Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Февраль 2020, 12:27

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең авторы Сосланбәк Тавасиевтың хәтерен мәңгеләштерәләр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы күренекле скульптор-монументалист, Салауат Юлаев һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы күренекле скульптор-монументалист, Салауат Юлаев һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Хәтерҙе мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә
— архитектура өлкәһендә С.Д.Тавасиев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте стипендияһын булдырыу;
— С.Д.Тавасиевтың ижадына бағышланған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыу;
— С.Д.Тавасиевтың тормошона һәм ижадына арналған документаль фильм төшөрөүҙе тәьмин итеү;
— Өфөлә С.Д.Тавасиевтың ижади эштәре күргәҙмәһен ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Читайте нас в