Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Февраль 2020, 12:00

Әбйәлил селтәре

Һеҙ һүрәттә күргән башҡорт ҡатыны - Хоҙайбирҙин урта мәктәбе директоры Алһыу Ишкинина. Күкрәгенә таҡҡан биҙәүес әйбере – Әбйәлил селтәре. Уны Алһыуҙың әсәһе - Ҡотлоғәлләмова Әсмә Әҡсән ҡыҙы 1949-1950 йылдарҙа эшләгән. Әсмә инәйгә 84 йәш, ул әле Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәй.- Мөнирә өләсәйем, әсәйем Әсмә гел бейеп йөрөгәс, Үтәгән ауылынан бер һарыҡҡа иҫке генә ике селтәр һатып ала. Шул ике селтәрҙе бергә ҡушып, ошо селтәрҙе эшләй. Тәңкәләре таҙа көмөш. Уларҙы өләсәйем кулактарҙан йәшереп, йыйып алып ҡалған. Ерлеге - ҡатлы материал, тәңкәләре ауыр булғас, шулай ҡатлап эшләгән, тышлығы ҡыҙыл. Ҡара атлас камзулы ла шау тәңкә, уныһын Суван ауылынан бер инәй тегеп биргән. Әйткәндәй, быйыл селтәрҙең эшләнеүенә илле йыл тулған. Ҡулымдағы беләҙектәрҙе 1956 йылда Әбйәлил районының Үтәгән ауылының бер оҫтаһы һуҡҡан. Өләсәйем ике ҡыҙына ла көмөш беләҙек һуҡтырып алған. Уның биҙәүес әйберҙәре нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыла килә, - ти Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы.

Һеҙ һүрәттә күргән башҡорт ҡатыны - Хоҙайбирҙин урта мәктәбе директоры Алһыу Ишкинина. Күкрәгенә таҡҡан биҙәүес әйбере – Әбйәлил селтәре. Уны Алһыуҙың әсәһе - Ҡотлоғәлләмова Әсмә Әҡсән ҡыҙы 1949-1950 йылдарҙа эшләгән. Әсмә инәйгә 84 йәш, ул әле Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәй.
- Мөнирә өләсәйем, әсәйем Әсмә гел бейеп йөрөгәс, Үтәгән ауылынан бер һарыҡҡа иҫке генә ике селтәр һатып ала. Шул ике селтәрҙе бергә ҡушып, ошо селтәрҙе эшләй. Тәңкәләре таҙа көмөш. Уларҙы өләсәйем кулактарҙан йәшереп, йыйып алып ҡалған. Ерлеге - ҡатлы материал, тәңкәләре ауыр булғас, шулай ҡатлап эшләгән, тышлығы ҡыҙыл. Ҡара атлас камзулы ла шау тәңкә, уныһын Субан (Рыҫҡужа) ауылынан бер инәй тегеп биргән. Әйткәндәй, быйыл селтәрҙең эшләнеүенә илле йыл тулған. Ҡулымдағы беләҙектәрҙе 1956 йылда Әбйәлил районының Үтәгән ауылының бер оҫтаһы һуҡҡан. Өләсәйем ике ҡыҙына ла көмөш беләҙек һуҡтырып алған. Уның биҙәүес әйберҙәре нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыла килә, - ти Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы.
Читайте нас: