Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Март 2020, 13:35

Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара йыр сәнғәте академияһы асыла

Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара йыр сәнғәте академияһы асыла. 3 мартта уның эшмәкәрлеге өсөн лицензия алынған. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

«Минең ҡарашҡа, ҙур ҡаҙаныш. Донъя кимәлендәге солистар тәрбиәләрбеҙ», — тип билдәләне республика башлығы.
Академия Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡарамағында эшләй. Академияның художество етәксеһ итеп Башҡортостандың халыҡ артисы, республика башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе, Башҡорт опера театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов тәғәйенләнә.
«Был — өҫтәмә һөнәри белем биргән уҡыу йорто. Йырҙан тыш, балетҡа өйрәтеү планлаштырыла. Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнергә мөмкин», — тип белдерҙеләр театрҙа.
Читайте нас: