Күгәрсен районының “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ла VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек эштәрен башланы. Ҡор етәксеһе Әминә Әҙелғужина әйтеүенсә, ағинәйҙәр иң тәүҙә был мәртәбәле сараға милли күлдәк тегеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен эшләп тағыуҙы маҡсат итеп алды. Ошо юҫыҡта ауылдарҙа селтәр, түшелдерек, ҡашмау эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Бөгөн иһә ҡатны-ҡыҙҙар район мәҙәниәт һарайында милли биҙәүес әйберҙәр эшләү оҫталары менән осраша.