Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Февраль 2020, 21:52

Өфөлә шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдинов 54 йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте

Өфөлә шағир, журналист, тәржемәсе Дамир Шәрәфи ҡапыл вафат булды. Был хаҡта яҙыусының «Ағиҙел» журналындағы коллегалары хәбәр итте.

Өфөлә шағир, журналист, тәржемәсе Дамир Шәрәфи ҡапыл вафат булды. Был хаҡта яҙыусының «Ағиҙел» журналындағы коллегалары хәбәр итте.
Дамир Шәрәфетдинов 1965 йылда Белорет районында тыуған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
Белорет районының «Урал» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, «Йәшлек» республика йәштәр гәзитендә, «Шоңҡар», «Тамаша», «Аманат», «Ағиҙел» журналдарында яуаплы вазиифалар башҡара. Студент йылдарынан шиғырҙар яҙа башлай. 1993 йылда — «Икеләнеү» тигән тәүге шиғырҙар китабы, 2004 йылда «Йөрәктәге ташыу-ҡайтыуҙар» йыйынтығы баҫылып сыға. Тиҫтәләрсә китап авторы.
ФОТО: Ufa.kp.ru
Читайте нас: