Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Февраль 2020, 12:10

Иң ҡәҙерле бүләк - китап...

Китап хаҡындағы уйҙар әллә ниндәй хәтирәләргә төшөрҙө....Ҙур ағайым егет сағында үтә оялсан, баҫалҡы ине. Унан бер нисә айға ғына ҙурыраҡ күрше Миләүшә апай үҙенең 15-ме, 16-мы йәшенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бар урам йәштәре йыйылып бөткән, тик ҡара-ҡаршы ғына йәшәһәк тә, ағайым улар янына инергә ашыҡмай. Әле береһе килеп һыҙғыра, әле икенсеһе. Түҙмәй, Миләүшә апай үҙе инеп ашыҡтырып сыҡты. Ағайымдың бызмырлауының сәбәбе ҡыҙ кешегә йәтешле бүләк тапмауында булған икән.

Ғашиҡтар көнө булараҡ билдәләнгән 14 февраль китап бүләк итеү көнө булып та һанала икән. Беҙ, совет осоро тәрбиәһен алып үҫкән быуын, ысынлап та китап – иң оло бүләк икәнлеген белеп, ишетеп, тойоп үҫтек. Класташтар, әхирәттәр тыуған көнгә саҡырһа, нимә бүләк итергә тип баш ватманыҡ беҙ, һирәк-һаяҡ булһа ла яңырып торған өй китапханаһынан иң матурын һайлап, тәүге битенә ҡотлау һүҙҙәрен яҙып, ҡунаҡҡа китер инек.
...Ҙур ағайым егет сағында үтә оялсан, баҫалҡы ине. Унан бер нисә айға ғына ҙурыраҡ күрше Миләүшә апай үҙенең 15-ме, 16-мы йәшенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бар урам йәштәре йыйылып бөткән, тик ҡара-ҡаршы ғына йәшәһәк тә, ағайым улар янына инергә ашыҡмай. Әле береһе килеп һыҙғыра, әле икенсеһе. Түҙмәй, Миләүшә апай үҙе инеп ашыҡтырып сыҡты. Ағайымдың бызмырлауының сәбәбе ҡыҙ кешегә йәтешле бүләк тапмауында булған икән. Эштән ҡайтып ингән әсәйем мәсьәләне шунда уҡ хәл итте – З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” китабын матур ҡағыҙға төрөп, минең таҫмам менән бәйләне лә, ағайымды геүләтеп сығарып та ебәрҙе. Иртәгәһен күрше инәй һөйләүенсә, егет-ҡыҙҙар бик күңелле ултырған, бүләктәр ҙә ҡыҙыҡ булған. Хәбир ағай, мәҫәлән, ҙур ҡумта алып килгән, уның эсендә йәнә берәүһе, унан икенсеһе, өсөнсөһө... етенсеһе, һигеҙенсеһе, иң аҙаҡ иһә беҙ “пупсик” тип йөрөткән бармаҡ башындай ҡурсаҡ сыҡҡан.
Ауылыма ҡайтҡан һайын урамыбыҙҙы гөрләткән был дәртле йәштәрҙе әле булһа һағынып иҫкә алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың сафы күпкә һирәгәйҙе: өс туған Хәбир ағайым 19-20 йәшендә генә Монголияла хеҙмәт иткән еренән “Йөк-200” булып, цинклы табутта ҡайтты, Рим ағай утыҙ йәштәр тирәһендә Себер тарафтарында вафат булды, Хәлит ағай 18 йәшендә сысҡан биҙгәгенән бөйөрҙәре шартлап баҡыйлыҡҡа күсте, сибәрлеге, өҙҙөрөп гармунда уйнауы менән ҡыҙҙарҙың һушын алған Таһир ағай ҙа күңелдәргә мәңгелек һағыш һалып, 26 йәшендә генә арабыҙҙан китте.
...Китап хаҡындағы хәтирәләремде барлап, әллә ниндәй уйҙарға төшөп киттем. Әйткәндәй, Миләүшә апайҙың әсәһе Миңлебикә инәй ағайымдың китабын һаҡлаған икән, бер ҡайтҡанда алып инеп күрһәтте. Унда әсәйемдең тигеҙ генә хәрефтәр менән яҙылған “Миләүшә! Тыуған көнөң менән! 1984 йыл” тип яҙылған яҙыуы ла һаҡланған.
Читайте нас: