Күңелкәйем бөгөн иләҫ-миләҫ,
Үҙ-үҙемә үҙем хайранмын.
Ер йөҙөнә гөрләп яҙ килгәндә
Көтәм мин дә хистәр байрамын.
Өмөтләнеп бағам яҙҙарыма,
Наҙҙарыңа мохтаж саҡтарым.
Тамсы ғына һөйөү хисенә лә,
Йөрәгемде бирәм аҡтарып.
Яҙҙарымда мине ярат әле,
Танһыҡ хистән килә сәсәгем.
Мөлдөрәмә тулып хистәр, әйҙә,
Йөрәктәрҙән китһен сәселеп!
Сәселһен дә, әйҙә, сәскә атһын,
Йөрәктәрҙә һөйөү гөлдәре.
Күңелдәрҙә наҙлы хис уятһын,
Яҙҙарымдың иркә елдәре!