Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Март 2020, 16:41

Яҡташтарҙың батырлығын онотмай күгәрсендәр

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылына арналған “Еңеү салюты” район марафоны башланыуы тураһында гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр иткән инек. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл биләмәләре араһында уҙғарыласаҡ был мәҙәни сара 23 февралдә башланды, штандартты һәм мәңгелек ут менән капсуланы мәҡсүттәр беренсе булып ҡабул итте, ә 29 апрелдә һуңғы сығыш яһаусылар – побоищелар – уны Мораҡ ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ.Күгәрсен ауыл Советы әүҙемдәре сараға ихлас әҙерләнгән. Төрлө ауылдарҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, хаҡлы ялда булғандар һәм башҡалар дөйөм эштән ситтә ҡалмаған.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылына арналған “Еңеү салюты” район марафоны башланыуы тураһында гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр иткән инек. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл биләмәләре араһында уҙғарыласаҡ был мәҙәни сара 23 февралдә башланды, штандартты һәм мәңгелек ут менән капсуланы мәҡсүттәр беренсе булып ҡабул итте, ә 29 апрелдә һуңғы сығыш яһаусылар – побоищелар – уны Мораҡ ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ.
Күгәрсен ауыл Советы әүҙемдәре сараға ихлас әҙерләнгән. Төрлө ауылдарҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, хаҡлы ялда булғандар һәм башҡалар дөйөм эштән ситтә ҡалмаған.
Иң башта ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар Күгәрсен ауылындағы обелискыға сәскә гөлләмәләре һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы һәм унан һуң баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе иҫкә алды, аҙаҡ мәҙәниәт йортона йүнәлде. Күгәрсен урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Ғәшүрә Абдуллина, Семиречье ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Наталья Васильева, педагогик хеҙмәт ветераны Ниғмәтулла Ваһапов, Үрге Сирбай мәктәбе коллективы бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторҙо, килгәндәрҙе уникаль экспонаттар менән яҡындан таныштырҙы.
Тамашасыларҙы Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин, район Советы секретары Руслан Әхмәров сәләмләне һәм тыл эшсәндәренә – Фәрхәбану Ҡорбанаеваға, Гөлйыһан Ғүмәроваға, Рухиә Фәттаховаға, Мәрфуға Хәмиҙуллинаға, Хәйҙәр Тимеровҡа, Вазифа Исҡужинаға, Әхмәтшәриф Хәлитовҡа юбилей миҙалдарын тапшырҙы, уларға оҙон ғүмер һәм ныҡлы һаулыҡ теләне. Шулай уҡ ауылдаштары алдында Афған һуғышында авиация полкы командиры булып хеҙмәт иткән, яңыраҡ генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән отставкалағы подполковник Илдус Хәлитов сығыш яһаны.
- Әле лә иҫемдә, - тип башланы Илдус Миңлебай улы, - мәктәптә уҡығанда иҫтәлектәрен яҙып алыу өсөн ветерандарға ебәргән инеләр. Улар беҙҙең өсөн бөйөк кеше булды, бабайҙарыбыҙ менән ғорурлана инек. Тылда эшләгән ауыл халҡының да тормошо еңел булманы, әммә, дини китаптарҙа яҙылған кеүек, сабырлыҡтары, түҙемлектәре менән, ас, яланғас, кейемһеҙ булһалар ҙа, Еңеүҙе яҡынайттылар. Мин дә оло быуын вәкилдәре кеүек яуҙарҙа алыша алырмынмы, ҡурҡмаҫмынмы икән, тип уйлай торғайным. Күп йылдар үткәс, тормош үҙемә лә шундай һынау ебәрҙе, - тип иҫкә төшөрҙө хәрби бәрелеш ветераны.
...Тәбиғәт ҡосағына тирә-яҡтан бик күп йәштәр йыйылған. Улар рәхәтләнеп күңел аса, йырлаша, гармун көйҙәренә бейей, уйындар ойоштора. Көтмәгәндә Германияның беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш башлауы тураһында хәбәр килә. Икенсе көндө үк ауыл халҡы үҙ ирке менән фронтҡа берәм-берәм китә башлай. Тап ошо күренеш менән урындағы үҙешмәкәр артистар концертты башлап ебәрҙе.
Әйткәндәй, тамаша бер тынала барҙы, бер күренеш икенсеһенә әкрен генә күсте, араларында дәррәү алҡыштарға күмелгән сығыштар ҙа күп булды. Тамашасылар бер үк ваҡытта моңһоуланып күҙ йәшенә сумды, йә, киреһенсә, геройҙарҙың ҡылыҡтарына ҡарап, йылмайып, көлөп тә ҡуйҙы. Залда ултырыусыларға айырыуса Үрге Мөрсәләй ауылының вокаль ансамбле башҡарыуындағы “Һалдаттар” йыры, һуғыш ваҡытында аслыҡ кисергән балалар тормошон, яу яландарында һуғышҡан һалдаттарҙың ял иткән, уларҙы Еңеүҙән һуң тыуған яҡтарында ҡаршы алыу, бесән әҙерләү мәлдәрен сағылдырылған (“Ал ҡалфаҡ” фольклор ансамбле) сәхнәләштереүҙәр, Илһам Шәриповтың “Атайым йүкәләре”, Әлисә һәм Азат Маннановтарҙың сығыштары, рус бейеүе, Үрге Сирбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының “Өс мөйөшлө хаттар”, Күгәрсен ауылы “Ләйсән” вокаль ансамбленең “Ҡайындар шаулай” йырҙары оҡшаны.
Тамаша аҙағында, форсат менән файҙаланып, Рафаэль Аллабирҙин ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгән Ниғмәтулла Ваһаповты сәхнәгә сығарып, йылы һүҙҙәр менән тәбрикләне, затлы бүләк тапшырҙы.
Күсмә штандартты Рафаэль Хәйбулла улы Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Наил Ибраһимовҡа тапшырҙы.
Ишбирҙеләр ҙә буш ҡул менән килмәгән: Ҡаран ауылынан Димитрий Попов һәм Сапыҡтың ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле тамашасыларҙы үҙҙәренең музыкаль күстәнәстәре менән һөйөндөрҙө.
Автор фотолары.
Читайте нас: