Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Март 2020, 11:30

Ғаиләм - минең хазинам

«Ғаиләм-минең хазинам»2017 йылдан алып 1 март Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарары менән “Башҡорт ғаиләһе көнө” булараҡ билдәнәлә. “Ошо күркәм байрам уңайынан Йомағужа ауыл моделле китапханаһында “Ғаиләм – минең хазинам” тип аталған тематик кисә үткәрелде. Иң тәүҙә был байрамдың бәләкәй генә булһа ла, тарихы менән таныштыҡ, башҡорт ғаиләһенә хас ҡиммәттәрҙе барлап, шәжәрәнең әһәмиәте, уның нисек төҙөлөүе тураһында һөйләшеп, фекер алыштыҡ. Унан инде һүҙ ҡатнашыусыларға бирелде, улар үҙҙәренең ғаилә йолалары, балалар тәрбиәләү буйынса тәжрибә уртаҡлашты, шәжәрәләрен нисә быуынға ҡәҙәр өйрәнеүҙәре тураһында бәйән итте. Мәҫәлән, Тәнзилә Исҡужина атаһы һәм әсәһе яҡлап нәҫелен унынсы быуынға тиклем барлаған, тыуған ауылы Аралбайҙа үткән шәжәрә байрамында ҡатнашып, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытҡан. Зөһрә Недоспасованың тамырҙары иһә Сәйетҡол (Әбсәләм) ауылынан. Ул туғандарының тормошонда булған ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләп, кисәгә кәйеф өҫтәне. Гөлсирә Мәүлитова, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡыҙы, хәрби династияны дауам иткән улдары менән ғорурлана. Уның ике улы ла армиянан һуң контракт буйынса хеҙмәттә ҡалған. Уларҙың матур ғаилә йолаһы тип йыл да “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашып, батырҙар рухы алдында баш эйеүҙәрен атарға була. Ғаилә тормошо, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында халыҡ мәҡәлдәрен дә иҫкә төшөрҙөк, ошо темаға арналған кроссворд систек, “Йыуаса” йырын яңғыраттыҡ, Ф. Ғәлиева етәкселегендәге “Гәрәбә” фольклор ансамбле башҡарыуында ғаилә ҡиммәттәре тураһында таҡмаҡтар тыңланыҡ, Фәрхәнә Шабанова үҙе яҙған “Минең ғаиләм” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Байрам сараһын музыкаль яҡтан биҙәргә ауыл клубы музыканттары ярҙам итте, - тип хәбәр итә беҙгә китапханасы, сараның сценарий авторы һәм алып барыусыһы Зәйтүнә Әбдрәшитова.Зәйтүнә Рауил ҡыҙы үҙе лә, китапханасы булараҡ, ғаилә тормошо, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, балалар тәрбиәләү, шәжәрәләр тураһында бай материалдар туплап, йөкмәткеле күргәҙмә эшләгән. “Кисәлә беҙ республикабыҙҙың күп милләтле булыуын иҫәпкә алып, ошо юҫыҡта ла матур һөйләшеү үткәрҙек, халыҡ-ара татыулыҡты нығытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Иң мөһиме – саранан бөтәһе лә күтәренке кәйефтә, был тормошта кеше өсөн иң ҡиммәтлеһе – ғаилә икәнлегенә инанып, таралышты,“ – ти Зәйтүнә Рауил ҡыҙы байрам тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

«Ғаиләм-минең хазинам»
2017 йылдан алып 1 март Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарары менән “Башҡорт ғаиләһе көнө” булараҡ билдәнәлә. “Ошо күркәм байрам уңайынан Йомағужа ауыл моделле китапханаһында “Ғаиләм – минең хазинам” тип аталған тематик кисә үткәрелде. Иң тәүҙә был байрамдың бәләкәй генә булһа ла, тарихы менән таныштыҡ, башҡорт ғаиләһенә хас ҡиммәттәрҙе барлап, шәжәрәнең әһәмиәте, уның нисек төҙөлөүе тураһында һөйләшеп, фекер алыштыҡ. Унан инде һүҙ ҡатнашыусыларға бирелде, улар үҙҙәренең ғаилә йолалары, балалар тәрбиәләү буйынса тәжрибә уртаҡлашты, шәжәрәләрен нисә быуынға ҡәҙәр өйрәнеүҙәре тураһында бәйән итте. Мәҫәлән, Тәнзилә Исҡужина атаһы һәм әсәһе яҡлап нәҫелен унынсы быуынға тиклем барлаған, тыуған ауылы Аралбайҙа үткән шәжәрә байрамында ҡатнашып, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытҡан.
Зөһрә Недоспасованың тамырҙары иһә Сәйетҡол (Әбсәләм) ауылынан. Ул туғандарының тормошонда булған ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләп, кисәгә кәйеф өҫтәне.
Гөлсирә Мәүлитова, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡыҙы, хәрби династияны дауам иткән улдары менән ғорурлана. Уның ике улы ла армиянан һуң контракт буйынса хеҙмәттә ҡалған. Уларҙың матур ғаилә йолаһы тип йыл да “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашып, батырҙар рухы алдында баш эйеүҙәрен атарға була.
Ғаилә тормошо, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында халыҡ мәҡәлдәрен дә иҫкә төшөрҙөк, ошо темаға арналған кроссворд систек, “Йыуаса” йырын яңғыраттыҡ, Ф. Ғәлиева етәкселегендәге “Гәрәбә” фольклор ансамбле башҡарыуында ғаилә ҡиммәттәре тураһында таҡмаҡтар тыңланыҡ, Фәрхәнә Шабанова үҙе яҙған “Минең ғаиләм” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Байрам сараһын музыкаль яҡтан биҙәргә ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте, - тип хәбәр итә беҙгә китапханасы, сараның сценарий авторы һәм алып барыусыһы Зәйтүнә Әбдрәшитова.
Зәйтүнә Рауил ҡыҙы үҙе лә, китапханасы булараҡ, ғаилә тормошо, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, балалар тәрбиәләү, шәжәрәләр тураһында бай материалдар туплап, йөкмәткеле күргәҙмә эшләгән. “Кисәлә беҙ республикабыҙҙың күп милләтле булыуын иҫәпкә алып, ошо юҫыҡта ла матур һөйләшеү ойошторҙоҡ, халыҡ-ара татыулыҡты нығытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Иң мөһиме – саранан бөтәһе лә күтәренке кәйефтә, был тормошта кеше өсөн иң ҡиммәтлеһе – ғаилә икәнлегенә инанып, таралышты,“ – ти Зәйтүнә Рауил ҡыҙы байрам тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Читайте нас: