат Рафиҡов исемендәге, ә 2012 йылда иһә Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премияларға лайыҡ була.

Дала моңо сыңлай күңелдә...
Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы Күсмәева 1952 йылда Хоҙайбирҙин ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Балалыҡ, үҫмерлек йылдары атаһының тыуған яғы - Мәләүез ерендә үтә. Нөгөш урта мәктәбенән һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтын, мәскәүҙә Юғары комсомол мәктәбен тамамлай. Бер аҙ Өфөлә матбуғатта эшләй. Ғүмере буйы тыуған яғына тоғро ҡалып, Мәләүездә комсомол ҡала комитетында, “Октябрь юлы” гәзите мөхәрририәтендә, дәүләт органдарында етәксе вазифаларын башҡара, “Сатурн” телевидениеһында фәһемле тапшырыуҙар алып бара.
Байтаҡ йылдар “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһен етәкләй, ижадсыларға ярҙам итә. Фәтҡулла Комиссаровтың “Дауыл булып остом дауылдарҙа” китабын баҫмаға әҙерләгән.
Рус һәм башҡорт телендә яҙылған шиғырҙары республиканың төрлө баҫмаларында даими баҫылып тора, хикәйәләр ҙә яҙа, бер нисә китабы ла донъя күргән. 2003 йылда “Айҙың тулған мәле” китабы өсөн - Булат Рафиҡов исемендәге, ә 2012 йылда Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премияға лайыҡ була.
Һеҙҙең иғтибарға шағирәнең бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете
Ҡатын-ҡыҙ бәхете балҡып торор,
Балҡыштары менән тартып торор.
Һәр көн иртән ҡояш менән тыуыр,
Ул юғалһа, шишмәләр ҙә ҡорор.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете тыйнаҡ йорттоң
Түрҙәренә ихлас саҡырып торор.
Уңған ҡулдарына күҙ эйәрмәҫ,
Йүгереп йөрөп, һыйлы табын ҡорор.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете балаларҙың
Күҙҙәрендә осҡон булып яныр.
Бәләләрҙән йолор, ҡурсалар ҙа,
Ир-егеттең даны булып барыр.
Бәхетһеҙ ҙә булһа гүзәл заттар,
Был донъялар янып, көлгә ҡалыр.
Дауам итер ҡыҙым
Тәҙрәләрем асып, емдәр һибәм,
Асығып йөрөмәһен ҡошсоҡтар.
Был ғәҙәтте әсәй өйрәткәйне:
“Әрәм булмаһын, -тип,- валсыҡ та.”
Ҡәҙерҙәрен белдек беҙ ризыҡтың,
Бер ҡабымын әрәм итмәнек.
Тәмен белеп кенә йәшәп ятам
Үҙем тапҡан ауыр икмәктең.
Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу -
Ололарҙан ҡалған бер ғәҙәт.
Әйтте әсәй: “Иртә торған уңа,
Уянырға тырыш иртәрәк.”
Таңда тороп, емдәр һалам ҡошҡа,
Изге ғәмәл ҡылыу - ул сауап.
Ана, ҡарап тора ҡыҙым ситтә,
Дауам итер мине бер заман.
Бүлешкәндән - бәрәкәт
Күршегә илтеп сығайым -
Еләк уңған бигерәк.
Хеҙмәтемде күп түкһәм дә,
Мотлаҡ бүлешер кәрәк.
Бүлешкәндән өлөш арта,
Хоҙай бирә күберәк.
Күрше менән татыу йәшәү-
Электән ҡалған ғәҙәт.
Гәрәбәләй бал айыртҡас,
Атай, саҡырып беҙҙе:
“Илтегеҙ,- тип,-күршеләргә,”-
Туҫтаҡтар һуҙыр ине.
Үҙебеҙ ҙә тәмләмәйсә
Кешегә илтә инек.
Мең рәхмәт алып, ҡыуанып,
Йүгереп ҡайта инек.
“Бүлешкәндән - бәрәкәт”, - тип,
Йәшәйбеҙ бит хәҙер ҙә.
Өҙөлмәһен ошо сылбыр,
Күмелмәһен ҡәбергә.
Хыял-йондоҙ
Йондоҙҙарҙың беҙҙә ни эше бар?
Күҙ ҡыҫа ла һалҡын йылмая.
Алдап-йолдап, үҙенә саҡырып тора,
Гүйә, шаян ҡатын, йылмаяҡ.
Ә һин уға яҡын барып ҡара-
Яндырыр ул, көлгә ҡалдырып.
Осҡондарын сәсеп, зәһәр көлөр:
“Ни йөрөйһөң, аяҡ талдырып?
Үҙ ишеңә ҡара эргәңдәге,
Миңә инде буйың етмәҫ”,- ти.
“Аҡыллылар ҡыумай булмаҫтайҙы,
Мин яндырам, көсөң етмәҫ”,- ти.
Шулай инде: кемде генә әле
Арбамаған хыял-йондоҙо.
Ошо хыял йәшәтмәһә ерҙә,
Булыр инеме ни ҡыҙығы?”
Саҡыра тыуған яҡ
Алыҫта үтәләр йылдарым,
Тик һиңә илтмәне юлдарым.
Осор ҡоштар кеүек талпындым,
ҡайтманым.
Күңелемдә доғалар ятланым.
Саҡыра нисә йыл тыуған яҡ,
Онотолмай ҡояшлы бала саҡ.
Үтә шул үҙәккә һағышы,
Саҡыра әсәйем тауышы.
Сит яҡта көндәрем - йыл кеүек,
Томанлыраҡ төҫлө зәңгәр күк.
Эскән һыу тәмдәрен һис кенә
тапманым,
Моңдары күңелгә ятманы.
Ашҡынам, тыуған яҡ, гел һиңә,
Күңелем үҙеңә тартыла.
Күренмәй күҙемә балҡышы
ят ерҙең,
Тик ситтә мин белдем
ҡәҙерең.
Саҡыра нисә йыл тыуған яҡ,
Онотолмай ҡояшлы бала саҡ.
Үтә бит үҙәккә һағышы,
Саҡыра әсәйем тауышы.
Дала моңо
Дала моңо инде күңелемә,
Гүйә Аҡбуҙаттың зыңғыры.
Төнгө усаҡ балҡый күңелемдә,
Уйҙарым - хас ваҡыт сылбыры.
Ниңә әле булмышыма ят ер
Арбай мине, ихлас саҡыра?
Далалағы һирәк-мирәк утта
Юлым ыңғай, төнөм яҡтыра.
Иркенәйеп китә һулыштарым,
Был ерҙәргә аяҡ баҫыуҙан.
Һис файҙа юҡ, онотайым, тиеп,
Урмандарға инеп ҡасыуҙан.
Әллә нисек, көтмәгәндә генә
Ғашиҡ итте тик бер күреүҙән.
Дала кеүек күңелдәре иркен
Милләттәштәр йәшәй был ерҙә.
Алтын сынйырынан башҡортомдоң
Таралғандыр һибелеп күп илгә,
Һағындырып, йөрәкһетеп мине
Дала моңо тынмай күңелдә.
Нисек инде?
Бәхетлеләр, бәхетлеләр генә
Көтөп алыр яҙҙы.
Муйылдарҙың хушбуй еҫтәренән
Иҫерергә яҙһын.
Күгәрсен күҙҙәрен яратам мин
Зәңгәрлеге өсөн.
Гөл-сәскәле йәйгә - ҡул һуҙырлыҡ,
Килеп етер бесән.
Хәтфә үләндәргә баҫмайынса,
Нисек китер кәрәк?
Еләктәрҙе өҙөп ҡапмайынса,
Түҙерме һуң йөрәк?
Уңыш йыйыр мәлдәр етер,
Ҡоштар оҙатырға…
Ошо гүзәллекте ташлап китеп,
Нихәл тик ятырға?!
Ҡояшлы бүлмәлә
Тәҙрәмде ярып, ҡояш инде,
Һорап та торманы.
Селпәрәмә итте өлгөләрҙе,
Яндырҙы ҡорманы.
“Етер йоҡлап ятыу айыу кеүек,
Бөтмәгән бит эшең.
Ғүмереңде бушҡа үткәрмә, ти,
Һин бит әле – Кеше!”
Ҡапыл килеп инеп бүлмәләргә,
Донъяны уятты.
Ҡояш ҡунған тәҙрә тупһаһына
Бесәй һуҙылып ятты.
Әллә ниндәй булды быйылғы йәй…
Әллә ниндәй булды быйылғы йәй,
Йәмдәрен дә хатта күрмәнем.
Елпелдәтеп сәскә-яулыҡтарын,
Йүгереп үткәнен дә һиҙмәнем.
Ҡурмас урынына ҡурҙы беҙҙе,
Әйләндереп тәнде ҡараға.
Үләндәрҙең көйөп китеүенән
Иртә инде малдар ҡураға.
Ә ҡайҙалыр туфан һыуы ҡалҡты,
Күмә яҙып күпме ҡаланы.
Тигеҙ бүлмәй донъя утты, һыуҙы,
Етмәй, ахыры, быға даланы.
Самаларҙы оноттомо донъя?
Кешеләрме әллә ғәйепле?
Күпме уны һағынып көтәбеҙ ҙә,
Күбәләктәй елпеп йәй үтте…
(Һүрәттәр интернеттан алынды)
Читайте нас: