Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Март 2020, 16:50

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө...

***Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө- Алһыу гөлгә тиртеп тулышҡан. Таң ысығы йөҙөн сафландырып, Нурын алып үҫкән ҡояштың. Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө- Һутланып та бешкән еләктәр. Тамылйырға торған сейәләрҙәй Ирендәре наҙлап иркәләр. Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө - Мөхәббәтле ҡыҙыл раузалар. Һаҡһыҙ ҡағылмағыҙ күңеленә, Сәнскеләре менән язалар. Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө- Туҙғанаҡтай сәскә сал төшөр. Ҡатын-ҡыҙһыҙ ерҙә йәшәү юҡтыр, Ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр.

***
Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө-
Алһыу гөлгә тиртеп тулышҡан.
Таң ысығы йөҙөн сафландырып,
Нурын алып үҫкән ҡояштың.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө-
Һутланып та бешкән еләктәр.
Тамылйырға торған сейәләрҙәй
Ирендәре наҙлап иркәләр.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө -
Мөхәббәтле ҡыҙыл раузалар.
Һаҡһыҙ ҡағылмағыҙ күңеленә,
Сәнскеләре менән язалар.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө-
Туҙғанаҡтай сәскә сал төшөр.
Ҡатын-ҡыҙһыҙ ерҙә йәшәү юҡтыр,
Ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр.
Читайте нас: